Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 213


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠҺАТЫУ
тә ҡыйын шул. Я. Хамматов. [Тәлғәт:]Минең түҙемем һынды бөгөн, аҡтыҡ сыҙамым ҡалманы: мин айырылам! Р. Камал.
АҠТЫҠ II (аҡтығы) (Р.: остаток; И.: final; Т.: son) и.
Ниҙец дә булһа һуңғы өлөшө, иң һуңы, иң аҙағы. □ Остаток, последний кусок, последняя часть, остатки; конец. Икмәктең аҡтығы. ■ Ул үлем ҡоралдарын .. беҙ алып ҡулға, яһарбыҙ һәр һуғыштың аҡтығын. Т. Йәнәби.
♦ Аҡтығын ашағыры ҡарғағанда әйтелә.
□ прокл. Чтоб ему подавиться!
АҠТЫҠҠЫ (Р.: последний; И.: final; T.: en son) с.
Бөтөү кимәленә еткән; иң һуңғы, аҡтыҡ.
□ Последний, конечный. ■ Ғүмеренең аҡтыҡҡы көндәренең береһендә ул, серем итеп алайым тип кенә ятҡан еренән ҡапыл йоҡлап, мәрткә китә. «Ашҡаҙар», № 99, 2010.
АҠТЫУ (Р: эрозия кожи у животных; И.: skin erosion; T: hayvan derisinin aşınması) и. вет.
Хайуандарҙың тире ауырыуы. □ Эрозия кожи у животных.
АҠ ТӘТӘЙ и. бот. диал. ҡар. аҡ сәскә.
АҠҺАЙ-ТУҠҺАЙ (Р: хромая; И.: limping; T.: topallayarak) р.
Сатанлай-сатанлай; һылтыҡлап. □ Хромая, ковыляя. Аҡһай-туҡһай йөрөү. ■ Ғәрифә [әбей] бөтә сабырлығын юғалтып, аҡһай-туҡһай Шакир ағай янына килде. Ш. Шәһәр. Хәким ағай, һыңар ҡулы менән арҡаһына тоҡ йөкмәп, һыңарын кәкре таяғына таянып, аҡһай-туҡһай сәскескә илтте, тоҡто бушатып килде. Й. Солтанов.
АҠҺАҠ I (Р: хромой; И.: lame; T.: topal) с.
Аяғы зәғиф булып, тигеҙ баҫа алмаған; сатан, һылтыҡ. □ Хромой, хромоногий. Аҡһаҡ бабай. • Көтөү боролғанда, аҡһаҡ һарыҡ алға сыға. Әйтем.
АҠҺАҠ II (аҡһағы) (Р: название одного из родовых подразделений башкир;
И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-усерган.
АҠҺАҠАЛ (Р: аксакал; И.: wise man; T.: aksakal) и.
1. Күпте күргән, күпте белгән оло кеше.
□ Аксакал, мудрец. ■ Туйға саҡырылған ҡунаҡтар килә башланы. Аҡһаҡалдар түргә уҙҙы. Ғ. Ғүмәр.
2. Ырыу башында торған хөрмәтле оло ир. □ Аксакал, старейшина рода. Аҡһаҡалдар йыйыны. ■ Аҡһаҡал илде афәттән ҡотҡарыу тураһында көнө-төнө уйланып, ырыуҙағы ир-егеттәрҙе йыя. Ә. Вахитов. Аҡһаҡалдар кеүек олпатһығыҙ, ә үҙегеҙ ниндәй ябайҙар. Р. Хәйри.
АҠҺАҠЛАУ (аҡһаҡла-) (Р: хромать; И.: limp; T.: topallamak) ҡ.
Аҡһай-аҡһай атлау, аҡһай-аҡһай баҫыу; сатанлау, һылтыҡлау. □ Хромать, прихрамывать, ковылять. Аҡһаҡлай башлау. Аҡһаҡлап атлау. ■ Рәхимә көймәнән көскә шыуып төштө, аҡһаҡлай-аҡһаҡлай .. ҡуҙғалып, китә алмай туҡтаны. Һ. Дәүләтшина.
АҠҺАҠЛЫҠ (аҡһаҡлығы) (Р: хромота; И.: lameness; T.: topallık) и.
Аҡһаҡ булғанлыҡ, сатанлыҡ. □ Хромота.
АҠҺАҠ-ТУҠҺАҠ (Р: хромоногие; И.: the lame; T.: topallar) с. йыйн.
Аҡһаҡтар, йыйын аҡһаҡ. □ Хромоногие, хромые. Аҡһаҡ-туҡһаҡ аттар ҡалған.
АҠ ҺАЛЫУ (аҡ һал-) ҡ. ҡар. аҡ V, 1.
АҠҺАҢЛАУ (аҡһаңла-) ҡ. ҡар. аҡһаҡлау.
АҠҺАП-ТУҠҺАП (аҡһа-туҡһа-) (Р: хромая; И.: limping; T.: topallayarak) р.
Аҡһай-аҡһай саҡ баҫыу; һылтыҡлау.
□ Хромая. ■ Әле аяҡ бик ныҡ төҙәлеп етмәгән. Аҡһап-туҡһап һыу буйына төшәм дә, тағы ҡайтып ятам. Д. Юлтый.
АҠҺАТЫУ (аҡһат-) (Р: делать хромым кого, И.: render lame; T.: topallatmak) ҡ.
213