Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 214


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠҺАУ
Имгәтеп, аҡһаҡ итеү; сатанлатыу. □ Делать хромым кого; калечить ногу кому. ■ Сәҙе генә буйы ай аҡтатыр, ат аяҡҡайҙарын аҡһатыр. Халыҡ йырынан.
АҠҺАУ (аҡһа-) (Р.: хромать; И.: limp; T.: topallamak) ҡ.
1. Аяҡ ауыртып тигеҙ баҫа алмау; сатанлау □ Хромать, прихрамывать. Ат аҡһай. Аҡһап йөрөү. Аҡһай башлау. Аяғы һынып аҡһау.
2. күсм. Тейешле кимәлдә бармау (эш-хәлгә ҡарата). □ Отставать, хромать (о деле, дисциплине, качестве продукции). Тәртип аҡһай. Эш аҡһай. ■ Быға ҡарап хеҙмәт ритмы аҡһаманы. Ә. Байрамов.
АҠҺЕРКӘ и. диал. ҡар. аш һеркәһе.
АҠ ҺИБЕҮ (аҡ һип-) (Р: ритуальное тушение пожара молочными продуктами; И.: ritual extinguishing of fire with dairy products; T.: töre: ateşi sütle söndürmek) ҡ.
1. миф. Ышаныуҙарға ярашлы, янғынды һөт аҙыҡтары һибеп һүндереү. □ Ритуальное тушение пожара молочными продуктами.
2. этн. Өй бәхетле, ырыҫлы, ҡотло булһын тип, нигеҙгә аҡ һибеү. □ Поливать молочными продуктами фундамент дома с пожеланиями счастья, благополучия.
АҠҺӨЙӘК (аҡһөйәге) (Р: голубая кровь; И.: the noble; T: asilzade) и.
1. Йәмғиәттә юғары ҡатлам, хаким синыфтың өҫтөнлөклө ҡатламы, ырыу башлыҡтары; аристократия. □ Аристократия, белая кость, голубая кровь. ■ [Әхмәҙулла:] Унда урыҫтың аҡһөйәктәрен генә алалар, ти. 3. Ураҡсин.
2. күсм. Ҡара эш эшләргә яратмаған кеше, артыҡ наҙлы кеше. □ Белоручка. ■ [Гөлбикә:] Ул [Гөлнур]ниткән аҡһөйәк? Өй йыйыштырмай, аш-һыу әҙерләмәй, гел ҡыйшанлауын белә. Р. Ниғмәти.
3. этн. Уйын исеме. □ Название игры.
АҠ ҺӨТЛӨКӘЙ (Р: белый молочай;
И.: euphorbia; T.: sütleğen) и. бот.
Ике өлөшлөләр ғаиләһенә ҡараған тар ғына ваҡ япраҡлы, йәшел һары суҡ сәскәле,
һөтлө үлән. Бүлеп сығарған һутын медицинала һәм сәнәғәттә ҡулланалар. □ Белый молочай (лат. Euphorbia). Аш үтмәһә, аҡ һөтлөкәй, күк һөтлөкәй, әлморон, андыҙ үләндәрен бергә йыйып бал ҡушып әсәләр.
АҠҺУЙЫЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Күбәләк ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-кубалякцев.
АҠҺУЙЫР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-тамьянцев.
АҠҺЫЛ (Р: беловатый; И.: whitish; T.: solgun) с. аҙһ. дәр. ҡар. аҡ. уменыи. степ, от аҡ.
1. Тоноҡ аҡ, аҡҡа тартым; ағылйым. □ Беловатый, белёсый. Аҡһыл тауар. Аҡһыл томан. Аҡһыл төҫ. ■ [Шәүәли] аҡһыл көл менән ҡапланып, һүрелә башлаған ҡуҙҙарға текәлде. Б. Бикбай. Яҙ еткәс, талдар үҙҙәренең тәмле еҫле, мамыҡ төҫлө йомшаҡ, аҡһыл кейемдәренә төрөнәләр. «Йәйғор», №5, 2010.
2. Ҡатмарлы төҫ атамаларының тәүге өлөшө булып килә. □ Светло-, светлый. Аҡһыл күк. Аҡһыл ҡара. Аҡһыл һары. ■ Поезд күперҙән сығыу менән аҡһыл зәңгәр төтөндәрен һауаға бөрктө. С. Агиш. Тышы аҡһыл һары төҫкә буялған ике ҡатлы йорттар тулы бер урам булып һуҙылған. Н. Мусин.
АҠҺЫЛЛАНЫУ (аҡһыллан-) (Р: становиться беловатым; И.: get white a bit; T: solgunlaşmak) ҡ.
1. Аҡһыл төҫкә инеү. □ Становиться беловатым, белёсым. ■ Пристангә килеп төшкәндә, ваҡыт иртә ине әле. Күк йөҙө яңы аҡһыллана башлағайны. Д. Бүләков.
214