АҠШАР
2. Аҡһыл булып күренеү. □ Показаться, виднеться светлым. Аҡһылланып күренеү. Алыҫта арыш баҫыуы аҡһыллана.
АҠҺЫЛЛАТЫУ (аҡһыллат-) (Р.: делать беловатым; И.: make whitish; T.: solgunlaştırmak) ҡ.
Аҡһыл төҫкә индереү; аҡһыл итеү.
□ Делать беловатым, белёсым, светлым. ■ һалмаҡ-һалмаҡ ҡына аҡлыҡ йәйеп, аҡһыллатты ерҙе тан, алды. Б. Вәлид.
АҠҺЫМ (Р: белок; И.: albumen; protein; T.: ak) и. биол. хим.
Тере матдәнең даими һәм иң мөһим өлөшө булып, төҙөлөш һәм функция нигеҙен тәшкил иткән ҡатмарлы органик матдә.
□ Белок. Үҫемлек аҡһымы. Ҡатмарлы аҡһымдар. Үҙләштерелеусән аҡһымдар.
АҠҺЫМЛЫ (Р: содержащий белок; И.: albuminous; T.: proteinli) с.
Аҡһымға бай, аҡһымы күп. □ Содержащий белок; белковый. Аҡһымлы аҙыҡтар.
АҠҺЫРҒАҠ (аҡһырғағы) (Р: лобеля; И.: false helleborine; T: Papaz külahı) и. бот.
Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, йыуан тамырлы, эре ҡабырсаҡ япраҡлы, йәшкелт һары йәки ҡара ҡыҙыл төҫтәге һепертке сәскәле, дымлы ерҙә үҫә торған күп йыллыҡ ағыулы үлән. □ Чемерица, лобеля (лат. Veratrum Lobelianum). Аҡ аҡһырғаҡ. Ҡара аҡһырғаҡ. Аҡһырғаҡ тамыры. ■ Ҡаҡланғанда дауа миңә ҡаҡы, шишмә һыуы, ыулы аҡһырғаҡ. Ф. Туғыҙбаева.
АҠҺЫУ с. ҡар. аҡһыл 1.
АҠШАЙТЫУ (аҡшайт-) (Р: таращить; И.: goggle (at); T: gözleri fal taşı gibi açmak) ҡ.
Ҙур итеп, ағын әйләндерел асыу (күҙҙе); аҡайтыу, аҡрайтыу. □ Таращить, выпучивать, выкатывать (глаза). Ҡуҙҙе аҡшайтыу.
АҠШАЙЫУ (аҡшай-, аҡшая) (Р: таращиться; И.: stare (at); T: gözleri fal taşı gibi açmak) ҡ.
Түңәрәкләнеп, ҙур булып асылыу; аҡайыу. □ Таращиться, пучиться (о глазах).
Куҙе аҡшайған. ■ Ҡана, майлыҡ бир! — тине ул [Гәрәй], бисәһенә аҡшайып. Б. Бикбай.
АҠШАЙЫП ҠАРАУ (аҡшайып ҡара-) (Р: вытаращить глаза; И.: goggle (at); T: gözleri fal taşı gibi açmak) ҡ.
1. Күҙҙе ҙур асып, текләп ҡарау. □ Вытаращить глаза.
2. Асыу менән йәки ғәжәпләнеп ҡарау. □ Смотреть с гневом, злобно или с удивлением.
АҠШАМ (Р: сумерки; И.: twilight; T: akşam) и.
1. Ҡояш байығандан ҡараңғы төшкәнгә тиклемге ваҡыт; эңер. □ Сумерки, вечер. Аҡшам мәле. ■ Теге [Зөфәр] аҡшам мәлен-дә килеп, өс мәртәбә атҡан мылтыҡтан. Халыҡ ижадынан.
2. дини. Ҡояш байығандан күктән ҡыҙыллыҡ бөткәнгә тиклемге арала уҡыла торған намаҙ. □ Вечерний намаз. ■ Аҙан әйтә мәзин аҡшамға. Ғ. Әмири.
3. миф. Ниндәйҙер эш башҡарыу өсөн ҡурҡыныс, әммә ауырыуҙарҙы магик имләү өсөн һәйбәт ваҡыт. □ Вечерние сумерки (опасное время суток для выполнения каких-либо дел, но считается благоприятным для заговаривания болезней нашёптыванием).
АҠШАМ ГӨЛӨ и. бот. диал. ҡар. бүлмә гөлө.
АҠШАМҺЫУ и. диал. ҡар. таң һыуы.
АҠШАНЛАУ (аҡшанла-) (Р: озираться; И.: gaze round; T.: etrafına bakınmak) ҡ.
Тегеләй-былай башты борғолап, ян-яҡҡа күҙ ташлау. □ Озираться, оглядываться по сторонам. ■ [Мулла — бисәһенә:] Урамдан егет-улаҡ уҙыр хәл юҡ, куҙең-ҡашың аҡшанлап, ауыҙың күтәреп, һуҙ ҡуша башлайһың. Т. Хәйбуллин.
АҠШАР I (Р: мел; И.: chalk; T: tebeşir) и. диал.
Аҡбур. □ Мел; белая глина.
АҠШАР II (Р: светловолосый; И.: lighthaired; T: sarı saçlı) с. диал.
Аҡһыл һары сәсле, аҡ сәсле. □ Светловолосый. Аҡшар малай.
215