АҠ ШИҒЫР
АҠ ШИҒЫР (Р.: белый стих; И.: blank verse; T.: kafiyesiz şiir) и. әҙ.
Рифмаһыҙ яҙылған шиғыр. □ Белый стих. Я Аҡ шиғырға нигеҙләнеп яҙылған әҙәргә башҡорт әҙәбиәтенән Ҡ. Даяндың «Таңсулпан» драмаһын курһәтеп була. К. Әхмәтйәнов.
АҠЪЮЛАЙ (Р.: декабрь; И.: December; T.: Aralık) и.
Йылдың ун икенсе айының исеме, декабрь. □ Декабрь. Н Тышта инде аҡъюлай башы, ә ҡар һаман яумай ҙа яумай. «Йәшлек», 29 октябрь 2009.
АҠЫЙ (Р: лупоглазый; И.: pop-eyed; T.: lokma gözlü) с. диал.
Аҡыш. □ Лупоглазый.
АҠЫЙ ЗАМАН (Р: давным-давно; И.: ages ago; T.: çok zaman önce) p.
Әллә ҡасан. □ Давным-давно.
АҠЫҠ (аҡығы) [ғәр. <3-^1 (Р: сердолик; И.: cornelian; T.: akik) и. мин.
1. Ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары төҫтәге аҫыл таш. □ Сердолик. Аҡыҡ ҡаш. Аҡыҡ төймә. Н Унар ғына һумлыҡ ай ун аҡыҡ, һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа. Халыҡ йырынан.
2. диал. Йөҙөк ҡашы. □ Камень, вставляемый в перстень.
3. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, күҙ тейеүҙән, йыландан, үлемдән һаҡлаусы таш. □ Мифологизированный камень, выполняет функцию оберега, амулета от сглаза, ранений, смерти.
АҠЫЛ [ғәр. Jic.] (Р: ум; И.: intelligence; T.: akıl) и.
1. Кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте. □ Ум, разум, рассудок, интеллект. Аҡыл һәләте. Аҡылға бай. Аҡылы теуәл. Аҡыл ҡушҡанса. Аҡылы камил. Тәбиғи аҡыл. Сәләмәт аҡыл. Аҡылды эшкә ҡушыу. Я Аҡылдан да ҙур һәм аҫыл байлыҡ юҡ ул донъяла! А. Игебаев. Тәрән кулдәй тыныс аҡылығыҙ серҙәш булыр. М. Кәрим. • Аҡыл — йәштә тугел, башта. Әйтем. Матурлыҡ туйҙа кә-рәк, аҡыл көн дә кәрәк. Әйтем. Аҡыл айны
маҫ, алтын серемәҫ. Әйтем. Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит. Мәҡәл. Дөйәләй алтының булғансы, төймәләй аҡылың булһын. Мәҡәл.
2. Нимәгәлер, ниндәйҙер эш-хәлгә ҡарата булған уй, фекер, кәңәш. □ Совет, наставление. Аҡыл һорау. Аҡыл бирсу. • Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын. Мәҡәл. Иртәнге аҡыл кискә ярамай. Әйтем.
♦ Аҡылға зәғиф аҡылы теүәл түгел.
□ Придурковатый. Аҡыл өләшкәндә мейес артында ҡалған шул уҡ ҡар. аҡыл өләшкәндә өйҙә булмаған. Аҡыл өләшкәндә өйҙә булмаған мыҫҡ. аҡылһыҙ, аҡылы камил түгел тигән мәғәнәлә әйтелә.
□ Умом обделён. Аҡылы алтын <икән> көлк. мөмкин булғандан артығын һораған, теләгән кешегә әйтелә. □ соотв. Губа не дура. Ай-Һай, аҡылың алтын икән, һинән элек уҙем алыр инем әле ул аҡсаны. Бала аҡылы фекерләүҙә балаларға хас еңеллек. □ Детские рассуждения. Бала аҡылы инеү балаларса ҡылана башлау. □ Впадать в детство. Еңел аҡыл төптән уйлап еткерелмәгән, ҡыҙыулыҡ һөҙөмтәһе. □ Легкомысленно, не подумав. Ҡара аҡыл белемдән түгел, тормош тәжрибәһенән килгән фекер. □ Непросвещённый ум. Ярты аҡыл уйлау һәләте камил булмаған кеше; иҫәр. □ Полоумный. Ятыр аҡыл оҙаҡ, ныҡ уйлап, шунан һуң ғына бер фекергә килә алыу һәләте. □ Рассудительный человек. Аҡылы ҡыҫҡа (йәки һай) аҡылы етешмәй, аҡылһыҙ. □ Умственно ограниченный, не умный. Я Булмаһа әгәр һиндә аҡыл ҡыҫҡа, ышанма асылы нәжес залим дуҫҡа. М. Ғафури.
АҠЫЛ АЛЫУ (аҡыл ал-) ҡ. ҡар. аҡылға ултырыу.
АҠЫЛ БУЛЫУ (аҡыл бул-) (Р.: послужить уроком; И.: serve as a lesson to; T.: ders olmak) ҡ.
Һабаҡ булыу, бүтәнсә ҡабатламаҫтай өлгө булыу. □ Послужить уроком. Я Тимер уға [Булатҡа] ҡатыраҡ бәрелде, буғай. Ярар, аҡыл булыр. Б. Бикбай.
216