Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 217


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠЫЛЛАНЫУ
АҠЫЛҒА БЕР ТӨРЛӨ (Р.: придурковатый; И.: daft; T.: bön) с.
Ахмағыраҡ, уйлау һәләте түбән. □ Придурковатый, недалёкий. ■ [Рәхимә:] Әллә һин, оло ул, аҡылға бер төрлө булып бараһың инде. К. Кинйәбулатова.
АҠЫЛҒА ЕҢЕЛ с. ҡар. аҡылға бер төрлө.
АҠЫЛҒА КИЛЕҮ (аҡылға кил-) (Р: прийти в себя; И.: come to oneself; T.: aklını başına almak) ҡ.
1. Иҫкә килеү, иҫте йыйыу. □ Прийти в себя, опомниться. ■ һибәт ағайҙы куреугә шашып, аңымдан ҡалдым. Сәй янында ғына аҡылыма килдем. Д. Юлтый.
2. Дөрөҫ юлға баҫыу, тәртиплегә әйләнеү.
□ Образумиться, поумнеть. Бер бәләгә осрамайынса, аҡылға килмәҫ инде ул.
АҠЫЛҒА УЛТЫРТЫУ (аҡылға ултырт-) ҡ. йөкм. ҡар. аҡылға ултырыу, понуд. от аҡылға ултырыу.
АҠЫЛҒА УЛТЫРЫУ (аҡылға ултыр-) (Р: поумнеть; И.: learn a lesson; T.: akıllanmak) ҡ.
1. Берәй эш-хәлде ҡабатламаҫлыҡ булыу. □ Поумнеть, получить горький урок.
2. Аҡылһыҙлыҡты ташлау, аҡыллыға әйләнеү. □ Поумнеть, образумиться. ■ [Сынбулатов:] Һа, егет, аҙыраҡ аҡылға ултырған икән. Куптән шулай кәрәк ине. М. Тажи.
АҠЫЛҒА ҺЫЙМАУ (аҡылға һый-) (Р: не укладываться в голове; И.: seem impossible; T.: aklına sığmamak) ҡ.
1. Аңлай алмау, күҙ алдына килтерә алмау. □ Казаться, показаться невозможным (невероятным, противоестественным), не укладываться в голове (сознании)', быть непонятным. ■ Был — шундай тупаҫ, аҡылға һыймаған бер приказ. Д. Юлтый.
2. Нимәнеңдер булырына ышанмау.
□ Не верить чему-л.
АҠЫЛДАН ШАШЫУ (аҡылдан шаш-) (Р: сойти с ума; И.: go mad; T: çıldırmak) ҡ.
1. Дөрөҫ фекер итә алмаҫлыҡ хәлдә ҡалыу, уйлау һәләтен юғалтыу. □ Сойти
с ума, обезуметь, лишиться ума. ■ Раушания ни ҡылыр, нисек хәл итер? Аҡылынан ғына яҙып ҡуймаһа, алйотланып ҡына бөтмәһә ине... Р. Камал.
2. Хис-тойғоларҙың саманан тыш булыуы. □ Неистовствовать, переходить меру (в проявлении каких-н. чувств). Аҡылдан шашып бейеу.
АҠЫЛДАН ЯҘЫУ (аҡылдан яҙ-) ҡ. ҡар. аҡылдан шашыу. Аҡылдан яҙып яратыу.
АҠЫЛ Д АШ (Р: советчик; И.: adviser; T: danışman) и.
Кәңәш биреүсе кеше. □ Советчик.
АҠЫЛ ЕТЕҮ (аҡыл ет-) (Р: догадаться; И.: guess; T.: anlamak) ҡ.
Берәй эш-хәлде уйлап еткереү; баш етеү. □ Догадаться, додуматься, сообразить. ■ Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды, куҙҙәрең-дең зәңгәр ялҡынын нисек курмәҫкә һуң, куҙем булып? Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым! Р. Ғарипов.
АҠЫЛ ЙӨРӨТӨҮ (аҡыл йөрөт-) (Р: размышлять; И.: ponder; T.: düşünmek) ҡ.
Уйлау, фекер йөрөтөү. □ Размышлять, думать, мыслить. ■ Дейеу уҙенең ун ике башындағы барлы-юҡлы аҡылын йөрөтөп уйлағанса, көн утеп кис булған, ти. Әкиәттән.
АҠЫЛ ЙЫЙЫУ (аҡыл йый-) (Р: набираться ума; И.: learn sense; T: düşünmek) ҡ.
1. Уйлау, уйлап эш итеү. □ Обдумать.
2. Тәжрибә, аң, фекер туплау. □ Набираться ума-разума. ■ Әгәр ҙә аҡылыңды йыймай эшләй торған булһаң, беҙ быны һиңә буш ебәрмәбеҙ! Ғ. Дәүләтшин.
АҠЫЛ-КӘҢӘШ (Р: советы; И.: various opinions; T.: akıl) и. йыйн.
Төрлө фекер, төрлө уй. □ Разные мнения, суждения, советы. Аҡыл-кәңәш бирешеу. Аҡыл-кәңәш ҡороу. ■ Аҡыл-кәңәш һорап һиңә килдек, йәнгә ауыр булған саҡтарҙа. Ф. Ча-нышева.
АҠЫЛЛАНЫУ (аҡыллан-) (Р: набраться ума; И.: learn sense; T: akıllanmak) ҡ.
217