АҠЫЛЛАШЫУ
1. Аҡыллыға әйләнеү. □ Набраться ума, стать умным. Ҙурая килә бала аҡыллана ул.
2. кусм. Ҡаты һабаҡ алып насар ҡылыҡтан тыйылыу. □ Образумиться.
АҠЫЛЛАШЫУ (аҡыллаш-) (Р.: обмениваться мнениями; И.: exchange opinions; T.: akıl danışmak) к.
Фекер алышыу, кәңәшләшеү, аҡыл-кәңәш бирешеү. □ Обмениваться мнениями, соображениями, советоваться. ■ Был дурт батыр бер-беренә яҡынлашты, йыртҡысҡа китмәк булып аҡыллашты. «Бабсаҡ менән Күсәк». Аҙаматтар килгән туй курергә, аҡыллашып, кәңәш итергә. М. Буранғол.
АҠЫЛЛЫ (Р.: умный; И.: intelligent; T.: akıllı) с.
1. Уйлап эш итә белеүсән; фекере камил, аңлы. □ Умный, рассудительный, мудрый. Аҡыллы кеше. ■ Аҡыллы ла егет ай шул булыр, һөйләмәҫ ул кеше ғәйбәтен. Халыҡ йырынан. [Әхиәр Хәким] бала сағынан уҡ бик зирәк аҡыллы, төртмә әсе телле, һәр нәмәне тиҙ отоп алыусан булып уҫә. Т. Юлдашева. • Мең алтын ташың булғансы, бер аҡыллы башың булһын. Мәҡәл. Аҡыллы ир — ил ағаһы, аҡылһыҙ ир — ил бәләһе. Мәҡәл. Иҫәр дуҫтан аҡыллы дошман яҡшыраҡ. Мәҡәл.
2. Дөрөҫ фекер йөрөтөүҙең һөҙөмтәһе булған, дөрөҫ уйланған. □ Умный, разумный. Аҡыллы кәңәш. Аҡыллы тәҡдим. Аҡыллы һуҙ. ■ Йомабикәгә бәхет донъяға аҡыллы ҡараш, тулы куңел, мәғәнәле йәшәу төшөнсәһе лә ул. Ғ. Хөсәйенов.
3. Тәртибе, ҡылығы матур; тыйнаҡлы, тәртипле. □ Воспитанный, умный. Аҡыллы бала. Аҡыллы ҡыҙ. ■ Дуҫының тәнҡит һуҙ-ҙәре — аҡыллы кешегә оло һабаҡ. Ә. Әхмәт-Хужа.
4. эйл.ф. Аҡыллым (яратып өндәшеу һуҙе). □ Умница моя.
♦ Аҡыллы баш көлк. Мөмкин булмаған нәмә һораған йәки теләгән кешегә әйтелә. □ соотв. Губа не дура. ■ [Хәҙрәттең һу-ҙен] ишеткәс, һалдаттар геу килеп .. көлө
шә башлай: «Ай-Һай, хәҙрәт, аҡыллы баш икәнһең!» В. Исхаҡов.
АҠЫЛЛЫЛЫҠ (аҡыллылығы) (Р: рассудительность; И.: wisdom; T: makullük) и.
Уй-фекер камиллығы, аңлылыҡ. □ Рассудительность, благоразумие, рассудочность. Аҡыллылығы йөҙөнә сыҡҡан.
АҠЫЛ ТЕШЕ (Р: зуб мудрости; И.: wisdom tooth; T: akıl dişi) и.
Егерме йәштән үткәс сыға торған иң төпкө теш. □ Зуб мудрости.
АҠЫЛ ТӨШӨҮ (аҡыл төш-) (Р: прийти в голову; И.: come to mind; T: akla gelmek) ҡ.
Берәй уй, фекер килеү. □ Прийти в голову.
АҠЫЛ УЛТЫРЫУ (аҡыл ултыр-) (Р: поумнеть; И.: grow wiser; T.: akıllanmak) ҡ.
Аҡылланыу, аҡыллыраҡ булыу. □ Поумнеть. ■ Беҙгә, бәлки, аҡыл ултыралыр ғумер уткән һайын. М. Кәрим.
АҠЫЛ ҺАТЫУ (аҡыл һат-) (Р: умничать; И.: show off one’s intelligence; T.: ukalalık etmek) ҡ.
1. Аҡыллы һүҙ һөйләп маташыу. □ Умничать, мудрствовать. ■ Студент Сәләй байтаҡ ҡына аҡыл һатҡан иҫерек баш менән. Б. Вәлид.
2. Берәйһен өйрәтеү. □ Поучать кого.
АҠЫЛҺЫҘ (Р: глупый; И.: dumb; T.: budala) с.
1. Уйлап эш итә белмәгән; алйот. □ Глупый, неумный, умственно ограниченный. Аҡылһыҙ кеше. ■ Иллелә иҫәр ҙә ипкә килә тигәндәр, ә ул аҡылһыҙ кеше ту гел. Б. Бикбай. • Аҡылһыҙ кешегә аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр. Әйтем.
2. Дөрөҫ фекер йөрөтмәүҙең һөҙөмтәһе булған, дөрөҫ уйланмаған. □ Неуместный, глупый. Аҡылһыҙ һуҙ. Аҡылһыҙ эш.
3. Тәртибе, ҡылығы насар; тыйнаҡһыҙ, тәртипһеҙ. □ Невоспитанный, дурной. Аҡылһыҙ бала. Аҡылһыҙ ҡылыҡ.
218