Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 219


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠЫРЫУ
АҠЫЛҺЫҘЛАНЫУ (аҡылһыҙлан-)
(Р.: глупеть; И.: grow stupid; T.: aptallaşmak) ҡ.
1. Аҡыл йөрөтөү, фекерләү һәләтен юғалтыу; алйотланыу. □ Глупеть, становиться глупым, дуреть. Аҡылһыҙлана барыу.
2. Ныҡлап уйламай, еңел генә уйлап эш ҡылыу. □ Дурить, шалить, озорничать.
АҠЫЛ ЭЙӘҺЕ (Р.: мудрый человек; И.: wise person; T.: bilge) u.
1. Аҡыллы, аҡылға бай кеше. □ Мудрый, рассудительный человек. ■ [Перовский В. И. Даль тураһында:] Иҫ киткес аҡыл эйәһе һәм ғәжәп мәғлумәтле кеше, уҙем махсус һоратып алдырҙым. 3. Ураҡсин.
2. колк. Хәйләкәр. □ Хитрый.
АҠЫЛ ЮЙЫУ (аҡыл юй-) (Р.: лишиться ума; И.: lose mind; T.: akılı kaybetmek) ҡ.
Уйлау һәләтен юғалтыу, аҡылһыҙланыу.
□ Лишиться ума, разума. ■ Македонский бер ваҡытта ла аҡылын юйғансы хәмер эсмәй. Р Камал.
АҠЫМ и. диал. ҡар. һағым.
АҠЫМБӘТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
һарт-әйҙе ырыуының аймағы. □ Название родового подразделения башкир-сарт-айлинцев.
АҠЫН (Р: акын; И.: akyn; T.: saz şairi) и.
Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм ҡарағалпаҡтарҙағы халыҡ сәсәне; өләң әйтеүсе. □ Аҡын (поэт-импровизатор, певец). ■ Мәскәуҙе маҡтай шағирҙар, йырсылар йырлай уны, аҡындар, ашуҡ, сәсәндәр хөрмәтләп ҙурлай уны. Р. Ниғмәти.
АҠЫНСЫҠ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Барын-табын ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Родовое подразделение башкир-барын-табынцев.
АҠЫР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бишауыл-уңғар ырыуының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-бишаул-унгарцев.
АҠЫРАЙТЫУ (аҡырайт-) ҡ. ҡар. аҡрайыу.
АҠЫРАЙЫУ (аҡырай-) ҡ. диал. ҡар. аҡрайыу. ■ Ултырам аҡырайып, ни эшләргә белмәй. Экспедиция материалдарынан.
АҠЫРТЫН (Р: медленно; И.: slowly; T.: yavaş) р. диал.
Аҡрын. □ Медленно.
АҠЫРТЫУ (аҡырт-) (Р: принуждать кричать; И.: make cry; T.: bağırtmak) ҡ.
Яман итеп ҡысҡыртыу; баҡыртыу. □ Принуждать кричать. ■ Әфисәр кәзәне мунсаға килтерергә ҡушҡан. Ярай, килтергәндәр. Шунан ул кәзәне аҡыртып туҡмай башлаған. Әкиәттән.
АҠЫРЫНЫУ (аҡырын-) (Р: накричать; И.: shout (at); T.: birinin yüzüne bağırmak) ҡ.
Асыу менән кешегә ҡысҡырыу; екеренеү.
□ Накричать, наорать. ■ [Котлобай]револьверын әле тәҙрәгә, әле часовойҙарға һелкеп һугенә, аҡырына. Һ. Дәүләтшина.
АҠЫРЫП-БАҠЫРЫП (Р: крича; И.: shouting; T.: bağırarak) р. кусм.
Бик яман ҡысҡырып. □ Крича. ■ Ҡәмәр әбей аҡырып-баҡырып Ғәләуҙе ҡыуа башланы. Т. Йәнәби.
АҠЫРЫУ (аҡыр-) (Р.: кричать; И.: yell; T.: bağırmak) ҡ.
1. Яман тауыш менән ҡысҡырыу. □ Кричать, орать. ■ [Прапорщик:] Ул ниндәй тауыш?! Кемдәр ул аҡыра? Д. Юлтый. • Аҡырған башлыҡ тугел, аҡылы бар башлыҡ. Әйтем.
2. Асыуланып яман ҡысҡырыу; екереү.
□ Наорать, накричать на кого. Балаға аҡырырға ярамай.
3. Яман ҡысҡырып илау. □ Выть, реветь. Аҡырып илау. ■ Ул [Сания]тағы ла аҡырырға тотондо. Иланы-иланы ла, булмәнән сығып китте. М. Тажи.
219