Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 220


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠЫРЫШЫУ
АҠЫРЫШЫУ (аҡырыш-) ҡ. урт. ҡар. аҡырыу, взаимн. от аҡырыу.
АҠЫШ (Р.: навыкат; И.: pop-eyed; T.: fırlak) с.
Ҙур булып, ағы күренеп торған (куҙгә ҡарата);аҡрый. □ Навыкат, навыкате (о глазах). ■ Сөнәғәттәрҙең дә бер аҡыш куҙле ҡонандары бар ине. Ҡ. Ибәтуллин. Матур ғына ҡыҙ булып уҫеп килгәнемдә, куҙемә аҡ һалды. Бына, ҡур аҡыш ҡуҙ инәйеңде. Г. Яҡупова.
АҠЫЯ (Р.: снегирь; И.: bullfinch; T.: şakrak kuşu) и. зоол.
Алаҡас турғайҙар ғаиләһенә ҡараған, турғайҙан ҙурыраҡ ҡош. Ата ҡоштоң башы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йымылдаҡ ҡара, арҡаһы күкһел һоро, ҡорһағы, ҡойроҡ төбө өҫтән дә, аҫтан да аҡ, түше ҡыҙыл. Инә ҡоштоң түше көрәнһыу һоро; ҡыҙылтүш, ҡантүш. □ Снегирь (лат. Pyrrhula pyrrhula). ■ Аҡыя ылыҫлы һәм аралаш урмандарҙа, ҡышҡыһын төрлө урында, кеше торлағына яҡын йәшәй. Уның ҡыҙғылт көрән тәнле аҡһыл зәңгәр 4-6 бөртөк йомортҡаһы була.
Э. Ишбирҙин.
АҠ ЭСЕРЕҮ (аҡ эсер-) (Р: обычай; И.: custom to treat smb with dairy produce; T.: âdet) ҡ. этн.
Һуғышҡа, алыҫ юлға сыҡҡан кешегә аҡ (һөт, ҡымыҙ һ.б.) эсереп, иҫән-һау ҡайтыуын теләү. □ Обычай поить молочными продуктами человека, уходящего на войну, в дальнюю дорогу.
АҠ ЭБЕЙ (Р: пожилая женщина; И.: elderly woman; T.: yaşlı kadın) и. диал.
Атай менән әсәйҙең апаһы йәки уларҙан оло хөрмәтле ҡатын кеше. □ Уважаемая среди родственников пожилая женщина.
АҠ ӘНИС (Р: тмин обыкновенный; И.: caraway; T.: kimyon) и. бот.
Туғайҙарҙа, йылға-күл буйҙарында, урман аҡландарында, юл эргәһендә үҫкән аҡ йәки алһыу сәскәле ике йыллыҡ үлән. □ Тмин обыкновенный (лат. Сагит).
АҠ ЯБАЛАҠ (Р: белая сова; И.: snowy owl; T: kar baykuşu) и. зоол.
Ҡаҙ ҙурлығындағы иң ҙур ябалаҡ, дөйөм төҫө аҡ, ҡара таптар, төртөктәр менән сыбарланған; көндөҙ ҙә оса. Күҙ ҡабаҡтары ҡыҙыл, аяҡтары һары була; ҡуян ябалағы, аҡ сая. □ Белая сова (лат. Bubo scandiacus). ■ Аҡ ябалаҡтың ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2-3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы кимереуселәрҙе ҡырып ҙур файҙа килтерә. Э. Ишбирҙин.
АҠ ЯУЛЫҠ I (яулығы) (Р: амнион; И.: amnion; T: amniyon) и. диал.
Ҡарындағы баланы уратып алған яры, йөҙлөк. □ Амнион.
АҠ ЯУЛЫҠ II (яулығы) и. диал. ҡар. аҡ кейеҙ.
АҠ ЯУРЫН(ЛЫ) САЛ БӨРКӨТ (Р: белоплечий орлан; И.: steller’s sea eagle; T: stellers deniz kartalı) и. зоол.
Ҡая таштарҙа, яланға яҡын бейек тауҙарҙың, яңғыҙ-ярым үҫеп ултырған бейек ҡарағас, ҡайын ағастарының баштарында оялаған иң көслө бөркөттәрҙең бер төрө. □ Белоплечий орлан (лат. Haliaeetus pelagicus). ■ Әуәл башҡорт һунарсылары аҡ яурынлы сал бөркөттоң яңы ғына сыҡҡан балаларын ояларынан алып, уҫтереп, ҡулға өйрәткәндәр. Һыбай килеш эйәр ҡашына ултыртып, һунарға сыҡҡандар. Бөркөт менән төлкө, буре һәм башҡа йәнлектәрҙе тотҡандар. К. Дияров.
АҠ ЯУЫН I (Р: мелкий дождь; И.: drizzling rain; T.: ahmakislatan) и. диал.
Оҙаҡҡа һуҙылған быҫҡаҡ ямғыр. □ Долгий мелкий дождь.
АҠ ЯУЫН II (Р: священный дождь; И.: rain with no thunder; T.: yağmur) и. миф.
Йәшенһеҙ ямғыр (башҡорттарҙың ыша-ныуы буйынса, муллыҡ, уңыш килтереусе изге ямғыр). □ Дождь без грома (по верованиям башкир, священный дождь, притягивающий изобилие, плодородие).
АЛ I [дөйөм төрки] (Р: перед; И.: in front of; T: ön) и.
220