АЛА
1. Ниҙең дә булһа йөҙө ҡараған тараф; киреһе — арт. □ Перед. Ал менән барыу. Ал менән боролоу. Ал менән тороу. ■ Билеңә таҡҡан ҡылысың — Урал батыр ҡылысы; алдыңда урман торғанда, юлың йылға булғанда, урманын да, һыуын да айыра ярған ҡылыс ул. «Аҡбуҙат». • Алдыңа бер ҡара, артыңа биш ҡара. Мәҡәл. Ата-әсәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер. Мәҡәл. Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын. Әйтем.
2. Ниҙең дә булһа йөҙө ҡараған тарафҡа яҡын ер. □ Передняя сторона; фасад (здания). Капҡа алды. ■ Өй алдында куксин. Күкһел тулҡын ише сәскә лә. М. Ямалетдинов.
3. Ниҙең дә булһа йөҙө ҡараған яҡтағы өлөшө. □ Передняя часть. Арбаның алды. Күлдәктең алды.
4. Берәй эш-хәл башланыуға тиклемге ваҡыт. □ Канун. Байрам алды. Туй алды. Ураҡ алды. ■ Ул бәндә таң алдынан килде. Тәлғәттең иң тәмле йоҡоһонда баҫып инде өйгә! Р. Камал.
5. 3-сө зат эйл. һәм төб., y-в., сығн. клш. аффикстары менән бәйләүес функцияһында ҡулланыла (ҡар. алдына, алдынан, алдында). □ В функции служебного имени.
♦ Алдан ҡалғанса ашау туйғанса ашау. □ Наесться до отвала, есть досыта. ■ Байҙар, кәйеф-сафа ҡороп, алдарынан ҡалғанса тәмле-татлы ғына ашап йәшәй бирә. Ж. Кейекбаев. Алдынан арты яҡшы (йәки хәйерле) киткәне яҡшы, әйҙә китһен, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Лучше, если его не будет, соотв. Скатертью дорога. ■ [Нурый:] Алдығыҙҙан артығыҙ яҡшы, һеҙҙән башҡа ла тора белербеҙ әле. А. Таһиров. Алды-артты уйламай аҙаҡ нисек булырын ҡарап, уйлап тормай. □ Не подумав, не думая, к чему приведёт (содеянное). Бер алдына, биш артына төшөү (йәки сығыу) юхаланып, кешенең күңелен ауларға тырышыу. □ Заискивать, лебезить, соотв. Рассыпаться мелким бесом перед кем. ■ [Әхсән:]
Прилавка өҫтөн тауар менән тултырып ташла, берен оҡшатмаһалар, икенсеһен .. маҡта, һыла-һыйпа, алыусының бер алдына, биш артына төш. X. Ибраһимов.
АЛ II [дөйөм төрки] (Р.: захват; И.: capture; T: aralık) и.
Бесән, иген эше башҡарғанда бер кеше иңләп барған аралыҡ. □ Захват (при жатве или косьбе вручную). ■ Гөлкәй ураҡсыларға ал бүлеп йөрөй. Ғ. Аллаяров.
АЛ III [дөйөм төрки] (Р: алый; И.: rosy; T.: al) с.
Аҡһыл ҡыҙыл, асыҡ ҡыҙыл. □ Алый, розовый, румяный, малиновый. Ал байраҡ. Ал яулыҡ. Ал таң. Ал сәскә. Ал шәфәҡ. ■ Фәриҙәгә бигерәк тә Гәзимәләрҙең селтәрләп эшләнгән ал төҫтәге тәҙрә баштары оҡшай. Ф. Рәхимғолова. Ал таңдарҙың тәүге нурҙары — улары ла һиңә. Ф. Кузбәков.
АЛ IV [дөйөм төрки] (Р: передний; И.: in front of; T.: ön) c.
Алғы яҡтағы. □ Передний. • Ал тәгәрмәс ҡайҙан тәгәрләһә, артҡыһы ла шунан тәгәрләй. Әйтем.
АЛ V (Р: восток; И.: the Orient; T.: Doğu) и. миф.
Көнсығыш, изге, яҡшы яҡ. □ Восток, имеет положительную семантику.
АЛА I (Р: пёстрый; И.: spotty; T.: alaca) c.
1. Аҡ менән ҡара йәки башҡа төҫ аралашҡан. □ Пёстрый, пятнистый, пегий (о масти животных). Ала ҡаҙ. Ала һыйыр. Ала эт. Ерән ала. Күк ала. Кара ала. Кола ала. Кыҙыл ала. ■ Йылҡының да алаһы бар, ҡолаһы бар. М. Ямалетдинов.
2. Күл төбөнән сыҡҡан мифик аттар төҫө. Юл эйәһенең атының төҫө. □ Пегая масть, мифологизированный цвет. ■ Ала атлы Юл тәнре мин. Арбауҙан.
АЛА II (Р: по, вплоть, до; с; И.: till; T.: kadar) бэйл.
Сығн. клш. исемдәр менән килеп, «тәңгәл», «тотош» тигән мәғәнәне бирә. □ По, вплоть, до; с (послелог с исх. п.). Баштан ала ябыныу. Билдән ала батыу.
221