АЛА
АЛА III (Р.: витилиго; И.: vitiligo; Т.: vitiligo) и. мед.
Тәнде аҡһыл таптар ҡаплаған ауырыу исеме. □ Витилиго.
АЛАБАЙ I (Р.: кличка собаки; И.: dog’s name; T: köpek adı) и.
1. Эт ҡушаматы. □ Кличка собаки.
■ Минең менән бер төптән булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, аҡтырнаҡтар, алабайҙар. Ш. Бикҡол.
2. кусм. Эт. □ Собака. ■ Тик йоҡоһо ҡасҡан алабайҙар абалайҙар алыҫ-алыҫта. Р. Ғарипов.
3. кусм. Бер ҡатлы, хәйләһеҙ, ябай кеше.
□ Простодушный человек. ■ [Раушания:] Был әрһеҙ алабайҙы хәҙер ук ҡыуалап сығарырға ла ҡапҡаны бикләп ҡуйырға. Р. Камал.
4. бот. Ябай һабаҡлы бер йәки күп йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Пупавка (лат. Anthemis).
АЛАБАЙ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ, бөрйән, үҫәргән ырыуҙарының аймаҡтары. □ Родовые подразделения башкир-кыпчаков, бурзян, усерган.
АЛАБАЙ III (Р: простодушный; И.: kind; T.: iyi kalpli) с. һөйл.
Ябай, асыҡ күңелле, бер ҡатлы, хәйләһеҙ. □ Простодушный, добрый, отзывчивый. Алабай кеше.
АЛАБАЛЫҠ (алабалығы) (Р: сиг;
И.: whitefish; T: alabalık) и. зоол.
Һөмбаштар төркөмөнә ингән йылтыр аҡ тәңкәле, ҡара һыртлы, затлы, төньяҡ сөсө һыу балығы. □ Сиг (лат. Coregonus).
■ Алабалыҡ бик аҡрын уҫә. Уны тота башлау өсөн иң кәмендә биш-алты йыл уҫеуен көтөргә кәрәк. И. Ниғмәтуллин.
АЛАБАРМАН (Р: неосмотрительный; И.: thoughtless; T.: ihtiyatsız) с.
Эш-ҡылыҡта иғтибарһыҙ, һаҡһыҙ, ҡабалан. □ Неосмотрительный, неосторожный, опрометчивый. ■ Минең ҡартым алабарман
бит ул, куҙен алған кугәуен кеуек, — тине Кәримә еңгәй. С. Кулибай.
АЛАБАРМАНЛАНЫУ (алабарманлан-) (Р: поступать опрометчиво; И.: act thoughtless; T.: düşüncesizce davranmak) ҡ.
Иғтибарһыҙ, һаҡһыҙ ҡыланыу, алабарман булыу. □ Поступать опрометчиво, быть неосмотрительным, неосторожным. ■ [Әҡлимә:] Атаҡ-атаҡ!.. Былай алабарманланып, аҡты-ҡараны курмәй, ҡайҙа атылаһың? Н. Иҙелбай.
АЛАБАРМАНЛЫҠ (алабарманлығы) (Р: опрометчивость; И.: hastiness; T.: düşüncesizce olma) и.
Алабарман кешегә хас сифат. □ Опрометчивость, неосмотрительность, неосторожность. Алабарманлыҡ курһәтеу. ■ Алабарманлыҡ кешенең ғәҙәте лә булып китә. Т. Морат.
АЛАБАШ ҠУРҘАЙ (Р: вертлявая камышевка; И.: marsh warble; T.: sarı kamışçın) и. зоол.
Ҡамыш, япраҡ араларында осоп йөрөй торған турғайҙан бәләкәйерәк теремек ҡош. Һырты ҡара һәм ерән таплы һарғылт һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы көрәнһыу аҡ, түбәһе уртаһынан һары һыҙыҡ үтә, уның ике яғында киң генә ҡара таптар бар, ҡаштары аҡ була. □ Вертлявая камышевка (лат. Acrocephalus paludicola). ■ Алабаш ҡурҙай бик һирәк осрай. Ҡамыш йәки улән һабаҡтарында оя яһай. Ҡыҙғылт һәм һоро таптар менән сыбарланған 5-6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Э. Ишбирҙин.
АЛАБУҒА (Р: окунь; И.: perch; T.: tathsu levreği) и.
1. зоол. Сәнске ҡанатлылар төркөмөнә ингән йәшкелт ала тәнле, ҡыҙыл ҡанатлы, һырты сәнскеле йыртҡыс балыҡ. □ Окунь (лат. Perea fluviatilis). Диңгеҙ алабуғаһы. Йылға алабуғаһы. ■ Алабуға ҡояшлы ваҡытта селәусенде еҫкәп тә ҡарамай. Ф. Әсәнов.
2. миф. Изге, тотем балыҡ. □ Священная рыба.
222