Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 223


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛАҒОРТ
3. этн. Табын ырыуының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-табынцев.
АЛАБУҒА ҺЫМАҠТАР (Р.: окуневые; И.: moronidae; T: levrek) и. зоол.
Диңгеҙҙәрҙә һәм сөсө һыуҙарҙа йәшәй торған мөһим промысла балыҡтары. □ Окуневые (лат. Percidae).
АЛАБУТА (Р.: лебеда; И.: orach; Т: ка-rapazı) и. бот.
1. Баҫыуҙарҙа, баҡсала һ.б. эшкәртелгән ерҙә үҫкән ваҡ ҡына йылтыр орлоҡло, сыбар, тарбаҡ һабаҡлы бер йыллыҡ сүп үләне.
□ Лебеда (лат. Atriplex). Аҡ алабута. Кук алабута. Ҡара алабута. Ҡыҙыл алабута. ■ Бейек алабуталар, әремдәр араһынан саҡ ҡына күренеп ултырған бәләкәй бер өй генә йоҡламай. 3. Биишева. • Алабута аш имеш, алтын-көмөш таш имеш. Әйтем.
2. диал. Мысай. □ Лисохвост.
АЛАҒАЙЫМ (Р: ненужный; И.: unnecessary; T: gereksiz) с.
Кәрәкһеҙ, файҙаһыҙ, буш. □ Ненужный, бесполезный. ■ Көн дә яныр инем, яҙыр инем — олағайым уйын оҡшамай. Б. Бикбай.
АЛАҒАЙЫМҒА (Р: напрасно; И.: unnecessary; T: boşuna) р.
Һис кәрәкһеҙгә, бушҡа; сәбәпһеҙгә.
□ Напрасно, понапрасну, попусту, бесполезно, зря. Алағайымға борсолоу. Алағайымға йөрөү ■ Әлегә тынлыҡ, ара-тирә немец һаҡсыларының, алағайымға автомат тырылдатып алғаны ғына ишетелә. Ә. Хәкимов.
АЛАҒАНАТ I (Р: чернолобый сорокопут; И.: shrike; T: kara alınlı örümcek kuşu) и.
1. зоол. Һырты һоро, маңлайы, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара, ҡанаттарында аҡ таптар һәм ҡойроғоноң ике яғында аҡ һыҙығы булған сыйырсыҡ ҙурлыҡ ҡош. □ Чернолобый сорокопут (лат. Lanius minor). ■ Алағанат бөжәктәр, сицерткә, сысҡан, ҡош йомортҡалары ме
нән туйына .. Ағаста йәки ҡыуаҡта оялай. Көрән таплы 4-6 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була. Э. Ишбирҙин.
2. этн. Ҡыпсаҡ ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-кыпчаков.
АЛАҒАНАТ II (Р: летун; И.: job-hopper; T: bir dalda durmaz) и. һөйл.
Еңел тормош эҙләп, төрлө ерҙә йөрөгән елғыуар кеше. □ Летун. ■ Һин бит алағанат, летун, бисәңдең, елкәһен кимереп ятаһыц. М. Тажи.
АЛАҒАНАТ СӘПСӘҮ (Р: авдотка; И.: stone curlew; T: bayağı kocagöz) и. зоол.
Һырты буй һыҙатлы һарғылт көрән, ҡорһаҡ яғы аҡһыл һары, түшендә буй-буй ваҡ таптары булған күгәрсен ҙурлығындағы ҡош. Ҡыҫҡа һары суҡышының ос яғы ҡара, күҙҙәре ҙур һары төҫтә була; төн сәп-сәүе, гәрәбәгүҙ. □ Авдотка (лат. Burhinus oedicnemus). ■ Алағанат сәпсәу эре бөжәктәр, кеҫәртке, һыу йәнлектәре менән туҡлана. Ояһын һыуға яҡыныраҡ урынға эшләй.
Э. Ишбирҙин.
АЛАҒАНАТ ТУРҒАЙ (Р: зяблик; И.: chaffinch; T: bayağı ispinoz) и. зоол.
Ата ҡоштоң түбәһе күкһел һоро, маңлайы ҡара, сикәләре, тамағы һәм түше ҡыҙғылт көрән, арҡаһы ҡуйы көрән, ҡойроҡ төбө өҫ яҡтан йәшел, ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара көрән төҫтә булып, ҡанаттарында ике оҙонса арҡыры аҡ тап бар, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙаттар үтә. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө көрәнһыу булған турғай ҙурлыҡ ҡош.
□ Зяблик (лат. Fringilla coelebs). ■ Алағанат турғай матур итеп һыҙғыра һәм сутылдап һайрай. Бөжәктәр, улән һәм ағас орлоҡтары менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
АЛАҒАРАЙ (Р: апрель; И.: April; Т.: Nisan) и.
Календарь йылының дүртенсе айы.
□ Апрель. ■ Халыҡ тапҡыр, һәр нәмәгә мәғәнә һалып ҡарай. Апрель ала-сола ятҡас, һәуер йә алағарай. М.Ишбулатов.
АЛАҒОРТ (Р: алакурт; И.: gadfly species; T.: atsineği türü) и.
223