Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 224


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛАҒОШ
1. зоол. Йорт хайуандарының тиреһе аҫтына инеп паразитлыҡ итә торған 6 мм ҙурлыҡтағы ваҡ бөжәк. □ Алакурт, вид овода.
2. этн. Ҡатай ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени катай.
АЛАҒОШ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-бурзянцев.
АЛАДОРМАН (Р.: горячий; И.: hot-tempered; T.: kızgın) с. диал.
Ярһыу. □ Горячий. Аладорман ат.
АЛАДЫУА и. зоол. ҡар. алатуба.
АЛА ИРЛӘН (Р: хомяк; И.: hamster; Т.: hamster) и. зоол. диал.
Ирлән. □ Хомяк (лат. Cricetinae).
АЛАЙ I (Р: полк; И.: regiment; T.: alay) и. иҫк.
Боронғо башҡорт ғәскәренең бер бүлеме. □ Полк. ■ Йөрәктау янына ебәрелгән Хох-ловтың полкын пыран-заран килтергәс, улар [башҡорттар] үҙҙәренең алайҙары менән Өфөгә йүнәлде. Ғ. Ибраһимов.
АЛАЙ II (Р: так; И.: so; T.: öyle) р. һөйл.
Улай. □ Так.
АЛА ҠАҘ (Р: серый гусь ; И.: grey goose; T: kaz) и. зоол.
Йорт ҡаҙына оҡшаған, шул ҙурлыҡтағы, дөйөм төҫө көрәнһыу һоро булған күсмә ҡош; ҡыр ҡаҙы. □ Серый гусь (лат. Anser anser). ■ Ала ҡаҙ сыбар ҡаҙҙан сағыуыраҡ төҫө, ҙурыраҡ булыуы һәм алһыу суҡышы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
АЛАҠАЙ I с. аҙһ. дәр. ҡар. ала I. уменыи. степ, от ала I.
АЛАҠАЙ II (Р: тряпичный половик; И.: doormat; T: paspas) и. диал.
Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный половик.
АЛАҠАЙ Ш (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Барын-табын ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение барын-табынцев.
АЛАҠАН (Р: пригоршня; И.: handful; T: avuç) и.
1. Ус эсе. □ Пригоршня.
2. Ус төбө, ус аяһы. □ Ладонь. ■ Ҡаҙаҡ ҡуйының оса майы ус алаҡанындай итеп ҡырҡылған да ҡулламаның өҫтөнә өймәләмә итеп һалынған. Ғ. Дәүләтшин.
АЛАҠАНЛАҠ (Р: непоседливый; И.: restless; T: yerinde durmaz) с.
1. Алан-йолан итеп, суҡанлап торған. □ Непоседливый, вертлявый. Алаҡанлаҡ бала.
2. Теләһә кемгә күҙ йүгертеп барған (күберәк ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Вертлявый.
АЛ АҠ АН Л АУ (алаҡанла-) (Р: озираться; И.: gaze round; T: etrafına bakınmak) ҡ.
Тирә-яҡҡа алан-йолан ҡарау. □ Озираться, оглядываться по сторонам. ■ [Үгеҙ] шундай яман итеп үкереп ебәрҙе, хатта күләгәлә тыныс ҡына көйшәп ятҡан һыйырҙар ҙа урындарынан тороп, алаҡанлай башланы. Н. Ғәлимов.
АЛА ҠАР (Р: весенняя распутица; И.: bad roads in spring; T: yolların çamurdan geçilmez olduğu zaman) и.
Ҡар иреп, урыны-урыны менән ер асыла башлаған яҙғы мәл. □ Весенняя распутица, когда земля пестрит проталинами. ■ Яҙ һайын, ырҙын артлап, ала ҡарлы юлдан йүгереп килгәндә ҡып-ҡыҙыл булған ялан аяҡтар бында,.. парлы ҡара тупраҡта кинәнеп йылынып китә. 3. Биишева. • Ала ҡарҙа аласағың булһын. Мәҡәл.
АЛА ҠАРҒА (Р: серая ворона; И.: crow; T: karga) и. зоол.
1. Суҡышы, башы, түше, ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө ҡуйы һоро төҫтәге, парлашып йәки күмәкләшеп йәшәгән ҡош. □ Серая ворона (лат. Corvus comix). ■ Ала ҡарғаның бер өлөшө ҡыш көньяҡҡараҡ күсә, икенсе өлөшө ҡалалар тирәһендә үткәрә. Кешенән ҡалған төрлө
224