Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 225


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛАМА
ташландыҡ аҙыҡтар, үләкһә, ҡош себештәре, балыҡ менән туҡлана. Э. Ишбирҙин. • Ала ҡарға килһә, ҡар оҙаҡ ятмай, һынамыш.
2. миф. Изге ҡош, тотем. □ Священная птица, тотем. Ала ҡарғаны үлтерергә ярамай, изге ҡош ул.
3. күсм. Башҡаларҙан берәй яғы менән айырылып торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Белая ворона. ■ Уй-теләктәрҙең сикле булыуы сәбәпле, тиңдәштәр араһында «ала ҡарға» булып йөрөүем өсөн эстән генә атай-әсәйемә, өләсәйемә үпкәләп, күҙ йәштәре түккән саҡтарым аҙ булманы. «Башҡортостан», 30 август 2011.
АЛАҠАС КҮБӘЛӘКТӘР (Р.: пестрян ки; И.: Zygaenidae; T.: kelebekler türü) и. зоол.
Сағыу төҫтәге ҡанатлы көндөҙгө күбәләктәр төрө. □ Пестрянки (лат. Zygaenidae}.
АЛАҠАСТАР и. ҡар. зоол. алаҡас күбәләктәр.
АЛАҠАС ТУРҒАЙ (Р.: вьюрок; И.: mountain finch; T.: dağ ispinozu) и. зоол.
Ата турғайҙарының төҫө йылтыр ҡара, аҡ һәм ҡыҙыл көрән аралаш булған турғай; аҡбауыр. □ Вьюрок (лат. Fringilla топ-tifringilla).
АЛАҠ-ЙОЛАҠ (Р.: полосатый; И.: striped; T.: çizgili) с.
Буйлы-буйлы булған. □ Полосатый. Алаҡ-йолаҡ сапан.
АЛАҠЛАУ (алаҡла-) (Р.: делать пёстрым; И.: make spotty; T: alacalı etmek) ҡ.
Ала итеү, ала-сола итеү. □ Делать пёстрым.
АЛА-ҠОЛА (Р: пятнистый; И.: motley; T.: benekli) с.
Төрлө төҫ аралашҡан, сыбар. □ Пятнистый, пёстрый, разношёрстный. Ала-ҡола кейенгән кешеләр. ■ [Колой:] Ул ерҙәр бер ҙә генә урған ергә оҡшамаған, ҡаҙ ашаған шикелле, ала-ҡола булып ята. С. Мифтахов. • Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа. Әйтем.
АЛАҠСЫН (Р: белое пятно; И.: white spot; T.: beyaz leke) и. диал.
Башҡа төҫ өҫтөндәге аҡ тап. □ Белое пятно, белый цвет на фоне другого. Алаҡсын болоттар.
АЛАҠ-ҺУЛАҠ (Р.: аляповатый; И.: gaudy; T.: alaca) с. диал.
Ала-сола. □ Аляповатый. Н Алаҡ-һулаҡ яҡтыла уның [әбейҙең] сирышып бөткән сырайы ғәжәп ҡырыҫ .. һымаҡ күренде миңә. Н. Мусин.
АЛАҠ-ШАҠАЛАЙ (Р: чехарда; И.: leapfrog; T.: birdirbir) и.
Малайҙар, егеттәр уйнай торған уйын (уйнаусылар икегә бүленә; бер төркөмө, билдән бөгөлөп, тотоношоп, бер-бер артлы баҫа; икенсе төркөмдәгеләр уларҙың өҫтөнә һикереп ултыра; аҫтағылар йығылмаһа, һикергәндәре улар урынына баҫа); шап-шаҡыр. □ Чехарда. Алаҡ-шаҡалай уйнау.
АЛАЛАНЫУ (алалан-) (Р: становиться пёстрым; И.: become spotty; T.: alacalanmak) ҡ.
1. Ала төҫкә инеү, алаға әйләнеү. □ Становиться пёстрым, покрываться крапинами. Туҡыма алаланды.
2. Ала булыу. □ Быть пёстрым, разноцветным. ■ Нарыш-тау итәгендә .. алаланып ҡар ята. Ә. Вәли.
АЛАЛАУ (алала-) (Р: делать пёстрым; И.: render spotty; T.: alacalamak) ҡ.
Ала итеү, алаға әйләндереү. □ Делать пёстрым, покрывать пятнами. Туҡыманы алалап һуғыу.
АЛАЛЫ-ҠОЛАЛЫ с. ҡар. ала-ҡола.
АЛАМА I (Р: рваный; И.: torn; T.: eskimiş) с.
1. Иҫкереп туҙған, тишек-тошоҡ, йыртыҡ. □ Рваный, дырявый, изношенный. Алама бүрек. Алама күлдәк. ■ Ғәлимә еңгә, үҙе менән бергә ғүмер иткән алама юрғанын асып, аҡрын ғына торҙо ла, мейес эсенән быймаһын алып кейҙе. Б. Ишемғол.
2. Иҫкергән, емерелергә торған. □ Обветшалый, ветхий. Алама һарай. К Әсәй ҡартая, алама булһа ла ой бар. Ҡайтырға,..
&- 1.0151.11
225