АЛАМА
хужалыҡты рәткә һалырға, әсәйҙе ҡарарға кәрәк. Б. Бикбай
3. Насар, яман. □ Плохой, скверный, дурной. Алама ғәҙәт. Алама холоҡ. Алама кеше. Алама көн. Алама хәбәр. ■ Буран ҡотора, күҙ асырлыҡ әмәл юҡ. Яҙғы буран бигерәк тә алама була бит ул. Р. Солтангә-рәев. Үҙ фиғелең булһа алама, ситте тәнҡитләмә, талама. Ә. Әхмәт-Хужа.
АЛАМА II (Р.: тряпьё; И.: rag; T.: paçavra) и.
Иҫкергән, туҙған кейем-һалым, тотонолған сепрәк-сапраҡ; алам-һалам. □ Тряпьё, ветошь. Алама йыйыу.
АЛАМА III (Р: шерсть весенней линьки; И.: molt; T: ilkbahar tüyü) и. диал.
Баҡта. □ Шерсть весенней линьки.
АЛАМА IV (Р: послед; И.: placenta; T: plasenta) и. диал.
Сыуын. □ Послед.
АЛАМА V и. диал. ҡар. ҡый.
АЛАМАҒОЛОШ (Р: оборванец; И.: ragamuffin; T: hırpani) и. кәмһ.
Насар кейенеп йөрөгән ярлы кеше.
□ Оборванец. ■ [Заһит:] Ғәйзулла өйҙәме икән? Өйҙә булып та өйөнә индермәһә, ҡайҙа барырға! Уның бәлки һөйләшкеһе лә килмәҫ әле. Аламағолоштоң кемгә кәрәге бар. Я. Хамматов.
АЛАМАЛАНЫУ (аламалан-) (Р: изнашиваться; И.: wear (out); T.: eskimek) ҡ.
1. Аламаға әйләнеү; иҫкереү, туҙыу.
□ Изнашиваться, рваться. Кейем иҫкерҙе, аламаланды.
2. Насарайыу, яманға әйләнеү. □ Портиться, ухудшаться. Баланың холҡо аламаланды. Хәлем аламаланды. Көн аламаланды.
АЛ АМ АЛ ЫҠ (аламалығы) (Р: изношенность; И.: ragged state; T: köhnelik) и.
1. Иҫкергәнлек, туҙғанлыҡ. □ Изношенность, обветшалость. Кейемдең аламалығы.
2. Насарлыҡ, яманға әйләнгәнлек, боҙолғанлыҡ. □ Подлость, мерзость, пакость. Аламалыҡҡа барыу. Аламалыҡ эшләу.
АЛАМАН I (Р: трофей; И.: trophy; Т: ganimet) и. иҫк.
Һуғышта алынған йәки талап алынған мал-мөлкәт. □ Трофей. Аламан алыу.
АЛАМАН II (Р: толпа; И.: crowd; T: kalabalık) и. иҫк.
Кешеләр төркөмө, ҡара халыҡ. □ Толпа.
АЛАМАНСЫ (Р: грабитель; И.: robber; T: soyguncu) и. иҫк.
Кеше талаусы. □ Грабитель. ■ Аламансы Тәфтиләү яман ҡыҫа икән. Ғ. Ибраһимов.
АЛАМА ТАЙ (Р: жеребёнок; И.: colt of certain age; T: tay) и. зоол.
Яҙ тыуған ҡолондоң көҙҙән алып йәше тулғанға тиклемге осоро. □ Жеребёнок до одного года, родившийся в период весенней линьки.
АЛА МИЛӘҮШӘ (Р: фиалка трёхцветная; И.: Heartsease; T: hercai menekşe) и. бот.
Миләүшә төҫлө сәскәле, туғайҙарҙа, урман аҡландарында, йылға буйҙарында үҫкән бер йәки ике йыллыҡ дарыу үләне. □ Фиалка трёхцветная, анютины глазки (лат. Viola tricolor). ■ Ала миләүшәләр — мөхәббәт өсмөйөшө билдәһе. Яҙ башында бүләк ителгән бындай гөлләмәнең ике төрлө мәғәнәгә эйә булыуы бар. «Йәшлек», 8 апрель 2008.
АЛАМ-ҺОЛАМ (Р: тряпьё; И.: rags; T: paçavralar) и. йыйн.
Иҫкергән, туҙған кейем-һалым; тотонолған сепрәк-сапраҡ. □ Тряпьё, старьё. Алам-һолам кейеү. ■ [Закир:] Беҙҙең яҡтар ҡалаға килһә, ҡарбуз-ҡауын ашар өсөн элек йәшел баҙарға йәки алам-һолам һатып алырға тип, толчок баҙарына бара торған. 3. Биишева.
АЛАН (Р: поляна; И.: glade; T: alan) и. диал.
Аҡлан. □ Поляна.
АЛАНҒЫ (Р: подмаренник; И.: bedstraw; T: yoğurtotu) и. бот.
Нәҙек оҙон һабаҡлы, быуын-быуын булып, уратып сыҡҡан оҙонса ваҡ япраҡлы,
226