Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 227


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛАПАЙ
ваҡ суҡ сәскәле болон үҫемлеге; бөрмәкәй.
□ Подмаренник (лат. Galium).
АЛАН-ЙОЛАН (Р.: с опаской; И.: cautiously; T.: özenle)/?.
Бер тегеләй, бер былай; ялт-йолт. □ С опаской, осторожно. Алан-йолан ҡарау. Алан-йолан ҡараныу. ■ Сәхи йоҡоһонан ҡурҡып уянды. Нишләргә лә белмәй, алан-йолан ҡаранды. И. Ғиззәтуллин. Юлаусы хужаны ситкә алып сығып, алан-йолан ҡаранып, һуҙ башланы. Ғ. Хисамов.
АЛАН-ҠОЛАН (Р.: быстро; И.: rapidly; T.: çabuk)/?.
Унда-бында, ялп-йолп, ялт та йолт.
□ Быстро, мигом. Алан-ҡолан итеу. Алан-ҡолан куренеу. ■ Ут өҫтөнән алан-ҡолан утеп китә ярғанат. С. Кулибай.
АЛ АН Л АТЫУ (аланлат-) (Р.: играть глазами; И.: flirt with one’s eyes; T.: etrafına bakınmak) ҡ.
Алан-йолан иттереү (куҙҙе). □ Играть глазами, бросать беспокойный взгляд. ■ [Мәскәй әбей] ҡот осҡос куҙҙәрен алан-латып, тирә-яғына ни тиклем ҡараһа ла, курмәгән. Әкиәттән.
АЛАНЛАУ (аланла-) (Р.: озираться; И.: look back; T.: etrafına bakınmak) ҡ.
Ян-яҡҡа алан-йолан, ялт-йолт күҙ ташлау. □ Озираться. Куҙе аланлап тора.
АЛ АН Л ЫҠ (аланлығы) (Р.: поляна; И.: glade; T.: alan) и. диал.
Аҡлан, асыҡ ер. □ Поляна. ■ Аланлыҡ-тар, муйыл, болонлоҡтар нурға ғына, ахыры, төрөнгән. М. Шаһманова.
АЛАҢҒЫРТ (Р: редкий; И.: thin; T.: seyrek) с.
1. һирәгерәк, урыны-урыны менән (улән-дәр, урмандар тураһында). □ Редкий (о растениях, лесах), выросший кое-где, местами. Я Бына алаңғырт ҡайынлыҡ артта ҡалды. Н. Мусин.
2. Аяҙлы-болотло (көнгә ҡарата). □ Малооблачный. Алаңғырт көн. ■ Асыҡлыҡҡа сыҡҡайны, әлеге алаңғырт өҫтән дә, аҫтан да ҡыҫып-уратып торған томан арауығында
йәш бер боландың уҙенә табан сабыуын шәйләне Ғәбит. Ә. Әминев.
3. ҡар. ала-сола.
АЛАҢҒЫРТЛАУ (алаңғыртла-) (Р.: покрываться редкими облаками; И.: become covered with sparse clouds; T.: hava kapanmak) ҡ.
Аяҙлы-болотло булыу (көнгә ҡарата).
□ Покрываться редкими облаками. Көн алаңғыртлап тора.
АЛА ӨЙРӘК (Р: хохлатая чернеть; И.: tufted duck; T.: tepeli ördek) и. зоол.
Ата өйрәктең башы, муйыны, түше, һырты, ҡанаттары һәм ҡойроғо күкһел ҡара, ҡабырғалары, ҡорһағы аҡ, инә ҡоштар һорғолт көрән төҫтә була. Башҡа өйрәктәр-ҙән ҡара һәм аҡ төҫө, башындағы бүректәре менән айырыла; аласабан. □ Хохлатая чернеть (лат. Ay thy a fuligula). ■ Ала өйрәк урмандарҙағы кулдәрҙә йәки ярҙары урманлы ятыуҙарҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин.
АЛАП (алабы) (Р: короб; И.: box; T.: sepet) и.
1. Иген йәки башҡа нәмә һалыу өсөн талдан үреп йәки ҡабыҡтан тегеп эшләнгән оҙонса ҙур һауыт. □ Короб (большой лубочный для хранения зерна). ■ Солан эсендә, бер мөйөштә, бер ҙур ҡабыҡ алап менән көл тора. М. Ғафури.
2. кусм. Ҙур, килбәтһеҙ нәмәгә әйтелә.
□ Слишком большой, неуклюжий. • Кыш ҡорһағы — киң алап. Әйтем.
3. миф. Алпамыша. □ Великан.
АЛАПАЙ (Р: очень большой; И.: very large; T.: çok büyük) c.
1. Килешһеҙ ҙур, йыйнаҡһыҙ. □ Очень большой. Алапай мейес.
2. кусм. Эш рәте белмәгән, йүнһеҙ; эшлекһеҙ. □ Неспособный к работе, ленивый, неряшливый. Алапай кеше. • Аяҙ-аяҙ көндәрҙә — мейес башында алапай, буран-буран көндәрҙә — һунар сыҡҡан алапай. Әйтем.
♦ Алапай менән шалапай гел бергә йөрөгән ике эшлекһеҙҙән көлөп әйтелә. □ Два
8*
227