Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 228


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛАПТАЙ
сапога пара (о двух неразлучных бездельны-ках).
АЛАПТАЙ (Р: огромный; И.: huge; T.: muazzam) с.
Үтә ҙур, килбәтһеҙ. □ Огромный, нескладный. Алаптай кәүҙә. ■ Әнфәл алап-тай ауыҙын ҡолағына еткәнсе йырғайны. Н. Игеҙйәнова. «Ултырып ҡалған ҡыҙ»ға ла тәбиғәт бөтәһен дә бирмәгән: бер яҡтан, юғары белем алған тырыш, баҫалҡы, аҡыллы, эшһөйәр, абруйлы кеше булһа, икенсе яҡтан, ирҙәрҙеке кеүек алаптай ҡуллы, хатта ҡолаҡ япраҡтарына тиклем үрмәләгән үтә лә һипкелле, торғаны бер быжырлы зат кеүек ул. Ғ. Хөсәйенов.
АЛАП ҺАЛЫУ (алап һал-) (Р: бросать клич; И.: throw cry; T.: nara atmak) ҡ.
Оран һалыу. □ Бросать клич. Халыҡты алап һалып йыйыу. ■ Әзрәҡә эште аңлаған, алап һалып, Ҡот тауға бар дейеүҙе йыйнаған. «Урал батыр».
АЛАРТЫУ (аларт-) (Р: вытаращить (глаза)', И.: stare (at); T: gözleri fal gibi açmak) ҡ.
Күҙҙең ағын әйләндерел, ҙур итеп асыу. □ Вытаращить (глаза). ■ Ғәзимә: «Алла, баламды нишләттегеҙ?» — тип, күҙҙәрен алартып баҡырып ебәрҙе, һ. Дәүләтшина. Кулак асыу ҡабартты, ҡанлы күҙен алартты. X. Ғәбитов.
АЛАРЫУ I (алар-) (Р: становиться пёстрым; И.: become motley; T: alaca olmak) ҡ.
Алаға әйләнеү, ала төҫкә инеү; алаланыу. □ Становиться пёстрым, пестрить. // Пестрение. ■ Ҡояш нурын бөрктө, ҡар аларҙы, нурҙар менән уйнап ел иҫте. Ш. Галин.
АЛАРЫУ II (алар) (Р: пучиться; И.: turn bulging; T.: gözleri fırlamak) ҡ.
Ағы әйләнеп, ҙур булып асылыу (күҙгә ҡарата). □ Пучиться. ■ Наиләнең күҙҙәре аларҙы, йөҙө бүртенде, әйтерһең дә уның ауыртҡан урынынан тотоп алдылар. Ғ. Ибраһимов. Асыуҙан Ришаттың күҙҙәре
аларҙы, аңы томаланды. «Йәшлек», 1 май 2008.
АЛАС I с. диал. ҡар. аласа I.
АЛАС II (Р: клич минцев; И.: call of the Min tribe; T.: Min soyunun narası) и.
Мең ырыуы ораны. □ Клич минцев.
АЛАСА I (Р: несколько пятнистый; И.: somewhat spotty; T.: alaca) c.
Һирәк-мирәк ала. □ Несколько пятнистый, с мелкими, редкими пятнами. Аласа һыйыр. Аласа тауар. ■ Ҡүк аласа минең күлдәккәйем, күтәрә лә алмай беләккәйем. Халыҡ йырынан.
АЛАСА II (Р: пестрядь, пестрядина; И.: lined linen; T: alaca) и.
1. Төрлө төҫтән буй-буй итеп һуҡҡан киндер. □ Пестрядь, пестрядина, полосатая холстина. Буй-буй аласа. ■ Мөһабәт ҡиәфәтле, уҫал ҡарап ултырған граф алдында сәсе, мыйығы етек, өҫ-башы өтөк, аласа төрмә кейемле бығаулы ҡарт енәйәтсенең мөштөм баҫып тороуы арыҫлан менән бесәй торошон хәтерләтә ине. Ғ. Хөсәйенов.
2. Төрлө төҫтәге йөндән буй-буй итеп һуҡҡан балаҫ; буй балаҫ. □ Полосатая дорожка. ■ Айбикә аҫтындағы аласаһын мендәр өҫтөнә ҡайырып ҡапланы ла,.. һыйыр һауырға сығып китте. һ. Дәүләтшина.
АЛАСАБАН и. зоол. ҡар. ала өйрәк.
АЛАСАБЫР (Р: поганка; И.: common chelduck; T: batağan) и. зоол.
Башы һәм муйыны ҡара йәшел, яурындары ҡара, түше ерән, ҡорһаҡ йөнө, ҡанат ҡауырһындары ҡара-һоро, ә күкрәк аҫты, арҡаһының урта өлөшө, ҡанат төптәре, ҡабырғалары, ҡойроғо аҡ булған өйрәктән ҙурыраҡ ҡош. Ата өйрәктең ҡыҙыл суҡышы өҫтөндә ҙур ғына ҡыҙыл һөйәле була; ала-сыбар, ағалаҡаҙ. □ Поганка (лат. Podicipedi-dae}. ■ Аласабыр үҫемлектәргә бай күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй, балыҡ, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
АЛАСАҠ (аласағы) (Р: причитающаяся сумма; И.: debt; T: borç) и.
228