Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 229


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛАҪЛАУ
Бурысҡа бирелгән аҡса йәки бүтән нәмә; киреһе — бирәсәк. □ Причитающаяся сумма, долг. Аласаҡты алыу. Аласаҡты һорау.
АЛАСАҠ-БИРӘСӘК (аласаҡ-бирәсәге) (Р.: долги; И.: debts; T.: borç) и. йыйн.
Ала торған һәм бирә торған аҡса йәки бүтән нәмә. □ Долги. Аласаҡ-бирәсәкте иҫәпләп сығарыу. Аласаҡ-бирәсәгем юҡ.
АЛАС АРБА (Р.: дроги; И.: hearse; T.: uzun at arabası) и. диал.
Оҙон арба. □ Дроги.
АЛА СИР и. диал. ҡар. ала III.
АЛ АС-ЙО Л АС (Р: неровный; И.: spotty; T.: benekli) с.
Төрлө төҫтә; ала-сола. □ Неровный, пятнистый (о цвете). ■ Бөтә ер сулгә оҡшап ҡала, йылға уҙәндәре менән туғайлыҡтар ғына алас-йолас йәшел булып ята. Ә. Вахитов. Стеналар ялҡын һуғып, ҡарайып, алас-йолас булып бөткән. Ж. Кейекбаев.
АЛАҪЛАУ (алаҫла-) ҡ. ҡар. алаҫлау.
АЛА-СОЛА (Р: аляпистый; И.: tawdry; T: alaca) с.
Тимгел-тимгел төрлө төҫтә. □ Аляпистый, аляповатый. ■ Урман ситтәрендә, уйһыулыҡтарҙа ала-сола ҡар өйөмдәренец эргәһендә умырзая сәскәләре баш ҡалҡыта башланы. Д. Исламов.
е АЛА-СОЛАЛАНЫУ (ала-солалан-) (Р: стать аляпистым; И.: become tawdry; T: renk renk olmak) ҡ.
Ала-солаға әйләнеү, төрлө төҫлө булыу. □ Стать аляпистым, разноцветным. ■ Ҡояш юғары кутәрелгән һайын, тау итәктәре, ҡалҡыу урындар ҡарҙан иртәрәк әрселде. Тирә-яҡ ала-солаланды, ҡарайҙы. Я. Хамматов.
АЛАССЫ (Р: знахарь-окуриватель; И.: quack; Р: falcı) и.
Кейеҙ йәки алама сепрәк яндырып төтәҫләп имләүсе. □ Знахарь-окуриватель.
АЛАСУҠ (аласуғы) (Р: копеечник; И.: sweetvetch; T: hedysarum) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар төркөмөнә ҡараған суҡ сәскәле, яҫмаҡ орлоҡло күп йыллыҡ үҫемлек.
□ Копеечник (лат. Hedysarum). Альп аласуғы. ■ Быйыл Гуров тауында тәу башлап аласуҡ һәм ҡәнәферҙәр сәскә атты. «Башҡортостан панорамаһы», № 6, 2008.
АЛАСЫБАР и. зоол. ҡар. аласабыр.
■ Аласыбар тигән, ай, ала өйрәк бәпкә уйната туңәрәк кулдәрҙә. Ышанмағыҙ, дуҫтар, был донъяға — ҡан илата бәғзе көндәрҙә. Халыҡ йырынан.
АЛА-СЫБАР (Р: пятнистый; И.: spotty; T: benekli) с.
Ала менән сыбар ҡатнашҡан. □ Пятнистый, пёстрый. Ала-сыбар кулдәк. ■ Жираф төҫлө ала-сыбар сепрәккә уранып йөрөй ошо ташҡурсаҡ ҡыҙ, йәмен боҙоп урамдың. М. Тажи.
АЛАСЫҠ (аласығы) (Р: лубяная или плетнёвая постройка на летовке; И.: kind of light summer dwelling; T: kulübe) и.
1. Йәйләүҙә көн итеү өсөн ҡабыҡ йәки ситәндән эшләнгән ҡаралты. □ Лубяная или плетнёвая постройка на летовке.
■ Кук килгәндә ҡороҡ менән ергә һуға-һуға, өй, тирмә, аласыҡтарҙы уратып сығаһың. Халыҡ ижадынан.
2. Ишек алдындағы йәйге аш өйө. □ Летняя кухня (во дворе). Аш аласығы. Ут аласығы. ■ Ҡоҙағыйының аласыҡтан йугерә һалып сығып, ҡәҙерләп сәйгә саҡырыуы хас та әсәһенең өлтөрәп тороуын хәтерләтте. Г. Ғиззәтуллина. Аласыҡтары ла иркен, йыйнаҡ, һикеһендә самауыр боҫрап ултыра. Н. Мусин.
3. Төрлө маҡсат өсөн эшләнгән еңел ҡоролма. □ Небольшая постройка для различных целей. Н Йәмле Ағиҙел буйында аласыҡ тора. Мейес алдында тимерселәр ҡорос ҡыҙҙыра. М. Сөндөклө. Мукһеҙ аласыҡтың тыранса ҡыйығындағы йомро ботаҡ тишектәренән аласыҡ буйлап буй-буй яҡты юлаҡтар һуҙылған. Д. Шәрәфетдинов.
АЛАҪЛАУ (алаҫла-) (Р: окуривать; И.: fumigate; T: tütsülemek) ҡ. диал.
Кейеҙ йәки алама сепрәк яндырып төтәҫләү (им өсөн). □ Окуривать дымом,
229