АЛА ТАҢ
сжигая войлок или ветошь (по народному поверью, лечит от сглаза и т. п.). // Окуривание. Ауырыу атты алаҫлау.
АЛА ТАҢ (Р.: предрассветное время; И.: time preceding dawn; T.: gün ağarmadan önce) u.
Ҡараңғылы-яҡтылы булып, таң беленә башлаған саҡ. □ Предрассветное время. Ала таңдан эш башлау.
АЛАТОБА (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған аймаҡтың исеме. □ Название родового подразделения башкир-юрматинцев.
АЛАТОЯҠ (Р: пройдоха; И.: rapscallion; T.: haylaz) и. диал.
Әрһеҙ. □ Пройдоха.
АЛАТУБА (Р: вяхирь; И.: common wood pidgeon; T.: boynu kalkalı güvercin) и. зоол.
Дөйөм төҫө күкһел һоро, түше һәм ҡорһағы ҡыҙғылт һоро, ҡанат ситтәре, ҡойроғоноң ике яғы, муйынында аҡ һыҙыҡтары булған йорт күгәрсененән байтаҡ ҙур ҡош; алатүбә, аладыуа, ҙур күгәрсен, урман күгәрсене. □ Вяхирь (лат. Columba palum-bus). ■ Алатубаның ҡойроҡ осо ҡара, күҙҙәре һары, аяҡтары күкһел ҡыҙыл, суҡышының осо һары, төбө ҡыҙыл була. Э. Ишбирҙин.
АЛАТҮБӘ и. зоол. ҡар. алатоба.
АЛАТЫҠ бәйл. диал. ҡар. алып. ■ Билдән алатыҡ яланғас көйө Ҡыҙылға төшөп барыусы егет уларға [ҡыҙҙарға] ҡыҙыҡ күренде, ахырыһы. Т. Килмөхәмәтов.
АЛАТЫР (Р: алатырец; И.: person from the town of Alatyr; T.: Alatirh) и. һөйл.
Ҡаты итеп «ц» менән һөйләшкән мишәрҙәрҙең атамаһы (Алатыр ҡалаһы яғынан күсеп килгәндәр). □ Алатырец.
АЛАТЫРЛАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Гәрә башҡорттары аймағының исеме. □ Название родового подразделения баш-кир-гэрэ.
АЛАҺЫ и. ҡар. аласаҡ.
АЛАША (Р: мерин; И.: gelding; T.: iğdiş at) и. зоол.
1. Бестерелгән айғыр. □ Мерин. ■ Сәрмәсән күперен үткәс, һөҙәк кенә үр китте, ләкин алаша юрғалауҙан туҡтаманы, билдәһеҙ бер музыкаға бейегәндәй, бара бирҙе. X. Ғиләжев.
2. Ҡорбанға тәғәйенләнгән ат. □ Жертвенное животное (лошадь). ■ Яуым һар-ҡаштаһа, ҡорбанға алаша һуйырҙар ине әүәле. Экспедиция материалдарынан.
3. Йонсоу, ябыҡ ат. □ Изнурённая лошадь. ■ [Аҡтар:] Әйҙә бесәндәрен ылауға тейә. Алашаһын ек. Арыҡ булһа ла, арбаны тартып бара алыр әле. Ш. Шәһәр. Поезд станция һайын оҙаҡ-оҙаҡ туҡтап, йонсоған ҡарт алаша шикелле, ухылдай-ухылдай, көнө-төнө барҙы. Ғ. Лоҡманов.
4. күсм. мыҫҡ. Ҡатын-ҡыҙға ымһынып маташҡан оло ир. □ Неравнодушный к женщинам старый мужчина. ■ [Сәхипгәрәй:] Ҡара һин уны, ҡарт алашаны, өсөнсө бисә тип хыяллана. И. Ғиззәтуллин.
АЛАШАПРАН (Р: осенне-весеннее бездорожье; И.: lack of (good) roads in autumn; T.: sonbaharda yolların kötüleştiği vakit) и. диал.
Юл өҙөгө, һыу-һүл ваҡыт. □ Осенневесеннее бездорожье. ■ Әгәр ҙә бынауы ала-шапран ваҡыт булмаһа, ыстансаға сығып, аталарын үҙ күҙҙәре менән оҙатып ҡалырҙар ине. Й. Солтанов.
АЛАШАР (Р: кастрат; И.: castrate; T.: hadım) и.
Енси биҙҙәре алынған ир. □ Кастрат, евнух. ■ Алашарҙан балаң нисәү тип һорамайҙар. Эйе, алашар баланан, Садрислам намыҫтан мәхрүм кеше. Ш. Бикҡол.
АЛ БАҒАНА (Р: передняя стойка ткацкого станка; И.: detail of a loom; T.: dokuma tezgahının detayı) и. диал.
230