Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 231


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛБИРМӘҪ
Киндер станының борғоса ҡуйыла торған алғы бағанаһы. □ Передняя стойка ткацкого станка (на которую вставляется валёк для наматывания вытканного материала).
АЛБАЛАУ (албала-) (Р.: запрячь цугом; И.: harness in a tandem; T.: ardışık koşum) к.
Аттарҙы аллы-артлы егеү; сыбаталау.
□ Запрячь цугом. М Буран булып юлды көрт баҫҡанда, берәр ат ҡына түгел, албалап икешәр-өсәр ат ектеләр. Ғ. Ибраһимов.
АЛБАРЫ I (Р: обычно; И.: usually; T.: adeta) р. диал.
Ғәҙәттә, ҡағиҙә булараҡ. □ Обычно, как правило. Албары беҙҙән сыҡмай торғайны, кәрәккәндә килмәй.
АЛБАРЫ II (Р: помимо; И.: besides; T.: başka) бәйл.
Башҡа, башҡаса, бүтән. □ Помимо. Һин булмай, албары кем булһын.
АЛБАҪТЫ (Р: албаҫты; И.: evil spirit; T.: cadı) и.
1. миф. Башҡорт мифологияһында ялбыр һары сәсле, оҙон имсәкле ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә һүрәтләнгән ен-пәрей заты.
□ Албаҫты (в мифологии башкир демонический персонаж в образе женщины с длинными распущенными светлыми волосами и длинными грудями, которые она закидывает за спину; она вредит роженицам, новорождённым, может сожительствовать с одинокими людьми). ■ Кешегә албаҫты ҙәцгәр куҙле, һары сәсле ҡыҙ булып килә. Экспедиция материалдарынан. [Ғәҙелба-нат:] Иргә эйәләшкән албаҫтыны ҡыуыуы тәндәге зәхмәтте сығарыуҙан да ауырыраҡ ул. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Сәсе туҙған, әрпеш, уҫал ҡатын-ҡыҙға әрләп әйтелә. □ Растрёпанная, неопрятная, безобразная, злая женщина. ■ [Шаһнияз:] Кит янымдан, албаҫты! Куҙемә куренмә! Ә. Мирзаһитов.
АЛБАҪТЫ БАҪЫУ (албаҫты баҫ-) (Р: видеть кошмарные сновидения; И.: nightmare; T.: kötü rüya görmek) к. миф.
Ен-пәрей заттары ярҙамында ҡурҡыныс төштәр күреү, баҫлығыу. □ Видеть кошмарные сновидения, вызываемые демоном Албаҫты.
АЛБАҪТЫ ҠЫУЫУ (албаҫты ҡыу) (Р: изгнание албаҫты; И.: magical way to treat illnesses; T.: hastalığı gideren büyüleyici usûl) ҡ.
Им-том менән ен-пәрейҙән ҡотолоу. □ Магический способ избавления от албаҫты.
АЛБАҪТЫ ОЯЛАУ (албаҫты ояла-) ҡ. ҡар. албаҫты эйәләү.
АЛБАҪТЫ ЭЙӘЛӘҮ (албаҫты эйәлә-) (Р: помешаться; И.: become ill from an evil spirit; T.: delirmek) ҡ. миф.
Ышаныуҙар буйынса, яман заттарҙың кешене алмашаландырыуы. □ Помешаться, заболеть от вселения нечистой силы. Албаҫты, ғәҙәттә, яцғыҙ иргә, яцғыҙ ҡатынға эйәләй икән.
АЛБАҪТЫ ӘМӘЛЕ (Р: козни албаҫты; И.: machinations of evil spirits; T.: cadı entrikaları) и. миф.
Албаҫтының кешегә ҡырҡ төрлө әмәл менән зыян килтереүе. □ Козни албаҫты.
АЛ БИРЕҮ (ал бир-) (Р: уступить первенство; И.: let surpass oneself; T.: yenilmek) ҡ.
Ярышта, көрәштә еңелеү, башҡаларҙы үҙеңдән уҙҙырыу. □ Уступить первенство, дать опередить себя. ■ Ал бирмә кумэк эштә ярышҡанда, ат менеп, дошман менән алышҡанда. Ғ. Әмири.
АЛБИРМӘҪ (Р: лидер; И.: leader; T.: galip) с.
Башҡаларҙы алдына сығармай торған; бик етеҙ. □ Не уступающий первенства, лидер. М Вәғәҙә иткән төн уртаһы етте. Сәләй байҙың албирмәҫ ҡола йугереге эйәрле. С. Кулибай. Данлы юл утте Таңатар ауылы уҙенең албирмәҫ тырыш уландары-ҡыҙҙары менән. Ҡ. Аралбаев.
231