Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 232


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛБҮРЕ
АЛБҮРЕ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Уран ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение племени уран.
АЛБЫРАТЫУ I (албырат-) (P: докучать; И.: pester; T.: rahatsız etmek) ҡ.
1. Тәҡәтен алыу, ҡаңғыртыу. □ Докучать, морочить голову кому. ■ [Аҡсулпанов:] Барый, һин Бикәне һөйәһең икән, ҡыҙҙы албыратып йөрөтмә! Өйлән. Ғ. Ғүмәр.
2. эйһ. ф. ҡар. албырау I.
АЛБЫРАТЫУ II (албырат-) (Р: занимать; И.: amuse; T.: oyalamak) ҡ. диал.
Албырғатыу. □ Занимать, забавлять кого.
АЛБЫРАУ I (албыра-) (Р: изнуряться; И.: become weary; T.: yorulmak) ҡ.
Иҫ-тәҡәтһеҙ булыу; ҡаңғырыу. □ Изнуряться, утомляться. Бына ятҡан ауылға барып етә алмай албырап бөткән. Бесәне ваҡ икән. Ун күбәне һалғанса, тамам албыратты.
АЛБЫРАУ II (албыра-) (Р: забываться; И.: be carried away; T.: kendini unutmak) ҡ. диал.
Албырғау. □ Забываться, увлекаться.
■ [Татлы:] Эй-й... һүҙгә албырап тик ултырам. Ҡымыҙға яңы һөт өҫтәргә ваҡыт таһа. Ш. Насыров.
АЛБЫРҒАНЫУ (албырған-) (Р: теряться; И.: get lost; T.: şaşırmak) ҡ.
Ни эшләргә белмәй юғалыу; ҡаушау. □ Теряться, растеряться, смущаться. ■ Улар перронға сыҡтылар. Ығы-зығы ҡупты. Мөслимә албырғанып һөрлөгөп тә алды. Ҡыҙы вагон баҫҡысына күтәрелгәс кенә, ул үҙенең япа-яңғыҙ ҡаласағын һиҙҙе. Р. Низамов.
АЛБЫРҒАТЫУ (албырғат-) (Р: занимать; И.: amuse; T.: oyalamak) ҡ.
1. Кешенең ни менәндер күңелен тартыу; әүрәтеү. □ Занимать, забавлять кого.
■ Оҙаҡ ваҡыт һуғыш тураһында һорашмаҫҡа, яуҙа ятып ҡалған дуҫтарын хәтергә төшөрмәҫкә тырышҡандар; тыныс тор
мош йәшәйешенә тиҙерәк күсереү, икенсе хәл-ваҡиғалар менән албырғатыу сараһын күргәндәр. М. Бураҡаева.
2. Кешенең иғтибарын ниҙәндер ситкә тартыу. □ Отвлекать кого, мешать кому. ■ Һөжүм башлыҡтары ҡарауылсыны албырғатырға ике-өс малай ебәрәләр. Улар баҡсаның ҡапма-ҡаршы яғына баралар ҙа шаулашып ҡоймаға менә башлайҙар. X. Мохтар.
АЛБЫРҒАУ (албырға-) (Р: забываться; И.: be keen (on); T.: kendini unutmak) ҡ.
1. Hu менәндер мәшғүл булып, онотолоу; әүрәү. □ Забываться, увлекаться. ■ Ҡон уҙғарһаң эшкә албырғап, бәхет бар ул, бар ул, валлаһи. К. Кинйәбулатова.
2. Иғтибарҙы икенсе бер нәмәгә йүнәлтеү. □ Отвлекаться. ■ Ирешелгән уңыштар менән албырғап, ҡайһы бер кәмселектәрҙе әйтмәй яҡшы булмаҫ ине. М. Кәримов.
3. Ни эшләргә белмәй юғалыу; ҡаушау; албырғаныу. □ Теряться, растеряться. ■ «Ғәмбәров үҙе килә» тигәнде ишеткәс, Сөйөмбикә .. ҡайҙа барып тотонорға, ни эшләргә белмәй албырғаны ла ҡалды. Ш. Янбаев. Мин — ҡәлғә. Минең әсемдә һаҡлана бауыр итем. Миңә ҡурсалау, яҡлау хас, ҡурҡыу, албырғау — ситен. Л. Абдуллина.
АЛГЕБРА [рус. < нем. < ғәр. (Р.: алгебра; И.: algebra; T.: cebir) и.
Дәүмәлдәрҙең һан күрһәткесен иҫәпкә алмай, дөйөм ғәмәл ысулдарын өйрәнә торған математика бүлеге. □ Алгебра. ■ Беҙ 60-70-се йылдарҙа Мәйсәрә Әхтәмова тәржемә иткән алгебра һәм геометрия дәреслектәре буйынса уҡыныҡ. Ә. Аҡбутина.
АЛГЕБРАИК (Р: алгебраический; И.: algebraic; T.: cebirsel) с.
Алгебрала ҡулланылған тамғалар (хәрефтәр, хәреф ҡушылмалары, цифрҙар һ.б.) менән сағылдырылған, яҙылған. □ Алгебраический. Алгебраик аңлатма.
АЛГОРИТМ [рус. < ғәр. ur-jJ ‘әл-Ха-рәзми’] (Р: алгоритм; И.: algorithm; T.: algoritma) и.
232