АЛҒЫ
1. мат. Бирелгән типҡа ҡараған мәсьәләне сисеү өсөн элементар ғәмәлдәрҙең системаһын билдәле бер тәртиптә үтәү тураһындағы теүәл ҡағиҙәләр. □ Алгоритм. Һандан тамыр алыу алгоритмы.
2. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн билдәле бер тәртиптә, ҡағиҙә буйынса үтәй, башҡара торған эш-хәрәкәт. □ Алгоритм. Йәшәү алгоритмы.
3. мед. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәндә операцияның йөкмәткеһен һәм эҙмә-эҙлелеген билдәләгән ҡағиҙәләр системаһы. □ Алгоритм. ■ Медицинала тикшереү материалдарын эшкәртеүҙә, диагноз ҡуйыуҙа стандартлаштырылған алгоритм булдырыла. М. Аҙнабаев.
АЛГӨРИТМЛАШТЫРЫУ (алгоритм-лаштыр-) (Р.: алгоритмизация; И.: algorithmization; T.: programlama) ҡ.
Билдәле типҡа ҡараған мәсьәләне сисеү өсөн элементар ғәмәлдәрҙең системаһын бер тәртиптә үтәү буйынса теүәл ҡағиҙәләр төҙөү. □ Алгоритмизация.
АЛҒА I (Р.: вперёд; И.: forward; T.: öne) р.
Ал яҡҡа табан. □ Вперёд. Алға барыу. Алға сабыу. Алға ынтылыу. ■ Кешеләр ҡуҙғалалар, түш менән алға шыуалар. Д. Юлтый. Кабинаға инеп ултырып, алға ҡуҙғалдым. Н. Мусин. • Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал. Мәҡәл.
АЛҒА II (Р: вперёд; И.: let’s go; T.: haydi) ымл.
Эш-көрәшкә өндәгәндә әйтелә. □ Вперёд (выражает приказ, призыв к действию). ■ Алға, иптәштәр, алға, бөйөк идеалға. Һ. Дәүләтшина.
АЛҒА АЛЫУ (алға ал-) (Р: ставить что-либо целью; И.: set as goal; T.: bir hedef belirlemek) ҡ.
Нимәнелер маҡсат итеп ҡуйыу. □ Ставить что-либо целью. ■ [Өмөт] бер эште алдына алһа, осона сыҡмай тороп туҡтамай, көн саба, төн саба, аҙап сигеп йөрөй торғас, бер нәмәһен килтереп сығара торған кеше. Д. Юлтый. Ил граждандары һаулығын дәүләт
кимәлендә һаҡлау мәсьәләһен алға ҡуйыу — иң изге эштәрҙең береһе. М. Сәфәрғәлина.
АЛҒАҘАУ (алғаҙа-) (Р.: вдохновляться; И.: feel inspired; T.: esinlenmek) ҡ. диал.
1. Алғыһау, дәртләнеү, ярһыу. □ Вдохновляться, возбуждаться.
2. Юҡһыныу, һағыныу. □ Тосковать, скучать.
АЛҒАҘЫУ (алғаҙы-) ҡ. диал. ҡар. албырғау 1, 2.
АЛҒА КИЛЕҮ (алға кил-) (Р: исполняться; И.: be realized; T.: gerçekleşmek) ҡ.
Ғәмәлгә ашыу, күрәһенә булыу. □ Исполняться, претворяться в жизнь. ■ [Карлу-ғас:] Белмәйем инде, быға тиклем бер генә көткәнем дә алдыма килгәне юҡ шул. Б. Бикбай.
АЛҒА ҠУЙЫУ (алға ҡуй-) ҡ. ҡар. алға алыу.
АЛҒАСҠЫ (Р: авангард; И.: vanguard; T.: öncü) и. хәрб.
Ғәскәрҙең йәки флоттың төп көстәрҙән алдан барған сафы йәки төркөмө. □ Авангард. Алғасҡы ҡуйыу. Алғасҡы ғәскәр. Алғасҡы төркөмө. ■ Каһым түрә утлы Париж-дарға алғасҡыла бәреп кергәндә, Салауаттың һынын олатайҙар еңеү тыуы итеп күргәндәр. Р. Ғарипов.
АЛҒАСТЫ (Р: перспектива; И.: perspective; T.: perspektif) и. иҫк. кит.
Алдағы хәл йәки күренеш. □ Перспектива. / Перспективный. Алғасты күренеш.
АЛҒА ҺӨРӨҮ (алға һөр-) (Р: двигать вперёд; И.: translate into reality; T: ilerletmek) ҡ.
Ғәмәлгә ашырырға тырышыу. □ Двигать вперёд.
АЛҒАШТЫРЫУ (алғаштыр ) (Р: выдвинуть вперёд; И.: move (forward); T.: önermek) ҡ. диал.
Алға әтеү, алға сығарыу. □ Выдвинуть вперёд.
АЛҒЫ (Р: передний; И.: front; T: ön) с.
1. Ал яҡтағы, алда торған; киреһе — артҡы. □ Передний. Алғы теш. Алғы тәгәрмәс.
233