Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 234


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛҒЫЛАУ
■ Әбей сәңгелдәкте һаҡлыҡ менән генә.. алғы булмәгә алып сығып китте. Ф. Иҫәнғолов.
2. Иң алда барған, алда торған. □ Передовой, аванғардный. Алғы отряд. Алғы һыҙыҡ.
3. Алда буласаҡ; киләсәк. □ Будущий. Алғы тормош. Алғы яҙмыш. ■ Ысын ирекле алғы көн өсөн көрәшеп уткәр ҡыҫҡа ғу-мереңде. Ш. Бабич.
АЛҒЫЛАУ (алғыла-) (Р.: брать, получать; И.: take from time to time; T.: aimak) ҡ.
Ҡат-ҡат, бер нисә тапҡыр алыу. □ Брать, получать несколько раз. Хат алғылау. ■ Эй музыкам-скрипкам, мандолинам, әленән-әле һеҙҙе ҡулға алғылайым. Ш. Шәрифуллин.
АЛҒЫР I (Р.: ловкий; И.: dexterous; T.: açıkgözlü) с.
1. Етеҙ, тиҙ хәрәкәтле, сапсан. □ Ловкий, хваткий, цепкий. Алғыр бөркөт. Алғыр буре. Алғыр эт. ■ Аҡбай алғыр, бик сос,.. ул булһа, мин һунарҙан буш ҡул менән ҡайтмайым. К. Ильясов. Алғыр арғымаҡ алымынан билдәле. Ғ. Хөсәйенов.
2. Эшкә, хәрәкәткә сос, өлгөр, уңған (кешегә ҡарата). □ Проворный, ловкий, расторопный (о человеке). ■ Йә еләйем һыбай, йә егәйем, утеп бара алғыр, йылғыр саҡ. Р. Ғарипов. [Бикмырҙа:] Ҡарасы, ниндәй алғыр, һол да бар икән уҙеңдә. Ғ. Ибраһимов. • Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле. Әйтем.
АЛҒЫР II (Р: лишний зуб; И.: extra tooth; T.: fazladan diş) и.
Эстән икенсе рәт булып сыҡҡан артыҡ теш. □ Лишний зуб, появившийся за зубным рядом.
АЛҒЫРЛАНЫУ (алғырлан-) (Р: действовать энергично; И.: act energetically; T.: cesaret göstermek) ҡ.
Көс-ҡеүәткә тулышып ярһыу; айбарланыу. □ Действовать энергично, возбуждённо. ■ Арыҫландай алғырланып, йөрәкһеп килә егеттәр. С. Әлибаев.
АЛҒЫРЛЫҠ (алғырлығы) (Р: проворство; И.: promptness; T.: çeviklik) и.
Етеҙлек, йылғырлыҡ, сослоҡ. □ Проворство, цепкость, хваткость. ■ [Зөһрә:] һуңынан ирем миңә Муйнаҡтың да, башҡаларҙың да аҡбуҙ толпарҙың алғырлығына иҫтәре китеп торғанын уҙе һөйләп бирҙе. Халыҡ ижадынан.
АЛҒЫРТЕШ и. диал. ҡар. алғыр II.
АЛҒЫС (Р: приёмник; И.: receiver; T.: alıcı) и.
Электромагнит тулҡындарын ҡабул итә ала торған аппарат. □ Приёмник. / Приёмный. Алғыс антенна. Алғыс радиостанция. Радиоалғыс.
АЛҒЫҺАТЫУ (алғыһат-) (Р: возбуждать; И.: excite; T.: heyecanlandırmak) ҡ.
1. Берәй уй-теләк, ниәт менән ашҡындырыу; йөрәкһетеү. □ Возбуждать, волновать.
2. Һағындырыу, юҡһындырыу. □ Наводить тоску, скуку, вынуждать, скучать, тосковать. ■ Ерем — алтын бишек, алғыһатыр инде ҡайтырға. Халыҡ йырынан.
3. эйһ. ф. ҡар. алғыһау.
АЛҒЫҺАУ (алғыһа-) (Р: стремиться к кому-чему\ И.: strive to; T.: istemek) ҡ.
1. Берәй уй-теләк, ниәт менән ашҡыныу; йөрәкһеү. □ Стремиться к кому-чему, томиться в ожидании кого-чего. ■ Яҙғы йылға кеуек уҫә барҙы алғыһаған йөрәк ташҡыны. Ҡ. Даян. Алғыһап торған буҙ толпар Алпамышаныҡы булһасы. «Алпамыша».
2. Һағыныу, юҡһыныу, яманһыулау, ерһәү. □ Тосковать, скучать. Алғыһап бөтөу.
АЛҒЫШ I (Р: друг; И.: friend; T.: arkadaş) и. иҫк.
Дуҫ. □ Друг, подруга. • Тапҡан — табыш, таныған — алғыш. Әйтем.
АЛҒЫШ II (Р: благопожелание; И.: good wish; T.: iyi dilek) и.
1. Яҡшы теләк. □ Благопожелание. Алғыш алыу. ■ Алғыш (ҡот теләу) — халыҡ ижадының бер төрө. К. Мәргән.
2. диал. Рәхмәт, ихтирам. □ Благодарность, уважение. • Ата-әсә алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ. Әйтем. Ҡарғыш алма,
234