АЛДАҠСЫ
алғыш ал. Әйтем. Алғыш та төшә, ҡарғыш та төшә. Әйтем.
АЛҒЫШАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-кыпчаков.
АЛҒЫШЛАНЫУ (алғышлан-) (Р: радоваться; И.: be glad; T.: sevinmek) ҡ. диал.
1. Шатланыу, шатланып рәхмәт белде-
реү. □ Радоваться, быть благодарным. Бала шул тиклем алғышланды. .
2. Ымһындырыу, ышандырыу. □ Обнадёжить, соблазнять кого. Алғышландырҙы ла сәй эсермәне.
АЛҒЫШЛАУ (алғыш л а-) (Р: одобрять;
И.: approve; T.: onaylamak) ҡ. диал.
Хуплау. □ Одобрять. // Одобрение.
АЛДА I (Р: впереди; И.: in front; T.: ileride) р.
1. Йөҙ, күҙ ҡараған яҡта. □ Впереди. ■ Алда команда тауышы ишетелде. Д. Юлтый.
2. Буласаҡ тормошта, киләсәктә. □ Впереди, в будущем. ■ Беҙҙең тормош алда әле, үҫтерербеҙ роза гөлдәрен. Ғ. Сәләм. Тормош тотош әкиәткә оҡшаш: алда — бәхет, алда — өмөттәр. Ә. Әхмәт-Хужа.
3. Бүтәндәрҙән элек; беренсе. □ Быть первым, передовым. Ул башҡаларҙан алда килде. Ярышта алда барыу. • Алда буласаҡ туй өсөн бөгөн бейей башлама. Мәҡәл. Алда килһәң, ит бешә; һуңға ҡалһаң, бит бешә. Мәҡәл. Алда килгән — урын өсөн, аҙаҡ килгән — тамаҡ өсөн. Әйтем.
АЛДА II (Р: перед; И.: before; T.: önünde) бәйл.
1. Сығн. клш. исемдәр менән эш-хәлдең үтәлеш ваҡытын, тәртибен белдерә; элек. □ Перед (послелог с исх.п.) ■ [Айбулат менән Зөфәр ] уларҙан алда киткән йөктәрҙең дә ҡайҙа икәнен төшөнмәйенсә, аптыраң-ҡырап һөйләштеләр, һ. Дәүләтшина.
2. Сифат ҡылымдың -р формаһы менән килеп, эш-хәлдең үтәлеш ваҡытын белдерә.
□ Послелог с причастием на -р. Перед, до. Китер алда. Ҡайтыр алда. ■ Улар ҡараңғы төшөр алда килделәр. Д. Юлтый.
АЛ ДА ГӨЛ (Р: прекрасно; И.: tiptop; T.: çok güzel) р.
Бөтәһе лә яҡшы, шәп, бик һәйбәт. □ Прекрасно, замечательно; очень хорошо. ■ Беҙҙең эштәр шунда уҡ ал да гөл булып китте. Д. Исламов. Ерем, тип янған, ауылдарҙы күтәрергә, йәгиәтергә тырышҡан ошондай етәкселәр бар. Уларҙа ла бөтәһе лә ал да гөл тугел, мәгәр ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмайҙар. «Йәшлек», 27 август
2011.
АЛДАҒЫ (Р: находящийся впереди; И.: front; T.: ön) с.
1. Алғы яҡтағы; алғы. □ Расположенный, находящийся впереди; передний. Алдағы ауыл. Алдағы рәт.
2. Алда буласаҡ; киләһе. □ Предстоящий, будущий. Алдағы баҙар. Алдағы йыл. Алдағы көн. Алдағы эш.
АЛДАҠ (алдағы) (Р.: ложь; И.: falsehood; T.: yalan) и.
Дөрөҫ булмаған һүҙ, ялған хәбәр; алдыҡ.
□ Ложь, враньё. / Лживый. ■ Кенәздең күҙен дә йоммай һөйләгән сеп-сей алдаҡтарына көлмәй саҡ-саҡ ҡына түҙеп торған барон, .. йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн, ситкә боролдо. И. Насыри. Алдаҡ бергә тупланып, үҙеңә кире ҡайта: әгәр уның алдағы кемгәлер матди зыян килтерһә, кешенең матди проблемалары башлана, кемдеңдер сәләмәтлегенә зыян килһә, үҙе лә сәләмәтлеген юғалтыуы мөмкин. «Киске Өфө», 27 август 2011.
АЛДАҠСЫ (Р: обманщик; И.: liar; T.: yalancı) и.
Алдай торған кеше. □ Обманщик, лжец, лгун. / Лживый. Алдаҡсыға юлығыу. • Дөрөҫлөк алдаҡсының күҙен тишә. Мәҡәл. Алдаҡсы дуҫың булғансы, ысын дошманың булһын. Мәҡәл. Алдаҡсының теле мең ҡолас.
235