АЛДАҠСЫЛЫҠ
Әйтем. Маҡтансыҡ иренен ялар, алдаҡсы артына ҡарар. Мәҡәл.
АЛДАҠСЫЛЫҠ (алдаҡсылығы) (Р.: плутовство; И.: trickery; T.: yalancılık) и.
Дөрөҫ булмағанды һөйләгәнлек, ялғанлыҡ. □ Плутовство, притворство. ■ Алдаҡсылығы асылған Әлмөхәмәтов халыҡ алдында көлкөгә ҡала. F. Әбсәләмова.
АЛДАЛАУ (алдала-) (Р.: обманывать; И.: lie; T.: yalan söylemek) ҡ. диал.
Алдау. □ Обманывать, врать. ■ Инсан улын алдалау анһат, еңел, сөнки ул бер ҡатлы һәм йомшаҡ күңелле. Ш. Бабич.
АЛДАН (Р: впереди; И.: in front; T.: önde) р.
1. Башлап, беренсе булып. □ Впереди, спереди. Алдан барыу. Алдан атлау.
■ Улар үҙҙәрен ауылдың иң олоһо, иң өлкән ярҙамсыһы, халыҡ араһында алдан йөрөгән, бөтә халыҡ кәрәген ҡайғыртҡан кеше урынына ҡуя. Ғ. Дәүләтшин.
2. Ваҡытынан элек, көн элгәре. □ Заранее, заблаговременно. Алдан белеү. Алдан белдереү. Алдан билдәләү. Алдан иғлан итеү. Алдан әҙерләнеү. ■ Бәрейҙәр алдан танышҡан ҡыҙ-ҡырҡынды урлар булған. Халыҡ ижадынан.
АЛДАН-АЛА (Р: раньше времени; И.: prematurely; T.: erken)/?.
Ваҡыты етмәҫ борон, көн элгәре. □ Раньше времени, раньше срока; преждевременно.
■ Ҡуй, улым, улай тимә, үҙеңде алдан-ала ерләп ни. 3. Ураҡсин.
АЛДАН АЛЫУ (алдан ал-) (Р: заблаговременно предупреждать; И.: forewarn; T.: erken haber vermek) ҡ.
1. Берәй эш-хәл тураһында башҡаларҙан алда әйтеп тороу. □ Заблаговременно предупреждать.
2. Кеше әйтер һүҙҙе унан элек әйтеү. □ Опережать кого, сказать о чём раньше кого.
2. диал. ҡар. яҡлау.
АЛДАН КҮРЕҮ (алдан күр-) (Р: предвидеть; И.: foresee; T.: tahmin etmek) ҡ.
Ни булырын ваҡытынан элек белеп тороу. □ Предвидеть, предугадать, предусмотреть. ■ [Байғужа] ҡарап торғанда, йыуаш, һалмаҡ кеше кеүек күренһә лә, тапҡыр, етеҙ, алдан күрә торған кеше. Д. Юлтый.
АЛДАНЫУ (алдан-) ҡ.
1. төш. ҡар. алдау, страд, от алдау.
2. ҡайт. ҡар. алдау, возвр. от алдау.
АЛДАП-ЙОЛДАП (Р: обманом; И.: dishonestly; T.: hile ile) р.
Төрлөсә алдап; алдаштырыу юлы менән. □ Обманом, хитростью; нечестно. Алдап-йолдап мал табыу.
АЛДАР (Р: обманщик; И.: deceiver; T.: yalancı) и.
1. Алдай торған кеше; алдаҡсы. □ Обманщик, обманщица. ■ Берҙән-бер баламдың зәғиф булып ҡалыуына шул ырымсы алдарҙар сәбәпсе булды бит. С. Агиш.
2. этн. Мең ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение минцев.
АЛДАТҠЫС I (Р: приманка; И.: bait; T.: yem) и.
Йәнлек, ҡош-ҡорт эләктереү өсөн ҡапҡанға ҡуйылған ем. □ Приманка, прикорм. ■ Бүрегә ҡапҡанды һалғанда алдатҡыс менән һалырға кәрәк. К. Фәхретдинов.
АЛДАТҠЫС II (Р: обманчивый; И.: deceptive; T.: aldatıcı) с.
Алдай торған, ышанысһыҙ. □ Обманчивый. ■ Яҙғы көн алдатҡыс була. Ә. Вәли.
АЛДА ТОТОУ (алда тот-) (Р: ставить целью; И.: set as goal; T: hedeflemek) ҡ.
Күҙҙә тотоу, маҡсат итеп ҡуйыу. □ Ставить целью.
АЛДАТЫУ (алдат-) ҡ. ҡар. алдау.
АЛДАУ (алда-) (Р: обманывать; И.: lie; T.: yalan söylemek) ҡ.
1. Дөрөҫ булмағанды ысын итеп һөйләү; ялғанлау. □ Обманывать, врать, обставлять. Алдап китеү. ■ [һыуһылыу — Һәүбәнгә:] Шүлгән батша ҡыҙымын, һине алдап тормамын. «Аҡбуҙат». Исламда кеше тураһында насар һүҙҙәр һөйләү, кешене кәмһетеү, алдау,
236