Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 237


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛДЫН
ғәйбәт һатыу тыйыла. «Йәшлек», 9 сентябрь 2008.
2. Биргән һүҙҙе, вәғәҙәне боҙоу. □ Не сдержать слово, не выполнить обещание. И Кешене бер алдаһаң, икенсе ышанмаҫ, ике алдаһаң, ишеген асмаҫ, өс алдаһаң, тупһаңа баҫмаҫ. Ж. Кейекбаев.
3. Әүрәтеү, алдаштырыу, албырғатыу.
□ Обманывать, отвлекать, утешить. Үҙеңде-үҙең алдау. Тамаҡты алдау. ■ [Сабира апай] тағы аш-һыу әҙерләне. Өҫтәлгә ҡуйҙы ла, бик тә йоҡо баҫып барғас, саҡ ҡына күҙемде алдап алайым, тип урынға барып ятты. Ә. Вахитов.
4. Йәшерен уй менән ҡыҙҙы әүрәтеү.
□ Соблазнять девушку.
АЛДАШТЫРЫУ (алдаштыр-) (Р.: отвлекать; И.: distract; T: oyalamak) ҡ.
Күңелен аулап, албырғатыу; әүрәтеү, йыуатыу. □ Отвлекать, успокаивать. Һүҙ менән алдаштырыу. Баланы алдаштырыу. ■ Шакир атын туғарып, малайҙарҙы алдаштырып ебәрҙе. Һ. Дәүләтшина.
АЛДАШЫУ (алдаш-) (Р.: обманывать; И.: tell lies; T.: yalan söylemek) ҡ.
1. Алдаҡ һүҙ һөйләү; ялғанлау. □ Обманывать, врать. // Обман, враньё. ■ Алдашмағыҙ, алдашҡандың, кеше һөйләгәндәрҙең телдәре эйәктән аҫҡа аҫылынып тора, ти, теге донъяла. Экспедиция материалдарынан.
2. Төрлөсә алдашып, мал табыу. □ Мошенничать, жульничать. // Мошенничество, жульничание.
АЛДЫ-АРТТЫ ҠАРАУ (алды-артты ҡара-) (Р.: взвешивать; И.: estimate; T: düşünmek) ҡ.
Бөтәһен тикшереп, самалап, иҫәпләп эшләү. □ Взвешивать, прикидывать (прежде чем делать что-л.). ■ [Байрамбикә] эле йәш, алдын-артын, уңын-һулын ҡарап, уйлап йәшәргә өйрәнмәгән. Ш. Шәһәр.
АЛДЫ-АРТТЫ УЙЛАУ (алды-артты уйла-) ҡ. ҡар. алды-артты ҡарау. Алдын-артын уйламай эшләү.
АЛДЫ-АРТЫ (Р: перед и зад чего', И.: front and rear; T.: ön ve arka) и. йыйн.
1. Нимәнеңдер ал һәм арт яғы. □ Перед и зад чего. Майканың алды-арты.
2. күсм. Эш-хәлдең һөҙөмтәһе. □ Результат, последствие чего-то. Алды-артты уйламай һөйләү.
АЛДЫҠ (алдығы) [боронғо төрки ал-даг ‘ялған; хәйлә’] (Р: ложь; И.: falsehood; T.: yalan) и.
Дөрөҫ булмаған хәбәр, ялған һүҙ; алдаҡ.
□ Ложь, враньё, выдумка. Алдыҡ таратыу. Алдыҡҡа ышаныу. • Алдыҡтың аяғы ҡыҫҡа. Мәҡәл.
АЛДЫҠ ТОҠСАЙЫ (Р.: лгун; И.: liar; T.: yalancı) и.
Алдап йөрөй торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Лгун, выдумщик.
АЛДЫМ-БИРҘЕМ (Р: обоюдное согласие на брак; И.: mutual consent in wedlock; T.: evliliğe karşılıklı razı olmak) и.
1. Кәләш әйттергәндә ике яҡтың да ризалығын белдергәндә, килешкәндә әйтелә торған һүҙ. □ Обоюдное согласие на брак (до совершения обряда бракосочетания). Алдым-бирҙем яһау.
2. Нимәнелер һатырға-алырға килешкәнлек. □ Сделка (обычно коммерческая). Алдым-бирҙем ҡағыҙы.
АЛДЫН I (Р: передовой; И.: leading; T: ilerici) с.
1. Эш-тормошта бүтәндәрҙән алда; өҫтөн.
□ Передовой, первый. Алдын кеше.
2. Уй-фекере менән бүтәндәрҙән алда; өҫтөн. □ Выше, передовой, прогрессивный. Алдын фекерле. ■ Хөкүмәт мөәссәһендә эшләп йөрөгән күп кенә алдын башҡорт егеттәре бар. Ш. Хоҙайбирҙин.
АЛДЫН II (Р: быть первым; И.: be the first; T.: birinci) p.
Эш-хәлдең өҫтөнлөгөн белдерә. □ Быть первым, передовым. Алдын барыу. Алдын йөрөү. ■ Алдын булмаһаң эшеңдә, барып сыҡмаҫ иҫәбең. Халыҡ йырынан.
237