АЛДЫНА
АЛДЫНА (Р.: перед; И.: before; T.: önüne) бәйл.
Эш-хәлдең предметтың йәки кешенең ҡаршыһына йүнәлгән булыуын белдергәндә ҡулланыла. □ Перед, к, на. ■ Ҡамыр батыр алдына ҡот осҡос дейеү килеп тә баҫҡан. Әкиәттән.
АЛДЫНА-АРТЫНА СЫҒЫУ (алды-на-артына сыҡ-) (Р.: лебезить; И.: fawn (upon); T.: pohpohlamak) ҡ.
Юхаланып, кешенең күңелен күрергә тырышыу. □ Лебезить.
АЛДЫНАН (Р: перед; И.: in front of; T.: önünden) бәйл.
1. Эш-хәрәкәттең ниҙең дә булһа алғы яғынан башланыуын белдергәндә ҡулланыла. □ Перед, мимо. Өй алдынан китеү. Клуб алдынан үтеү.
2. Эш-хәлдең, ваҡиғаның икенсе бер эш-хәлдән элек булғанын белдергәндә ҡулланыла. □ Перед, накануне. Йыйылыш алдынан килеү. Ураҡ алдынан һөйләшеү үткәреү. ■ Яҙмыш оло донъяға — ижад киңлегенә сығарыр алдынан буласаҡ халыҡ яҙыусыһын күп һынауҙарға дусар итә. Ф. Аҡбулатова.
АЛДЫНҒЫ(ЛАР) I (Р: передовик; И.: foremost people; T.: öncü işçi) и. ғәҙәттә күпл.
Хеҙмәт һөҙөмтәһе менән башҡаларҙан өҫтөн кеше. □ Передовик. Алдынғылар кәңәшмәһе. Ауыл хужалығы алдынғылары.
АЛДЫНҒЫ II (Р: передний; И.: front; T.: öncü) с.
1. Алда торған; алдағы; авангард. □ Передний, находящийся впереди. ■ Һөйләшә-һөйләшә улар яңынан алдынғы бүлмәгә сыҡтылар. Ә. Чаныш.
2. Хеҙмәт һөҙөмтәһе менән башҡаларҙан өҫтөн. □ Передовой, первый. Алдынғы бригада. Алдынғы уҡыусы. ■ Уны [Фатима-ны] алдынғы уҡыусыларҙан һанап, сигелгән күлдәк менән бүләкләнеләр. Б. Бикбай.
3. Үҫеш кимәле юғарыраҡ. □ Прогрессивный. Алдынғы йәмғиәт. Алдынғы ҡараш.
Алдынғы тәжрибә. ■ Төплө аҡылы, әҙәплелеге, эшмәкәрлеге уны [ДиләнеJ шулай алдынғы кешеләр араһына ҡуйған. Һ. Дәүләтшина.
АЛДЫНҒЫЛЫҠ (алдынғылығы) (Р: первенство; И.: leadership; T.: önderlik) и.
Берәй нәмәләге беренсе урын. □ Первенство, лидерство. Эштә алдынғылыҡты бирмәү. Ярышта алдынғылыҡ яулау. ■ Кү-симов полкы фронтҡа килгәс тә алдынғылыҡты бирмәне. К. Мәргән.
АЛДЫНДА (Р: перед кем', И.: in front of; T.: önünde) бәйл.
1. Эш-хәлдең кемдер бар ваҡытта, уның ҡаршыһында башҡарылыуын белдергәндә ҡулланыла. □ Перед кем, при ком, в присутствии кого. Кеше алдында. Халык алдында. Дуҫтар алдында. ■ Ул [Гөлзифа] ил ҡарттары алдында һүҙ бирҙе. М. Буранғолов.
2. Эш-хәлдең кемгә йәки нимәгәлер бәйләнешле булыуын белдереү өсөн ҡулланыла. □ Перед чем. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмау.
3. Берәй эш-хәл башланғансы булған ваҡыт аралығын белдереү өсөн ҡулланыла. □ Перед чем-л. (по времени). Таң алдында. Төш алдында. Сәй алдында. Үлем алдында.
АЛДЫНДА ЙӨРӨҮ (алдында йөрө-) (Р: прислуживать; И.: serve; T.: hizmet etmek) ҡ. диал.
Йомош-юлға йөрөү. □ Прислуживать. Кем уның алдында йөрөй икән?
АЛДЫР (Р: чаша; И.: bowl; T.: kâse) и.
1. Туҫтаҡтан ҙурыраҡ йәйенке һауыт. □ Чаша, миска. ■ Оһолло еңгәнең һыйлы итеп әсеткән, баллап һыуытҡан яҡшы ҡымыҙын бер-ике алдыр эсеү менән үк башыңа сыға. Ғ. Дәүләтшин. Тултырғанса һалып киң алдырҙы, аяҡсы ҡарт ҡымыҙ тоттора. Б. Вәлид.
2. миф. Муллыҡ, ырыҫ символы. □ Символ изобилия, благополучия. Иҫке алдырҙы ташлаһаң, өйҙән бәрәкәт китә.
238