Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 239


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛИМЕНТ
АЛДЫРА (Р.: сначала; И.: at first; T.: önce) р. диал.
Тәүҙә. □ Сначала, сперва. Ҡыҙ биргәндә бауырһаҡ бешерәһең, алдыра үҙең ашайһың.
АЛДЫР АЯҠ и. ҡар. алдыр 1.
АЛДЫРТЫУ (алдырт-) ҡ. йөкм. ҡар. алдырыу. понуд. от алдырыу.
АЛДЫРЫМ и. ҡар. ал II.
АЛДЫРЫУ (алдыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. алыу. понуд. от алыу.
2. Ниҙеңдер бер нәмәһен, сифатын юҡ итеү. □ Удалять. // Удаление. Теш алдырыу. Тамаҡ биҙен алдырыу.
3. Сәсте киҫтереү. □ Стричь, остричь волосы. // Стрижка.
4. Урларға юл ҡуйыу. □ Допускать кражу, позволять украсть. Кеҫәнән аҡса алдырыу.
5. Эш-тормошта ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеү, теләкте ғәмәлгә ашырыу. □ Добиваться успехов, достигать нужного уровня. Эш менән алдырыу. ■ [Аҙнай:] Аҙаҡ мин тоҡ кейеп йүгерештем. Эш сыҡманы, һис алдырып булмай. Ҡ. Даян.
6. Үҙ исемеңә яҙҙырып алыу. □ Выписывать, получать (периодические издания). // Выписка, получение. Гәзит алдырыу.
7. Ялан эшендә күпмелер ерҙе иңләп барыу. □ При жатве или косьбе вручную возможность захвата. Киң алдырыу. Тар алдырыу. ■ «Билеңә көс төшөр, ульем! Бик яҫы алдырма!» — ти торғайны атаһы [Әх-тәрйәнгә]. Р. Низамов. • Егет кеше яуҙа көсө менән алдырһа, яланда эше менән алдыра. Әйтем.
♦ Алдырыр көн яҙҙырыр берәй күңелһеҙ эштең башланыуына уйламаҫтан үҙең сәбәпсе булғанды белдергәндә әйтелә. □ Поневоле стать виновником какого-л. неблаговидного дела.
АЛ(ДЫ)-ЯЛ(ДЫ) БЕЛМӘҮ (ал-ял белмә-) (Р: не знать усталости; И.: work endlessly; T.: sürekli olarak) ҡ.
һис туҡтамау, өҙмәү. □ Не знать усталости, работать без отдыха. ■ Салауатсы
лар ике көн буйы алды-ялды белмәй күпер һала. Ә. Вахитов.
АЛЕБАСТР [рус. < гр. alabastros] (Р: алебастр; И.: alabaster; T.: kaymaktaşı) и. мин.
Аҡ төҫтәге ваҡ бөртөклө гипс. □ Алебастр. Алебастр заводы.
АЛЕКСАНДРИТ [рус. яңғыҙлыҡ исеме Александр + суфф. -ит\ (Р.: александрит; И.: alexandrite; T.: aleksandrit) и. мин.
Йәшел төҫтәге, яһалма яҡтылыҡта ҡара ҡыҙыл төҫкә ингән ҡиммәтле таш. □ Александрит. Александрит ҡашлы биҙәүес.
АЛЕНДИ [рус. < ингл. alendi] (Р: alendi; И.: alendi; T.: vadesiz) с. иҡт.
Ваҡыты күрһәтелмәгән (килешеүгә ҡарата). □ Аленди, бессрочный (о договоре).
АЛЕУТ (Р: алеут; И.: Aleut; T.: Aleut) и.
Алеут (АҠШ) һәм Командор (Рәсәй) утрауҙарының төп халҡы һәм шул халыҡтың кешеһе. □ Алеуты. Алеут теле.
АЛЕУТСА (Р: по-алеутски; И.: in Aleutian; T.: Aleutça) р.
Алеуттарға хас, алеуттар кеүек. □ По-алеутски. Алеутса һөйләшеү.
АЛЖИР (Р: алжирец; И.: Algerian; T.: Cezairli) и.
Алжирҙа йәшәгән милләт һәм шул милләт кешеһе. □ Алжирец, алжирцы. Алжир халҡы.
АЛЖИРСА (Р: по-алжирски; И.: in the Algerian; T.: Cezair) p.
Алжир халҡына хас. □ По-алжирски. Алжирса бейеү.
АЛИБИ [рус. < лат. alibi ‘башҡа бер ерҙә’] (Р: алиби; И.: alibi; T.: mazeret) и. юр.
Ғәйепләнеүсенең енәйәт ваҡытында енәйәт урынында була алмауын дәлилләүсе шарттарҙың булыуы, уның ғәйепһеҙлек дәлиле. □ Алиби. Үҙеңде аҡлап алиби килтереү.
АЛИМЕНТ [рус. < лат. alicentum ‘аҙыҡ’] (Р: алименты; И.: aliment; T.: nafaka) и. юр.
Закон буйынса, бер кешенең икенсе кешегә — балиғ булмағандарға, хеҙмәткә яраҡһыҙҙарға, мохтаждарға — мәжбүри
239