АЛИРЛӘН
рәүештә бирергә тейеш булған аҡсаһы.
□ Алименты. Алимент юллау.
АЛИРЛӘН (Р.: хомяк; И.: hamster; Т.: hamster) и. зоол. диал.
Ирлән. □ Хомяк (лат. Cricetinae).
АЛИҺӘ [ғәр. (Р.: богиня; И.: goddess; T.: tanrıça) и. иҫк.
Ҡатын затынан булған юғары көс. □ Богиня. ■ Эҙләгән ғишҡи алиһәмде күңелдә гизләнем. X. Ғәбитов.
АЛЙОРОШ (Р: ошибочный; И.: fallacious; T.: yalnış) с.
1. Хата йүнәлешле; яҙа. □ Ошибочный. Алйорош хәрәкәт. Алйорош аҙым.
2. кусм. Дөрөҫтән тайпылышлы; хата.
□ Неправильный, неверный. Алйорош һүҙ. Алйорош яуап.
3. күсм. Аҡыл теүәллегенән мәхрүм; алйыған. □ Придурковатый, умственно ограниченный. ■ [Ваҡиға ханым:] Судья улым, быны һеҙ алйорош бабай икән тип уйлай күрмәгеҙ. Уның аҡылы теүәл. С. Кулибай.
АЛЙОҪОҠҠА (Р: понапрасну; И.: in vain; T.: boşuna) р. диал.
Һис сәбәпһеҙгә, буштан-бушҡа, бушҡа; алъюҫыҡҡа. □ Понапрасну, зря, напрасно. Алйоҫоҡҡа дүрт йыл уҡытманылар бит.
АЛЙОТ [дөйөм төрки ал-чы ‘сыуалыу, яңылышыу’] (Р: глупый; И.: silly; T.: ahmak) с.
1. Аҡылы камил түгел; ахмаҡ, иҫәр.
□ Глупый, бестолковый. Алйот кеше. Алйот булыу. ■ [Ҡәмәр әбей — Ғәләүгә:] Күҙемә күренмә, алйот! Т. Йәнәби.
2. Уйлап, аҡыл менән эшләй белмәгән.
□ Неумный, неблагоразумный. М [Сәлимә:] Мин, алйот ни, шул көндәштең һүҙен тыңлаған булдым шул. Һ. Дәүләтшина.
♦ Алйотмо ни кемдеңдер берәй эште хупламағанын белдергәндә әйтелә. □ Дурак что ли. ■ [Өйрәнсек:] Юҡ өсөн баш ватып, ғүмер ҡыҫҡартырға мин алйотмо ни?! 3. Биишева. Башты алйотҡа һалыу аңламаған, белмәгән булып ҡыланыу. □ При
кидываться дураком. ■ [Юнир — Мирхәткә:] Инде, туғанҡай, етте, башыңды алйотҡа һалып маташма. Яҡшы саҡта әйт тә бир: һин төштөңмө баҡсаға? Ш. Бикҡол.
АЛЙОТЛАНЫУ (алйотлан-) (Р: глупить; И.: act in a silly way; T.: saçmalamak) ҡ.
1. Аҡылдан яҙыу, алйотҡа әйләнеү.
□ Глупить, дурить.
2. Берәй эште уйламай эшләү, алйоттарса ҡыланыу; иҫәрләнеү. □ Одуреть, стать неразумным. Алйотланып, ни һөйләгәнен белмәй.
АЛЙОТЛОҠ (алйотлоғо) (Р: глупость;
И.: folly; T.: ahmaklık) и.
1. Аҡыл, фекерләү һәләте булмағанлыҡ.
□ Глупость, дурачество. ■ Килешә шул, .. ҡайһы баштарға алйотлоҡ та хатта килешә. Р. Сафин.
2. Ныҡлап уйламай, еңел генә уйлап хәл итеүсәнлек. □ Глупость, дурачество, легкомыслие. Алйотлоҡ эшләү. Алйотлоҡ менән.
АЛЙОҺОҠҠА (Р: понапрасну; И.: in vain; T.: boşuna) р. диал.
Һис сәбәпһеҙгә, буштан-бушҡа, бушҡа; алъюҫыҡҡа. □ Понапрасну, зря, напрасно. ■ Әхмәҙи ҡасҡан ҡамаға ҡарап уйлап торҙо-торҙо ла һауаға тоҫҡап, алйоһоҡҡа атып ебәрҙе. Ж. Кейекбаев.
АЛЙЫ-БОЛЙО (Р.: сам не свой; И.: beside oneself; T.: aklı başında değil) р. диал.
Аңҡы-тиңке. □ Сам не свой, не в себе, обалдевший. ■ Кыҙ, оҙаҡ ауырып яңы ғына яҙыла башлаған кеше кеүек, алйы-болйо килеп торҙо. А. Таһиров.
АЛЙЫРҘАН и.
1. зоол. ҡар. ирлән.
2. этн. Тамъян ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение тамьянцев.
АЛЙЫТЫУ (алйыт-) (Р: изнурять;
И.: drain; T: yormak) ҡ.
Мәшәҡәтле, ауыр хәлгә ҡалдырып интектереү; ыҙалатыу. □ Изнурять, утомлять, выматывать. // Изнурение, утомление, выматывание. ■ Ваҡ бәхәстәр һеҙҙе албыра-
240