Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 241


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛҠА[ЛЫ] ГӨЛ
та, ваҡ ҡыйынлыҡтар һеҙҙе алйыта. Р. Сафин.
АЛЙЫУ (алйы-) [дөйөм төрки ал-чы ‘юлдан яҙыу, сыуалыу’] (Р: потерять рассудок; И.: lose one’s mind; T.: aklını kaybetmek) ҡ.
1. Аҡыл теүәллеген юғалтыу. □ Потерять рассудок. ■ Минең, кеше ҡартайһа — алйый, тигәндәрен ишеткәнем бар-барын, ләкин был тиклем булалыр тип уйлағаным юҡ ине. С. Агиш.
2. Хәтер тарҡалыу; аптырау, ҡаңғырыу.
□ Отупеть, одуреть. // Отупение, одурение. ■ Бер заманды донъяһын типкән халыҡ, инде алйып тик йөрөйҙәр, һыҙғырып, ай-һалып. Ш. Бабич.
3. Мәшәҡәтле йәки ауыр бер хәлдән интегеү; ыҙаланыу. □ Мучиться, маяться, страдать. // Мучение, страдание. ■ Мәскәүҙең Курский вокзалы. Мин билет ала алмай аптырап, алйып бөттөм. И. Насыри.
АЛКАЛОИД [рус. < ғәр. ‘һелте’ + гр. ‘тор’] (Р: алкалоиды; И.: alkaloid; T.: alkaloit) и. хим.
Үҫемлектәрҙән алынып, дауалау өсөн ҡулланылған, тере организмға бик көслө тәьҫир итә торған азотлы органик ҡушылма.
□ Алкалоиды. Алкалоид иретмә.
АЛКОГОЛДӘР (Р. : алкоголяты; И.: alkoxides; T.: alkoksit) и. хим.
Молекулаһы составына кислород һәм водород ингән органик ҡатнашмалар. □ Алкоголяты.
АЛКОГОЛИЗМ [рус. I и. ҡар. эскеселек.
АЛКОГОЛИК [рус.] и. ҡар. эскесе.
АЛКОГОЛЛЕ (Р: алкогольный; И.: alcoholic; T.: alkollü) с.
Спиртлы, иҫерткес. □ Алкогольный. Алкоголле эсемлектәр. Алкоголь сөнәғәте.
АЛКОГОЛҺЕҘ (Р: безалкогольный; И.: non-alcoholic; T.: alkolsüz) с.
Спирты булмаған, иҫерткес түгел. □ Безалкогольный. Алкоголһеҙ һыра.
АЛКОГОЛЬ [рус. < нем. < ғәр. ‘спирт’] (Р: алкоголь; И.: alcohol; T.: alkol) и.
1. Шәкәрле, крахмаллы нәмәләрҙе ҡыуыу юлы менән алынған еҫле, осоусан, яныу-сан, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ. □ Спирт.
2. һөйл. Араҡы һәм башҡа иҫерткес эсемлектәр. □ Алкоголь. Алкоголдән ағыуланыу.
АЛҠА [ғәр. ‘түңәрәк’] (Р: серьги; И.: earring; T.: küpe) и.
1. Ҡолаҡҡа таға торған биҙәүес. □ Серьги. Алҡа һабағы. Көмөш алҡа. Ҡашлы алҡа. ■ Алтын алҡа ҡолаҡта, ҡуш беләҙек беләктә. Халыҡ йырынан. Төшөңдә алҡа күрһәң, һөйгән кешең менән осрашаһың. Ырым. Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә, айҙы алҡа итеп тағырмын. Тик көтмә һин минән ер бүләге, бөтәһен дә күктән табырмын. Р. Ғарипов.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, күҙ тейеүҙән, яман заттарҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлаусы биҙәүес. □ Мифологизированный предмет, охраняет от злых сил, духов, болезней, дурного глаза. К Бал-даҡ-беләҙек — ҡулға пәрҙә, алҡа — биткә пәрҙә. Экспедиция материалдарынан.
3. күсм. Ҡайһы бер ағастың һалынып торған сәскә бөрөһө, емеше. □ Серёжки деревьев. Ҡайын алҡаһы. ■ Муйыл ағасы ла июлдәге тәлгәш алҡаларын һағына. Й. Гәрәй. Ҡайындарҙың алҡа суҡтарын бүләк итәм һиңә. Ф. Күзбәков.
4. күсм. Формаһы менән алҡаға оҡшаш булған күренеш. □ Кольцо, круг (явление, похожее на серьги). ■ Ҡул йылытып дуҫлыҡ усағында, күҙәттек беҙ айҙың алҡаһын. X. Ғиләжев. Ике йәш ҡыҙҙы дошман алҡаһын йырып сығыу кеүек ҡурҡыныслы эшкә ебә-реүе ярап етмәй ҙә, башҡа сара юҡ. Ә. Ча-ныш.
АЛҠА[ЛЫ] ГӨЛ (Р: фуксия; И.: fuchsia;!? küpe çiçeği) и. бот.
Сәскәһе тамсы һымаҡ аҫылынып торған ал сәскәле бүлмә гөлө. □ Фуксия (лат. Fuchcia). К Еңел елгә асыҡ тәҙрәмдә алҡалы гөл уйнай һирпелеп. Ғ. Мәсғүт.
241