АЛҠАЛАНЫУ
АЛҠАЛАНЫУ (алҡалан-) (Р.: отвисать; И.: sag; T.: kıvrılmak) ҡ.
Алҡа кеүек булып һалыныу, түңәрәкләнеү. □ Отвисать, свернуться, кольцеваться. ■ Ямғырҙар [сағандың] муйынын биҙәкләп, тамсынан һырға тағыр. Алҡаланып туңған боҙҙар алмаҫтай өҙөлөп тамыр. С. Ҡудаш.
АЛҠАЛАУ (алҡала-) (Р.: окружать; И.: encircle; T.: kuşatmak) ҡ.
Түңәрәтеү, түңәрәкләү, уратыу. □ Окружать, делать круг. // Окружение. ■ Йәштәр усаҡты алҡалап алғандар ҙа китап уҡығанды тыңлайҙар. Ә. Чаныш.
АЛҠАЛЫҠ (алҡалығы) и. диал. ҡар. йәрпесәк.
АЛ-ҠАПЫЛДАН (Р: тотчас; И.: at once; T: hemen) р.
Көтмәгәндә; ҡапыл-ғара. □ Тотчас, вдруг, внезапно, сразу. Ал-ҡапылдан әйтеу.
АЛҠЫМ (Р: горло; И.: throat; T: boğaz) и.
1. Үңәстең өҫкө өлөшө; тамаҡ төбө, йотҡолоҡ. □ Горло. ■ Фатима ҡапыл [Мәғу-зәнең] алҡымынан һығып алып ергә йыҡты. Б. Бикбай.
2. кусм. Сиктән тыш көслө, төрлө тойғоға ҡарата. □ Глотка. Асыуы алҡымына тығылды. Алҡымдан алыу.
3. Аяҡ һәм аяҡ кейеменең йөҙөнән юғары бөгөлгән өлөшө. □ Подъём (ноги и обуви). Итектең алҡымы. Ш Итексе .. аяҡтың алҡымын, балтыр йыуанлығын, табандың оҙонлоғон .. теуәл итеп улсәп килтерергә ҡушты. Ғ. Ибраһимов.
4. этн. Тамъян ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение тамьянцев.
♦ Алҡымдан килгәнсә бик ныҡ туйғанса. □ Досыта, до отвала (есть, пить). Йән алҡымға килеү ауыр хәл-кисерештең һуңғы сигенә етеү; үлә яҙыу. □ Быть в тяжёлом состоянии.
АЛҠЫМҒА ТЫҒЫЛЫУ (алҡымға тығыл-) (Р: застрять в горле; И.: stick in one’s throat; T: boğazında kalmak) ҡ.
Төйөр һымаҡ булып, ауырттырып тамаҡҡа ултырыу. □ Застрять в горле.
АЛҠЫМДАН АЛЫУ (алҡымдан ал-) (Р: схватить за горло; И.: take by the throat; T: boğazından almak) ҡ.
1. Кешенең үңәсенә йәбешеү. □ Взять, схватить за горло.
2. кусм. Ныҡ ирекһеҙләү; көсләү. □ Неволить, принуждать. Бөгөн ук тулэ, тип алҡымдан ала. М Алҡымынан золом алғанда ла китаплы йорт ҡотло юл табыр. Р. Бикбаев.
АЛҠЫМЫН СӘЙНӘҮ (алҡымын сәй-нә-) (Р: перегрызть горло; И.: bite to death; T: boğazını kesmek) ҡ.
1. Юҡ итеү, бөтөрөү ниәте менән ажарланып үңәскә йәбешеү. □ Перегрызть гөрлө.
2. Ажарланып һөжүм итеү, ташланыу.
□ Яростно нападать.
АЛҠЫН [боронғо төрки алыҡ ‘ярһыныу, киҫкенләшеү’] (Р: полноводный; И.: full-flowing; T: dolu sulu) с.
1. Тулы һыулы, алға етеҙ ынтылышлы.
□ Полноводный, стремительный. ■ Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын, тулҡындары тулы, яры киң. Р. Ниғмәти. [Раушания:] Ал, ал мине, алҡын һыу, ҡосағыңа йом, хәсрәтемде тарат! Һин, йор йылға, игелекле бит, ҡосағың йомшаҡ, наҙың татлы. Р. Камал.
2. Алға етеҙ ынтылышлы. □ Проворный.
АЛҠЫНҒАНСА (Р: досыта; И.: to one’s heart’s content; T: doyana kadar) p.
Бик ныҡ туйғанса, алдан ҡалғанса (ашау-эсеу). □ Досыта, до отвала (есть, пить). Алҡынғанса ашау. ■ Кухняла йәмшек танаулы һалдатты алҡынғанса һыйлағандар. Д. Юлтый.
АЛҠЫНДЫРЫУ (алҡындыр-) (Р: переполнять что', И.: overfill; T: taştırmak) ҡ.
1. Өҫтөнә сыҡҡанса тултырыу, ныҡ тулғанса һалыу. □ Переполнять что, переливать через что, лить через край. Алҡындыра ҡойоу. ■ Балды алҡындыра ҡойған сәмәйле көрәгәләр ултыртылды. Т. Хәйбуллин.
242