Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 243


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЛА
2. Бик ныҡ туйғанса, алдан ҡалғанса ашатыу. □ Кормить, поить досыта, до отвала. ■ [һомайJ бөтә илде йыйнаған, алҡындырып һыйлаған. «Урал батыр».
3. кусм. Ярһытыу, елкендереү. □ Волновать, возбуждать. Йөрәкте алҡындырыу.
АЛҠЫНЫУ (алҡын-) (Р.: разливаться; И.: overflow; T.: taşmak) ҡ.
1. Йылғаның һыуы ташып, ярынан сығып, етеҙерәк ағыуы. □ Разливаться, выходить из берегов. ■ Ағиҙел ҡеуәтле була, алҡынып ташҡан һайын. А. Игебаев. Нисә быуат Ырғыҙ шулай алыҫтарға алҡынған. Р. Ғарипов.
2. кусм. Күп булып, сиктән ашыу. □ Переходить меру, границы. ■ [Айбулаттың] алҡынып ятҡан байлығы булмаһа ла, көн курерҙәй яйы бар. Һ. Дәүләтшина.
3. Күп итеп, ҡомһоҙланып ашау, эсеү.
□ Проявлять неумеренность, жадность в еде и питье. Алҡынып эсеу.
4. Бер ыңғай менән етеҙ итеп алға ынтылыу. □ Устремляться, порываться вперёд. // Стремление, порыв. Алҡынып сабыу.
5. кусм. Елкенеү, ярһыу, ашҡыныу.
□ Волноваться, возбуждаться. // Волнение, возбуждение. Йөрәк алҡына. Куңелем алҡынып китте.
АЛҠЫТЫУ (алҡыт-) ҡ. ҡар. алҡындырыу.
АЛҠЫШ I [алтай телдәренән] (Р: аплодисменты; И.: applause; T.: alkış) и.
1. Кемделер ҡаршы алғанда ҡул сабып күрһәтелгән оло хөрмәт; хуплау, күтәрмәләү һүҙе. □ Аплодисменты. Алҡыш менән ҡаршы алыу.
2. Кемде йәки ниҙелер хуплау, күтәрмәләүҙе аңлатҡан көслө ҡул сабыш. □ Овация, аплодисменты, рукоплескания. ■ [Зөмә-рәнең] һәр йырынан һуң көслө алҡыштар клубты геуләтеп торҙо. Мин дә ихлас ку-ңелдән ҡул саптым. X. Зарипов.
АЛҠЫШ II (Р: благословение; И.: benediction; T.: iyi dilek) и.
Хуплау, ризалыҡ биреү, яҡшы теләк, алғыш. □ Благословение, благопожелание, одобрение. • Ата-әсәнең алҡышы утҡа-һыуға батырмаҫ. Мәҡәл.
АЛҠЫШЛАУ (алҡышла-) (Р: благословлять; И.: approve; T.: onaylamak) ҡ.
1. Кемдеңдер эш-ҡылығына ризалыҡ, рәхмәт белдереү; хуплау. □ Благословлять, одобрять. // Благословение, одобрение. ■ Бөгөн, әсәй, артылаһың алтмыш-тан. Уралға ҡоштар төшәләр тыуған көнөң алҡышлап. Р. Бикбаев.
2. Тәбрик итеп, хуплап ҡул сабыу.
□ Аплодировать, рукоплескать. // Аплодисменты, рукоплескания. Алҡышлап оҙатыу. Йырсыны алҡышлау.
АЛЛА I [ғәр. ^ı] (Р: Бог; И.: Allah; Т.: Allah) и.
1. дини. Донъяны яралтҡан, уның менән идара иткән юғары зат; Хоҙай, Тәңре. □ Бог, Господь, Всевышний. Аллаға табыныу. Аллаға ышаныу. Аллаға ялбарыу. ■ Донъяла яуызлыҡ, бысраҡлыҡ кубәйеп китһә, Алла ер тетрәуҙәр, һыу баҫыуҙар кеуек ғәрәсәттәр ебәрә икән. Ф. Хисамитдинова. Халыҡтарҙың дине башҡа, Аллаһы бер. М. Ямалетдинов. Хеҙмәт, кәсеп йолаларының тамамла-нышы рәуешендә әйтелә торған һамаҡтарҙа ла Тәнре, Алла ише иң юғары илаһтарға һығыныу бар («Аллаға тапшырҙыҡ», «Аллаһы Тәғәлә, ҡалғанын Үҙең белеп, Үҙең ҡуй» һ.б.). Ә.Сөләймәнов.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, берәй нәмәнең башы, хужаһы, рухы; эйә. □ Божество. Тау аллаһы. Кул аллаһы. Мәжуси аллалар.
3. кусм. Һоҡланыу, табыныу, яратыу предметы булараҡ берәй кеше йәки нәмә.
□ Кумир, божок. Һинең аллаң шул бит.
4. кусм. Ҙур ҡөҙрәт, ҡеүәт, власҡа эйә булған кеше. □ Тот, кто обладает большой властью, могуществом. Был тирәнең аллаһы.
♦ Алла белһен мәғлүм түгеллекте белдерә. □ Бог знает что... Алла бирһә (йәки бойорһа, теләһә) берәй эшкә ниәтләнгәндә
243