АЛЛА
йәки өмөт белдергәндә әйтелә. □ Бог даст.
■ [Ҡатын:] Алла теләһә, иҫән булырбыҙ. Д. Юлтый. Аллаға тапшырыу бер эште башлағанда, аҙағы уңышлы булһын, тәүәккәлләйек, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Решиться на что-л. ■ [Мулла:] Мин олораҡ кеше, Аллаға тапшырып, алдағы арбаға ултырырмын инде. М. Тажи. Аллаға (йәки Алланың биргәненә) шөкөр тормоштан риза булғанды белдереү өсөн әйтелә. □ Слава Богу, благодарение Богу. ■ Беҙгә, Аллаға шөкөр, ошо байлығыбыҙ ҙа еткән, артығы кәрәкмәй. Б. Бикбай. Алланан йәйәү ҡасҡан тәүфиҡһыҙ, тәртипһеҙ кешегә әйтелә.
□ Употребляется по отношению к беспутному, непорядочному человеку. Алланың ҡашҡа тәкәһе (йәки тәкәһеме әллә) кемделер айырып ҡарауҙы йәки кемдеңдер үҙ-үҙен өҫтөн ҡуйыуын оҡшатмағанда әйтелә.
□ ирон. Меченый (о незаслуженно выделяемом или высокомерном человеке). ■ Мулла малайы тигәс тә, ул кем — алланың ҡашҡа тәкәһе тугелдер бит. В. Исхаҡов. Алланың <ҡаты> ҡәһәре һуҡҡыр (йәки төшкәр) ҡарғағанда әйтелә. □ Слово проклятия: Будь проклят! Алланың рәхмәте киң дини кешеләр яҡшы эшкә ҡыуанғанда йәки өмөт тотҡанда әйтелә. □ Бог милостив (говорится, чтобы успокоить кого-л.). ■ [Рәхимә:] Ярар, борсолмайыҡ. Алланың рәхмәте киң. һ. Дәүләтшина. Алланың хөкөмө Аллаһы тәғәлә ҡушҡан эш. □ Божье повеление, Божья воля. • Алла һаҡланғанды һаҡлар. Әйтем. Алла рәхмәтенә китеү үлеү. □ Умереть, отправиться на тот свет. Алланың рәхмәте төшһөн (йәки рәхмәтендә булһын) яҡшылыҡ теләп әйтелә. □ Говорится при пожелании благополучия, добра.
■ Алланың рәхмәтендә булғыры, һәйбәт әҙәм ине. Эшмәкәр ине. Әҙәмгә зыяны булманы. Һ. Дәүләтшина. Алла хаҡы өсөн (йәки Алла хаҡына) ялынып, ялбарып һорағанда әйтелә. □ Ради Бога, пожалуйста. Алла һаҡлаһын хәүеф-хәтәр белдергәндә әйтелә.
□ Боже упаси! Упаси Бог! ■ Бынау ы кеуек
ҡаҡ юлда арбанан ҡолап башыңды ярырһың, Алла һаҡлаһын! Ғ. Дәүләтшин. Аллаһы Тәғәлә алланы ололау һүҙе. □ Всевышний, Бог. Аллаһы әкбәр 1) доға ҡылғандан һуң әйтелә торған һүҙ. □ Аминь. Аллаһы әкбәр итеу; 2) «бөттө», «тамам» мәғәнәһендә ҡулланыла. □ Конец. ■ Ауылдың ярлыларында юҡ нәмәне булдырыу тигән нәмә юҡ, бары менән «аллаһы әкбәр». Ғ. Хәйри. Аллаһы әкбәргә (эшләү) бушҡа эшләү. □ Даром, работать безвозмездно. П [Кәрим:] Приказчик әйтә, берәугә лә туләнмәй, ти. Ә Сафый ағай әйтә, беҙ бында аллаһы әкбәргә эшләргә килмәгән, .. ти. Алла юлында йөрөгән кеше динсе. □ Святой, священнослужитель. Алла яҙмаһын (йәки ҡушмаһын, күрһәтмәһен) ниндәйҙер хәүеф-хәтәрҙән ҡурҡыуҙы белдерә. □ Не дай Бог! Не приведи Господь! Алла ярҙам (йәки ҡеүәт) бирһен 1) бер эшкә уңыш теләп әйтелә. □ Дай Бог! (доброе пожелание); 2) ҡыйын хәлдә, ауыр эштә булған кешене ҡыҙғанып әйтелә. □ Говорится при сочувствии человеку в его трудном, тяжёлом положении. Ни аллаға, ни муллаға эшкә ашмаған, насар, йүне юҡ кешегә ҡарата әйтелә. □ Никчёмный человек, соотв. Ни рыба, ни мясо. ■ [Ямал:] Уйлағаным да юҡ, уйлаясаҡ та тугелмен. Ирме ни ул — ни аллаға, ни муллаға. М. Тажи. Собханалла берәй нәмәне хуплағанда йәки һоҡланғанда әйтелә. □ Слава Господу! (выражает одобрение или восхищение). Эй (йәки уй) алла әсенгәндә, ҡайғырғанда, хафаланғанда йәки башҡа берәй көслө хис белдергәндә әйтелә.
□ Боже! О боже! Боже мой! ■ Эй алла, бөтмәҫ бәлә булды ла баһа. Һ. Дәүләтшина.
АЛЛА II (Р.: Боже, о боже; И.: ouch, oh my; T.: Allam) ымл.
1. Ҡапыл ҡурҡыуҙы, һиҫкәнеүҙе, ауыртыныуҙы, кешенең хафаһына мыҫҡыл итеүҙе һ. б. тойғоларҙы белдергәндә әйтелә.
□ Выражает внезапный испуг, чувство боли и т.д.: Боже, о боже. Абау алла! Ай алла! Алла, харап итте баламды. ■ [Ҡотлояр:] Алла, харап булған икәнһең! Һ. Дәүләтшина.
244