Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 245


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЛАҺҮЛӘ
Алла, ҡулым, сыҡты йәнем, ебәр, энем, ебәр, энем. «Алпамыша».
2. Ауыртынғанда, һыҙланғанда әйтелә. □ Говорится при болях. ■ «Алла-алла, ойоп та киткән, ҡәһәрең!» — тип [Мәғузә] билен тотто. Т. Килмөхәмәтов.
АЛЛА БАБАЙ (Р.: Бог; И.: Lord; Т.: Allah) и. һөйл.
Донъяны яралтҡан, уның менән идара иткән юғары зат; Хоҙай, Тәңре. □ Бог, Господь, Всевышний.
АЛЛА БАБАЙ ТАРАҠАНЫ (Р.: красноклоп бескрылый; И.: firebug; T: alev tahtakurusu) и. зоол. диал.
Көн йылытҡыс; еңгәсәй. □ Солдатик, красноклоп бескрылый (лат. Pyrrhocoris apterus).
АЛЛА БАБАЙ ҺЫЙЫРЫ (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T: uğur böceği) и. диал. зоол.
Ҡамҡа; ҡояшапай. □ Божья коровка (лат. Coccinellidae).
АЛЛА БӘНДӘҺЕ (Р: Божий человек; И.: God’s fool; T: Allahın kulu) и.
Бик йыуаш кешегә ҡарата әйтелә. □ Божий человек, божья душа (о тихом, скромном человеке).
АЛЛАҒА ШӨКӨР (Р: Слава Аллаху!; И.: thank God; T: Allah’a şükür) инш.
Тормоштан риза булыуҙы күрһәтеү өсөн әйтелә. □ Слава Богу! ■ Ауыҙыңа бал да май, туйынмаһаң, һары май! Аллаға шокор, аллаға шокор! Арбауҙан.
АЛЛА ҠОЛО (Р: раб божий; И.: God’s servant; T: Allahın kulu) и. дини.
Ислам дине буйынса, кеше Алла тарафынан барлыҡҡа килтерелгән һәм тулыһынса уның хөкөмөндә. □ Слуга Аллаха, раб божий. ■ [Аҡйегет — Шәфәҡҡә:] Алла ҡоло булыу, еңгәм, әле бер хәл. Үҙ-уҙебеҙгә әле беҙ ҡол булып йәшәйбеҙ. М. Кәрим.
АЛЛА ҠУНАҒЫ (Р: Божий гость; И.: stranger; T: davetsiz misafir) и. этн.
Саҡырылмай килеп ингән кеше (йола буйынса, иң ҡәҙерле ҡунаҡ). □ Божий гость,
незваный гость (по обычаю, считается почётным ).
АЛЛАЛАШТЫРЫУ (аллалаштыр-) (Р: обожествлять; И.: idolize; T: tanrılaştırmak) ҡ.
Алла кимәленә күтәреү, Аллаға табынғандай табыныу. □ Обожествлять, боготворить. ■ Һинд халҡы ла, уҙе аяҡ баҫа алмағас, һималайҙы аллалаштырып ҡараған. К. Әхмәтйәнов.
АЛЛАНДЫРЫУ (алландыр-) (Р: делать алым что’, И.: make rosy; T: allandırmak) ҡ.
Ал төҫкә индереү. □ Делать алым что. Кукте алландырып ҡояш ҡалҡты. ■ Ниңә миңә йөҙгә кершән һөртөп алландырырға? Й. Солтанов.
АЛЛАНЫҢ ҠАШҠА ТӘКӘҺЕ (Р: избранник божий; И.: God's chosen person; T.: Allahın adamı) и.
Алла тарафынан яратылған кеше. □ Избранник божий.
АЛЛАНЫУ (аллан-) [дөйөм төрки ал < фарсы лал\ (Р: розоветь; И.: turn pink; T.: pembeleşmek) ҡ.
Ал төҫкә инеү. □ Розоветь. Бите алланып тора. ■ Сәскәләргә таң ысығын бөркөп Сулпан ҡалҡа, офоҡ аллана. Р. Ғарипов. Алма бешһә — аллана, ҡауын бешһә — баллана. Халыҡ йырынан.
АЛЛА СИСӘГЕ (Р: щербина; И.: indentation; T.: çiçek bozuğu) и. диал.
Шаҙра. □ Щербина.
АЛЛАУ (алла-) (Р: румянить; И.: rouge; T.: pembeleştirmek) ҡ.
Ал төҫкә буяу. □ Красить в алый цвет; румянить. ■ Ике битең алһыу-алһыу, алһыу битте аллама. Халыҡ йырынан.
АЛ Л Аһ и. ҡар. Аллаһы Тәғәлә.
АЛЛАҺҮЛӘ (Р: название молитвы у мусульман; И.: name of Moslem prayer; T.: dua) и. дини.
Доға исеме. □ Название молитвы у мусульман. ■ Ирәндеккәй тауҙың ай башына аллаһулә яҙҙым ташына. Халыҡ йырынан.
245