Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 246


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЛАҺЫҘ
АЛЛАҺЫҘ (Р.: атеист; И.: atheist; T.: ateist) с.
Аллаға ышанмаған; динһеҙ, дәһри. □ Безбожник, атеист. Аллаһыҙҙар туңәрәге.
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ [ғәр.^^1] (Р.: Бог; И.: the Almighty; Т.: Allah) и.
Алланы ололау, ҙурлау һүҙе. □ Всевышний бог. Н Эй, Аллаһы Тәғәләм, Һиңә ҡарап һығынам: ярҙамыңдан ташлама, ҡазаларҙан һаҡлай ҡур. Ҡош-ҡорт, бәндәләреңде, уҫер уҫемлегеңде ырыҫыңдан ҡалдырма, бөтәһен дә туған ҡыл, бәндәләрҙе аҙҙырма! Халыҡ ижадынан.
АЛЛАҺЫУ (Р.: обращение к Аллаху с почтением; И.: appeal to Allah with esteem; T.: Allahım) өнд.
1. Мөриттәр зекер менән шашып, Алла исемен бик йөрәктән сығарғанда әйтелә. □ Обращение к Аллаху с почтением, уважением.
2. Баланы бәүеткәндә әйтелә. □ Монотонное обращение к Аллаху при усыплении ребёнка укачиванием в колыбели.
АЛЛЕГОРИК (Р: аллегорический; И.: allegory; T: allegori) с. әҙ.
Аллегорияға мөнәсәбәтле. □ Аллегорический. Аллегорик алым. Аллегорик образ.
АЛЛЕГОРИЯ [рус. < гр. allegoria} (Р: аллегория; И.: allegory; Т.: allegori) и. әҙ.
Ниндәйҙер фекер йәки төшөнсәне ситләтелгән образ аша биреү ысулы. □ Аллегория. Аллегория — йәнһеҙ әйберҙәр йәки хайуандар образы аша кеше тормошондағы ҡатмарлы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу. К. Әхмәтйәнов.
АЛЛЕГРО I [рус. < ит. allegro ‘шат’] (Р: аллегория; И.: allegory; Т.: allegro) р. муз.
Бик етеҙ, тиҙ (музыкаль әҫәрҙең башҡа-рылыш темпына ҡарата). □ Аллегро.
АЛЛЕГРО II [рус. < ит. allegro ‘шат’] (Р: аллегро; И.: allegro; Т.: allegro) и. муз.
Бик етеҙ башҡарыла торған музыкаль әҫәр йәки уның өлөшө. □ Аллегро.
АЛЛЕРГЕН [рус. < лат. allergenum] (Р: аллерген; И.: allergen; T.: allerjen) и. мед.
1. Аллергия тыуҙырыусы матдә. □ Аллерген. Көнкуреш аллергены. Туҙан аллергены. ■ Хлор һәм унан эшләнгән матдәләр уҙҙәре көслө аллергендар һанала. «Ашҡаҙар», № 99, 2010.
2. Аллергик ауырыуҙарҙы билдәләү өсөн ҡулланыла торған препарат. □ Аллерген.
АЛЛЕРГЕНЛЫҠ (аллергенлығы) (Р: аллергенность; И.: allergenicity; T.: allerjenite) и. мед.
Төрлө физик, химик, биологик факторҙарҙың аллергия тыуҙырыу һәләте. □ Аллергенность.
АЛЛЕРГИЯ [рус. < гр. allergia} (Р: аллергия; И.: allergy; T.: alerji) и. мед.
Организмдың ауырыу тыуҙырған матдә тәьҫиренә ныҡ һиҙгерлеге, яуабы, әҫпе. □ Аллергия. Ашҡаҙан-эсәк аллергияһы. Профессиональ аллергия, һыуыҡҡа аллергия. Аллергия ауырыуы. Аллергия диагностикаһы.
АЛЛЕРГОЛОГ [рус. < гр. I (Р: аллерголог; И.: allergist; T: alerji uzmanı) и. мед.
Аллергология белгесе, табип. □ Аллерголог.
АЛЛЕРГОЛОГИЯ [рус. < гр. alios ‘икенсе’ + ergon ‘хәрәкәт’ + logos ‘фән’] (Р: аллергология; И.: allergology; T: Allergoloji) и. мед.
Медицинаның аллергендарҙы, аллергия ауырыуҙарын өйрәнә торған бүлеге. □ Аллергология. Башҡортостандың Республика балалар клиник дауаханаһында аллергология булеге бар.
АЛЛЕЯ [рус. < фр. allee] (Р: аллея; И.: avenue; T: geçit) и.
Ике яғына ағас-ҡыуаҡтар ултыртылған парктағы йәки баҡсалағы юл. □ Аллея. Йукә аллеяһы.
АЛЛИГАТОР [рус. < ингл. alligator < исп. el lagarto ‘кеҫәртке’] (Р: аллигатор; И.: alligator; T.: aligator) и. зоол.
Крокодил төрө. □ Аллигатор (лат. Alligator).
АЛЛИТЕРАЦИЯ [рус. < лат. alliteratio] (Р: аллитерация; И.: alliteration; T: aliterasyon) и. әҙ.
246