Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 247


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛМА
Шиғыр йәки телмәрҙең яңғырашын көсәйтеп, үҙенә бер төрлө көй биреп, тәьҫирен арттырыу өсөн бер үк тартынҡы өнлө һүҙҙәрҙе бер тирәгә туплау. □ Аллитерация. Аллитерация күренеше. Аллитерация ҡулланыу.
АЛЛО [рус. < фр. allo] (Р.: алло; И.: alo; T.: alo) ымл.
Телефондан һөйләшә башлағанда ҡулланылған өндәшеү һүҙе. □ Алло.
АЛЛОПЛАНТ [рус. < гр. allos+plantare] (Р.: аллоплант; И.: alloplant; Т.: alloplant) и. мед.
Аллопластикала ҡулланылыусы яһалма юл менән үҫтерелгән биоматериал. □ Аллоплант. ■ Эрнст Мулдашев — «аллоплант» хирургия биоматериалын уйлап табып, уңышлы операциялар яһауы менән Башҡортостаныбыҙҙың исемен тотош донъя кимәлендә танытыусы шәхес. Т. Сәғитов.
АЛЛОПЛАСТИКА [рус. < гр. alios + plastike] (Р: аллопластика; И.: alloplasty; T: alloplastik) и. мед.
Йәрәхәтләнгән ағзаларҙы алмаштырыу өсөн яһалма юл менән үҫтерелгән биома-териалдар ярҙамында эшләнелгән хирургик операция. □ Аллопластика.
АЛЛОТРОПИК (Р: аллотропический; И.: allotropy; T: allotropi) с. хим.
Аллотропияға мөнәсәбәтле. □ Аллотропический. Аллотропик үҙгәрештәр.
АЛЛОТРОПИЯ [рус. < гр. alios ‘икенсе’ + trepein ‘бороу’] (Р: аллотропия; И.: allotropy; Т.: allotropi) и. хим.
Бер үк элементтың төрлө ябай матдәләр барлыҡҡа килтерә алыу үҙенсәлеге. □ Аллотропия.
АЛЛОФОН [рус. < alios ‘икенсе’ + phone ‘өн’] (Р: аллофон; И.: allophone; T: allofon) и. лингв.
Ниндәй ҙә булһа бер фонеманың икенсе бер варианты. □ Аллофон. А фонемаһының аллофондары.
АЛЛОФРАЗА [рус. < ингл. allophrase] (Р: аллофраза; И.: allofraza; T.: allofraza) и. лингв.
Һүҙбәйләнештең йәки фразеологик әйтемдең икенсе бер варианты. Мәҫәлән, башҡорт телендә теңкәгә тейеу — маҙаға тейеү.
□ Аллофраза.
АЛЛЫ-АРТЛЫ (Р: друг за другом; И.: one after another; T.: arka arkaya) p.
Береһе артынан береһе. □ Друг за другом, один за другим, гуськом, цепочкой, вереницей. Аллы-артлы барыу. Н [Тимербулат менән ҡыҙҙар] аллы-артлы теҙелешеп тирмәгә ҡайттылар. Һ. Дәүләтшина.
АЛЛЫ-ГӨЛЛӨ (Р: разноцветный; И.: motley; T.: rengârenk) с.
Төрлө төҫтәге. □ Разноцветный. Н Аллы-гөллө сәскә бирһәм, ҡаҙарһыңмы түшеңә. Халыҡ йырынан. Аллы-гөллө бүләк йыям, һабантуйға килегеҙ! Көрәшсегә — тыу һарыҡ, йүгергәнгә лә бүләк. Һабантуйҙай оло байрам була бит ул бик һирәк... «Йәшлек», 8 июнь 2010.
АЛЛЫҠ (аллығы) и. диал. ҡар. күмелдерек.
АЛЛЮВИАЛЬ [рус. < лат. alluvialis] (Р: аллювиальный; И.: alluvial; T: alüvyonlu) с.
Ташҡындан һуң ҡалған. □ Аллювиальный. Аллювиаль тупраҡ. Аллювиаль ҡатлам.
АЛЛЮВИЙ [рус. < лат. alluvialis] (Р: аллювий; И.: alluvium; T: alüvyon) и. геол.
Ташҡындан һуң ҡалған ҡом, ләм, суйыр-таштар, балсыҡ һ. б. □ Аллювий.
АЛЛЮР [рус. < фр. allure] (Р: аллюр; И.: gait; T: at yürüyüşü) и.
Аттың төрлө йөрөш-юртыш алымы.
□ Аллюр.
АЛМА I [дөйөм төрки алма] (Р: яблоня; И.: apple tree; apple; T: elma) и.
1. Алһыу йәки аҡ сәскәле, мурт итләс емешле ағас. □ Яблоня. / Яблоневый. Алма ағасы. Алма баҡсаһы. Алма сәскәһе. Ҡырағай алма. Урман алмаһы. Я [Баҡсала] ер еләге, сейә, алма һәм төрлө-төрлө сәскәләр ..тулып ултыра. Ғ. Дәүләтшин.
2. Шул ағастың емеше. □ Яблоко. / Яблочный. Эре алма. Ваҡ алма. Әсе алма. Ҡаты алма. • Алма ағасынан алыҫ төшмәҫ. Мәҡәл. Алманың аҫылын ҡорт ашар. Мәҡәл.
247