Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 249


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛМАШЛАТЫУ
Күп алмағастар үҫкән урын, алма баҡсаһы. □ Место, изобилующее яблонями. ■ Ҡара, Зәйнәп, баҡсалағы алмалыҡтар япраҡ яралар. Ғ. Сәләм.
АЛМАН [ғәр. сМ] (Р.: немец; И.: German; T.: Alman) и.
Германияла йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың кешеһе. □ Немец. ■ Мин бына шул ерҙә тыуып уҫкән Ырымбурҙың башҡорт алманы. Р. Шәкүр.
АЛМАС (Р: алмаз; И.: diamond; T.: elmas) и.
1. Саф углеродтың үҙгәреүенән барлыҡҡа килеп, башҡа минерал һәм аҫыл таштарҙан ҡатылығы, йылтырлығы менән күпкә өҫтөн торған үтә күренмәле аҫыл таш.
□ Алмаз. Алмас ятҡылығы. Алмас ҡашлы йөҙөк. Алмас ташы. ■ Алмас йөҙөк ҡашын-дай .. нурҙа уйнап ятҡан ер. Р. Шәкүров.
2. (йәки алмас тимер) Иң юғары сифатлы үткер ҡорос. □ Алмаз. Алмас хәнйәр. Алмас башлы уҡ. ■ Кук тимер ҡайрау менән алмас булмаҫ. М. Аҡмулла. Алмас тимер менән яҙалар икән көмөш йөҙөктәрҙең ҡаштарын. Халыҡ йырынан. Алпамыша ебәк арҡанға йәбешеп зиндандан сығып, алмас ҡылысын тағып, Ҡолйерәненә менеп, туп-тура хан һарайына юл тота. Әкиәттән.
3. Быяла ҡырҡҡыс. □ Стеклорез.
АЛМА СЫБАР (Р: в яблоках; И.: dappled; T.: alaca) с.
Ике янбашы алма эрелек сыбар. □ В яблоках (о масти лошади). Алма сыбар ат.
АЛМАТУТАЙ и. диал. ҡар. ҡамҡа.
АЛМАУ (Р: догма; И.: dogma; T.: kanun) и. иҫк.
Ҡанун, ҡағиҙә. □ Закон, догма. Дин алмау ҙары.
АЛМАУТ (Р: кирказон обыкновенный; И.: birthwort; T: loğusa otu) и. бот.
Туғайҙарҙа, болондарҙа, урманда үҫкән, алма кеүегерәк емеш биргән, үрмәле күп йыллыҡ ағыулы урман үләне, алма үләне.
□ Кирказон обыкновенный (лат. Aristolochia clematitis).
АЛМА ҮЛӘНЕ и. ҡар. алмаут.
АЛМАШ I (Р: смена; И.: shift; T.: posta) и.
1. Тейешле ваҡытта кемдеңдер урынына баҫып, эшен дауам иткән кеше йәки кешеләр төркөмө. □ Смена, сменщик. ■ Ул [Аҡбулат] уҙ алмашы эш башламаҫ борон уҡ барып, эште барлай. F. Дәүләтшин.
2. кусм. Оло быуындың эшен дауам итерлек йәш быуын. □ Смена. Алмаш әҙерләу. Йәштәр — беҙҙең алмашыбыҙ.
АЛМАШ II (Р: сменный; И.: changeable; T.: vardiya) с. мәғ.
Кәрәк саҡта кемдең йәки нимәнеңдер урынына ҡуйыу, файҙаланыу өсөн тотолған. □ Сменный. Алмаш кейем. Алмаш тәгәрмәс. ■ Юл кәрәк-яраҡтарын, ҡәҙерләберәк кейә торған костюмымды, алмаш кулдәктә-ремде ҡул сумаҙанына тултырҙым. Ф. Иҫәнғолов.
АЛМАШ III (Р: местоимение; И.: pronoun; T: zamir) и. грам.
Телмәр эсендә исем, сифат йәки һан урынына ҡулланыла торған һүҙ. □ Местоимение. Зат алмаштары. Курһәтеу алмаштары. һорау алмаштары.
АЛМАША (Р: помешанный; И.: insane; T.: çılgın) с.
Аҡыл дөрөҫлөгөнән мәхрүм, аҡылы кәм; алйот, иҫәр. □ Помешанный, сумасшедший. Алмаша кеше. Алмаша булыу. ■ Ҡарттың өлкән ҡыҙы: «Кәрәк ине! Йәш ғумеремде әрәм итеп йыланға барырға әллә мин алмашамы?» — тип йугереп инә лә китә. Әкиәттән.
АЛМАШАЛАНЫУ (алмашалан-) (Р: помешаться; И.: become insane; T.: çıldırmak) ҡ.
Алмаша булыу, аҡыл алмашыныу. □ Помешаться, сойти с ума.
АЛМАШЛАТЫУ (алмашлат-) (Р: чередовать; И.: alternate; T: değiştirmek) ҡ.
Әле береһен, әле икенсеһен алмаштырыу; сиратлатыу. □ Чередовать. Ҡулды алмашлатып болғау.
249