АЛМАШЛАУ
АЛМАШЛАУ (алмашла-) (Р.: чередовать; И.: alternate; T.: değiştirmek) ҡ.
1. Береһен-береһе алмаштырыу, алмаш-тилмәш итеү; сиратлау. □ Чередовать, сменять, меняться, сменяться. ■ [Айбулат менән Истебай] алмашлап ял иттеләр. Һ. Дәүләтшина.
АЛМАШЛАП (Р.: поочерёдно; И.: in turn; T.: sırayla) р.
Береһенән һуң икенсеһе, сиратлап. □ Поочерёдно, посменно, попеременно. Алмашлап йоҡлау. Алмашлап уҡыу. Алмашлап һаҡлау. ■ [Зыяның] салбар балаҡтарынан соборлап һыу ағып тора, аяҡтарын алмашлап баҫҡан һайын сабаталары лас-лос килә ине. М. Тажи.
АЛМАШЛАШЫУ (алмашлаш-) (Р: сменяться; И.: take turns; T: değişmek) ҡ.
Береһен-береһе алмаштырыу. □ Сменяться, чередоваться, меняться. Алмашлашып ҡарауыллау. Алмашлашып эшләу.
АЛМАШСЫ (Р: смена; И.: shift; T: posta) и.
1. Кемдеңдер урынына килеп, эшен, хеҙмәтен дауам иткән кеше йәки кешеләр төркөмө. □ Смена, сменщик. ■ Концертта йәш кенә Ғата Соләймәновты ла сәхнәгә сығаралар. Халыҡ уға ла гөрләтеп ҡул саба. Сәхнә артында инде Йомабай Иҫәнбаев Ғатаны ҡосаҡлап ала, төрән тулҡынланып: — Бына, алмашсы булды, — ти. Р. Шәкүр.
2. Алмашлап эшләүселәр йәки кемделер алмаштырыусы. Алмашсы килеп эш башланы.
АЛМАШ-ТИЛМӘШ (Р: поочерёдно; И.: in turn; T: sırayla) р.
Береһен-береһе алмаштырып; бер-бер артлы, алмашлап. □ Поочерёдно, посменно, попеременно. ■ [Ғәйнекәй] ауыл осона тиклем етәкләп барған ҡыҙын һығып ҡосаҡлап, биттәренән алмаш-тилмәш упте лә .. шәп-шәп атлап китеп барҙы. 3. Йәнбирҙина. Ғимран бабай кеткелдәп көлә, төпкә батҡан сағыр куҙҙәрен алмаш-тилмәш беҙгә
йөрөтөп сыға: — Ай, сәбәке малайҙар, татыу ғына уйнаһағыҙ, ни була? Н. Мусин.
АЛ М АШТЫРҒЫ Л АУ (алмаштырғы-ла-) (Р: изредка менять; И.: change from time to time; T: bazen değiştirmek) ҡ.
Бер нисә тапҡыр алмаштырыу, һирәкләп булһа ла алмаштырыу. □ Менять (время от времени, изредка). ■ [Йэнтурэ:] Нурулла туған, һинән һуң йунле председателгә эләгә алманыҡ. Эйе, алмаштырғылап та ҡараныҡ.. береһенән-береһе йунһеҙерәк булып сыҡтылар. А. Мөбәрәков.
АЛМАШТЫРЫЛҒАН БАЛА (Р: подмёныш; И.: baby changed by deuce; T: perilerin değiştirdiği çocuk) и. миф.
Башҡорт мифологияһында ен алмаштырған бала. □ Подмёныш, обменыш.
АЛМАШТЫРҒЫҺЫҘ (Р: незаменимый; И.: irreplaceable; T: eşsiz) с.
Яҡшы, һәйбәт, алыштырып булмай торған. □ Незаменимый. Алмаштырғыһыҙ етәксе.
АЛМАШТЫРЫЛЫУ (алмаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. алмаштырыу, страд, от алмаштырыу.
АЛМАШТЫРЫУ (алмаштыр-) (Р: менять; И.: change; alter; T: değiştirmek) ҡ.
1. Бер нәмә урынына икенсеһен ҡуйыу. □ Менять. // Смена, изменение. Урын алмаштырыу. ■ [Кыҙ:] Уның ике мискә һыуы бар. Береһе көс бирә, икенсеһе бөтөрә. Беҙ шул мискәләрҙе алмаштырып ҡуяйыҡ. Әкиәттән. Ышаныуҙар буйынса, сабыйҙы ҡырҡ көнгә тиклем яңғыҙын ҡалдырһаң, уны ен алмаштыра, йәғни ен кеше балаһы урынына уҙенекен һалып китә. Ф. Хисамитдинова.
2. Бер нәмә урынына икенсеһен файҙаланыу □ Сменять. // Смена. Аяҡ кейемен алмаштырыу. Йургәкте алмаштырыу. ■ Атайым бөгөн иртә торҙо, алмаштырып кейҙе кулдәген. С. Агиш.
3. Бер нәмә биреп икенсеһен алыу. □ Обменять. // Обмен. Акциялар алмаштырыу. Китап алмаштырыу. Картуфты онға ал
250