Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 251


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛМИҘЕҮ
маштырыу. Тауар алмаштырыу. Алмаштырыу пункты.
4. Береһенән һуң икенсеһе барлыҡҡа килеү, үҙгәреү. □ Сменять. // Смена. ■ Кеш йылына ике тапҡыр: яҙ һәм көҙ көнөндә йөнөн алмаштыра. К. Фәхретдинов. Яҙҙы йәйҙәр алмагитырыр, йәй артынан көҙ килер. М. Ямалетдинов.
5. Берәүҙең хеҙмәт урынына икенсе кешене ҡуйыу, берәү урынына эшләп тороу.
□ Замещать, заменять, заступать вместо кого, сменять. // Замещение, замена, смена. Ҡарауылды алмаштырыу. Мөдирҙе алмаштырыу.
6. Берәй нәмәнән баш тартып, икенсеһенә күсеү. □ Сменить. // Смена. Ҡарашты алмаштырыу. Эште алмаштырыу.
7. Яңыртыу. □ Обновлять. // Обновление. Театрҙың репертуарын алмаштырыу. Өй йыһаздарын алмаштырыу. Кешенең миңе боҙолоп ауырыһа, уның исемен алмаштырыу йолаһы булған.
8. фин. Аҡсаны бер ҡиммәттән икенсе ҡиммәткә күсереү. □ Обменять, конвертировать. // Обмен, конвертирование. Валюта алмаштырыу. Алмаштырыу пункты. Алмаштырыу фонды.
АЛМАШЫНЫУ (алмашын-) (Р.: сменяться; И.: exchange; T.: değişmek) ҡ.
1. Берәүҙең урынына икенсеһен ҡуйыу.
□ Меняться, переменяться, сменяться. // Изменение, перемена, смена. Балалар баҡсаһында тәрбиәселәр алмашынып тора.
2. Берәүҙән һуң икенсеһе ҡуйылыу; үҙгәреү. □ Меняться, сменяться; смениться, переменяться; перемениться, измениться. // Смена, перемена, изменение. Урам исемдәре алмашынған.
3. ҡар. алмашаланыу. ■ Шулай алмашынып ҡалғайны, тәки рәтләнә алманы. Ә. Атнабаев.
4. Телдең үҫеше процесында һүҙҙәге морфемаларҙың һаны, килеү тәртибе, фонематик төҙөлөшө үҙгәрмәйенсә, функцияларының үҙгәреше. □ Декорреляция.
АЛМАШЫНЫУСАН (Р: переменный; И.: exchange; T.: değiştirilen) с.
Үҙгәреүсән. □ Переменный, переменчивый. Кәйефе тиҙ алмашыныусан. һауа торошо тиҙ алмашыныусан.
АЛМАШЫУ (алмаш-) (Р: менять; И.: exchange; T: değiştirmek) ҡ.
1. Бер үк төрлө нәмәне үҙ-ара бирешеү.
□ Менять, обменивать, поменять. // Смена, обмен. Активтар менән алмашыу. Урын алмашыу. Булмәләрҙе алмашыу. Туфлиҙарҙы алмашыу. ■ Зөлхизә менән Арыҫлан һырға һабағы алмаштылар. Йола буйынса, минең кейәуем Арыҫлан булырға тейеш. Ә. Харисов.
2. Бер-берең менән уртаҡлашыу. □ Обмениваться. // Обмен. Фекер алмашыу. Тәжрибә алмашыу. ■ [Сәлмән] Мәндемгә килә лә текә ярҙан аяҡтарын һалындырып ултыра. Минең менән өҙөк-йыртыҡ ҡына һуҙ алмаша. Ә. Вахитов.
АЛМАШЫУ ҠИММӘТЕ (Р: меновая стоимость; И.: value; T: değişim değeri) и. иҡт.
Тауар алмашҡанда ҡуйылған хаҡ, баһа.
□ Меновая стоимость.
АЛМАШЫУ МӨНӘСӘБӘТЕ (Р: ме новое отношение; И.: exchange relation; T: değişim ilişkisi) и. иҡт.
Үҙ-ара тауар алмашҡанда барлыҡҡа килгән бәйләнеш. □ Меновое отношение.
АЛМИҘЕҮ (Р: нагрудное украшение; И.: kind of female decoration; T: süsleme) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәгенең уҡа-тәңкә-ләр менән биҙәлгән алынмалы киң иҙеүе.
□ Нагрудное украшение с монетами и позументами. ■ Алтын ғына тәңкә ай бирәйем, алмиҙеукәйеңә баҫырһың. Халыҡ йырынан. Унда милли елән генә тугел, ә биҙәуестәр, баш кейемдәре, ҡашмау, селтәр, дәуәт, тушелдерек, һарауыс, алъяпҡыс, таҡыя, сәсмау, сәсурмес, башкейем, алмиҙеу ҙә бар! Өҫтәуенә һәммәһенең уҙ ерлеге, уҙенсәлеге, тегеу ҡағиҙәһе һәм йолаһы бар! Р. Солтан-гәрәева.
251