Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 252


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛОГИЗМ
АЛОГИЗМ [рус. < гр. a+logos] (Р.: алогизм; И.: illogik; T.: mantıksız) и.
Логик эҙмә-эҙлелеге булмаған, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер һәм телмәр. □ Алогизм.
АЛОЙ [рус. алоэ < гр. aloe] (Р: алоэ; И.: aloe; T.: sarısabır) и. бот.
Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған итләс ҡыяҡ япраҡлы көньяҡ үҫемлеге (лат. Aloe). □ Алоэ.
АЛОЭ [рус. < гр. aloe] и. бот. ҡар. алой. Алоэ япрағы. ■ Куҙҙәрҙең арыуын бөтөрәм, һыуыҡ тейҙермәйем тиһәгеҙ, ҡуҙ ҡабаҡтарына составында гиалурон кислотаһы, алоэ һуты, Е витамины булған махсус гель һөртөгөҙ. «Йәшлек», 22 ғинуар
2011.
АЛП (Р: великан; И.: giant; T.: alp) и.
1. Бик ҙур кәүҙәле. □ Великан. ■ Алп-тың бармаҡтары беләктәй, беләктәре бурә-нәләй икән. Әкиәттән.
2. Көслө батыр. □ Богатырь. ■ Әкиәттәрҙә Алп менән Алпамыша көсһөҙҙәргә, йәберләнгәндәргә ярҙам итә. Ф. Хисамитдинова. • Алп ананан тыуыр, арғымаҡ бейәнән тыуыр. Әйтем.
АЛПА и. диал. ҡар. алп.
АЛПАМЫША [дөйөм көнсығыш төрки Алып Манаш] (Р.: Алпамыш; И.: name of fairy-tale giant; T.: Alpamış) и.
1. (баш хәреф менән) Эпос һәм әкиәт батырының исеме. □ Алпамыш (имя эпического богатыря-великана). ■ Аҡкубәк был хәлгә ғәжәп ҡылып, уҙенең атаҡлы һынсыһын саҡырта, һынсы: «Баланың былай уҫеуенә аптырамағыҙ. Ул бик көслө, мөһабәтле алып булыр. Уға исемде Алпамыша тип ҡушайыҡ!» — ти. «Алпамыша менән Барсынһылыу». Алпамыша Ҡарабатырға ҡаршы сыға. Әкиәттән. • Аты-туны бар кешелә Алпамыша көсө бар. Мәҡәл.
2. кусм. Ҙур кәүҙәле көслө кеше. □ Великан, сильный человек. ■ Яңы эра башланғанға тиклем ғәҙәттәге ҙурлыҡтағы кешеләр менән бергә буйҙары өс метрҙан ашҡан алпамышалар ҙа йәшәгән тигән
фараз йөрөй. «Йәшлек», 14 август 2010. Алпамышалар бейек-бейек ҡарағайҙарҙы ла аша баҫып, урманды улән урынына тапап йөрөй, ер һөрөп йөрөгән ҡәҙимге кешене һуҡаһы, аты-ниһе менән бергә усына һыйҙыра ала... Гигант кеше ҡиәфәтендәге алпамышалар хаҡындағы топонимик легендалар башҡорттар йәшәгән куп тарафтарҙа билдәле. Ә. Сөләймәнов.
АЛПАМЫШАЛАЙ (Р: как Алпамыш; И.: as Alpamish; T.: Alpamış gibi) p.
Алпамыша кеүек көслө, ҙур кәүҙәле. □ Подобно Алпамышу (великан, сильный). ■ Эх, алпамышалай батыр, сәмле, ҡурҡыу белмәҫ булһам ине. «Аҡбуҙат», № 8, 2011. Мотаһарҙың уйсан ҡарашы танауы аҫтында бәпкә йөндәре өтөрәйеп торған, йәшенә курә тугел мыҡты Вәлитдингә туҡтала, алпамышалай эре һөйәкле булһа ла, яңы ғына ҡалҡып килгән тал сыбығы әле был — ҡайһы яҡҡа баҫһаң, шунда бөгөлә. Й. Солтанов.
АЛПАНИСА и. диал. ҡар. алп.
АЛПАНЛАУ (алпанла-) (Р.: двигаться вразвалку; И.: waddle; T.: badi badi yürümek) ҡ.
Ян-яҡҡа аушанлау, һалп-һолп итеү (атлағанда). □ Двигаться вразвалку, вперевалку, переваливаться. ■ Буре балаларының береһе генә алпанлап ағас артына йәшенгән булды. Р. Солтангәрәев.
АЛПАН-ТИЛПӘН р. ҡар. алпан-толпан П.
АЛПАН-ТОЛПАН I (Р: медведь; И.: swinging from one side to the other; T.: ayı) u.
Айыуҙың табулаштырылған (тыйылған) исеме. □ Табуированное название медведя.
АЛПАН-ТОЛПАН II (Р: вразвалку; И.: swinging from one side to the other; T: paytakça) p.
Ауыр баҫып, ян-яҡҡа аушанлап (атлау)', һалп-һолп. □ Вразвалку, вперевалку, переваливаясь. ■ Ҡарттар Аллаяр мулланы оҙаҡ көтәләр. Бына бер саҡ, һәлмәк кенә баҫып, алпан-толпан атлап мулла килә. Әкиәттән. Шәрифулла алпан-толпан атлап,
252