АЛСАҠРЫҠ
Ниғмәтулланың артынан эйәрҙе. Я. Хамматов. Алпан-толпан атлаған айыуы куп Уралтау. Ҡобайырҙан.
АЛПАР (Р.: богатырь; И.: brave warrior; T.: alp) и.
Батыр, көслө яугир. □ Богатырь, смелый воин. Алпарына курә толпары.
АЛПАУЫТ [боронғо төрки алпагут ‘кенәз’I (Р.: помещик; И.: landowner; T.: toprak ağası) и.
1. тар. Эре ер биләүсе. □ Помещик. Алпауыт биләмәһе. Алпауыт ере. Алпауытҡа эшләу. ■ [Базы буйына] иң матур урынды һайлап, .. Готлунд тигән бер алпауыт килеп ултыра. В. Исхаҡов.
2. этн. Ирәкте ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение иряктинцев.
АЛПЫ-ТОЛПО р. диал. ҡар. алпан-толпан. ■ Зилский менән секретарь сананан ауа-тунә тороп, алпы-толпо баҙып советҡа килеп инделәр. Ғ. Дәүләтшин.
АЛПЫ-ҺАЛПЫ (Р: нерадиво; И.: negligently; T.: savsak) р.
Көс түкмәй, иренеп кенә, арлы-бирле.
□ Нерадиво, лениво. Алпы-Һалпы эшләу. ■ Ат ашыҡмайынса, һыйыр ыңғайына алпы-һалпы ғына атлай. Д. Исламов.
АЛСА (Р.: алыча; И.: cherry plum; T.: kiraz eriği) и. бот.
1. Гөлйемеш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, емеше сейәнекенә оҡшаған көньяҡ ағасы. □ Алыча, ткемали. Алса уҫтереу.
2. Шул ағастың емеше. □ Алыча. Алса ҡайнатмаһы. ■ Тау битләуендә алса куп. Сейә кеуегерәк ҡыҙыл емеш ул. Тик әсе, сәй менән эсергә бик шәп. Телеңде йоторһоң. Яр. Вәлиев.
АЛ САБЫР (Р: ведущий; И.: host; Т.: yönetmen) и.
Ҡарға бутҡаһы байрамын алып барыусы.
□ Ведущий в обрядовом празднике Карга-туй ‘Воронья каша’. ■ Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һуҙе утемсәк әбейҙәрҙе һайлайҙар. Улар ауыл буйлап йомортҡа, май, ярма йыя. Ф. Хисамитдинова.
АЛСАЙЫУ (алсай-, алсая) (Р: становиться на задние ноги; И.: rear; T.: şahlanmak) ҡ.
Башты юғары күтәреп, аяҡтарҙы кирә баҫып тороу (эре йәнлектәр тураһында)', үрә баҫыу (тороу). □ Становиться на задние ноги (лапы), встать на дыбы. Алсайып тороу. ■ [Кусәрхан:] Бер болан курҙем: атырға булып янымды алғайным, алсая баҫты ла торҙо. Әкиәттән.
АЛСАҠ [дөйөм төрки алчаҡ ‘шаян, илгәҙәк’] (Р: приветливый; И.: affable; T.: gü-leryüzlü) с.
Асъүк сырайлы, илгәҙәк, көләс. □ Приветливый, радушный. ■ Гәләу эскерле тугел. Ул алсаҡ, ҡояш кеуек йылмайып тора. Б. Бикбай. Был Ҡыҙырас — бигерәк алсаҡ малай. Көнгә нисә курһә, шунса иҫәнләшә, берәй ярамаған эш эшләһә, шунда уҡ ғәфу утенә.
3. Биишева.
АЛСАҠЛАНЫУ (алсаҡлан-) (Р.: проявлять приветливость; И.: display affability; T.: birine güleryüz göstermek) ҡ.
Алсаҡҡа әйләнеү, алсаҡ булыу. □ Проявлять приветливость, радушие; становиться приветливым, радушным. ■ Маһайыбыраҡ һөйләшә торған бер ҡырыҫ ҡатын ине был [Маһиҙәр]. Хәҙер ныҡ уҙгәргән, алсаҡланған төҫлө. Ҡ. Ибәтуллин.
АЛСАҠЛЫҠ (алсаҡлығы) (Р: приветливость; И.: affability; T.: güleryüzlü-lük) и.
Асъүк сырайлы, көләс булған хәл, илгәҙәклек. □ Приветливость, радушие. Алсаҡлыҡ курһәтеу. ■ Бигерәк тә кешеләрҙең хо-лоҡ-ҡылыҡтарындағы ҡабатланмаҫ, ауылса ябай матурлыҡ, алсаҡлыҡ, илгәҙәклек, бөтә рухыңды яулап алырлыҡ иҫ киткес моң байлығы .. бөтә булмышыңа йән өрөп тора. X. Назаров.
АЛСАҠРЫҠ (алсаҡрығы) (Р: допризывник; И.: young man below the conscription; T.: asker adayı) и. иҫк.
һалдатҡа саҡырылырға йәше еткән егет.
□ Допризывник.
253