АЛСЫ
АЛСЫ (Р.: вогнутая боковая сторона альчика; И.: detail of a dice; T.: zarın içbükey yam) и.
Ашыҡтың уйымлы ҡабырға яғы. □ Вогнутая боковая сторона альчика. Ятышына ҡарап, алсыны алсы менән, бөгәһен бөгә менән аталар.
АЛ СӘХНӘ (Р.: авансцена; И.: proscenium; T.: önsahne) и. театр.
Сәхнәнең шаршау менән рампа араһындағы алғы өлөшө. □ Авансцена.
АЛТАЙ (Р: алтаец; И.: the Altay people; T.: Al tay һ) и.
Алтай Республикаһының төп халҡы һәм шул халыҡтың кешеһе. □ Алтаец, алтайцы. ■ Алтай Республикаһынан килгән «Алтам» ансамбленец йылҡы өйөрөн һүрәтләүсе хореографик композицияһы беҙҙең Аҡбуҙат эпосын хәтерләтте... «Башҡортостан», 18 июнь 2011.
АЛТАЙ МИЛӘҮШӘҺЕ (Р: фиалка алтайская; И.: violet species; T.: Altay menekşesi) и. бот.
Ҡыҫҡа һабаҡлы, ялтыр яҫы япраҡлы, шәмәхә төҫтәге сәскәле үҫемлек. □ Фиалка алтайская (лат. Viola altaica Ker-Gawl).
АЛТАЙСА (P: по-алтайски; И.: in Altaic; T.: Altayca)p.
1. Алтай телендә. □ По-алтайски. Алтайса һөйләшеү.
2. Алтайҙарға хас рәүештә. □ По-алтайски. Алтайса кейенеү. Алтайса бейеү.
АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ (Р: алтайские языки; И.: Altaic languages; T.: Altay dilleri) и.
Тел ғилемендә төрки, монгол, тунгус-маньчжур, япон, корея телдәрен үҙ эсенә алған телдәр ғаиләһе. □ Алтайские языки. Алтай телдәре менән оҡшаш. Алтай телдәре үҫеше.
АЛТАҠТА (Р: вывеска; И.: signboard; T: levha) и.
Учреждение, ойошманың атамаһы яҙылған яҙыу. □ Вывеска. ■ Республикабыҙҙа урамдағы барлыҡ яҙыуҙарҙың, алтаҡта-ларҙың, урам, сауҙа һ.б. йәмәғәт урындары атамаларының ике дәүләт телендә
яҙылырға тейешлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Урамдарыбыҙ таҙа булған кеүек, алтаҡ-талар ҙа хатаһыҙ булырға тейеш! «Йәшлек», 18 август 2009.
АЛТАТАР (Р: револьвер; И.: revolver; T: altıpatlar) и. иҫк.
Әйләнеп торған барабанлы, күп яһаҡлы бәләкәй атыу ҡоралы. □ Револьвер. Алтатар барабаны. Алтатарҙан атыу. ■ [Баяр] халыҡты ҡурҡытыу өсөн баш осонан алта-тары менән атып ебәргән. «Батыршаның хаты». Аттың шәбен ектек, беребеҙ мылтыҡ, икенсебеҙ алтатар менән ҡоралландыҡ. Й. Солтанов.
АЛТАУ [дойөм төрки алты} (Р: шестеро; И.: six; T: altı) йый. һ.
Алты кеше йәки нәмә. □ Шестеро. ■ Киттек әйҙә, бишәүҙән алтау яҡшы. Әкиәттән.
АЛТАУЛАП (Р: вшестером; И.: six (together); T: altı kişi) p.
Алты кеше бергә. □ Вшестером. ■ Былар: егет, ҡыҙ, ҡарт, уның әбейе, батша менән йәш ҡатыны алтаулап һәйбәт итеп йәшәй башлайҙар. Әкиәттән.
АЛТАУЛАШЫП (Р: вшестером; И.: six (together); T: altı kişi) p.
Алты кеше бергәләшеп. □ Вшестером. Алтаулашып эшләү. ■ Алтаулашып тәбәнәк кенә өҫтәл кеүек бер ташҡа теҙелешеп ултырабыҙ. Д. Шәрәфетдинов.
АЛ ТАУ ЫҘ (Р: большеротый; И.: large mouthed; T.: büyük ağızlı) с. диал.
1. Ҙур ауыҙлы (кешегә ҡарата). □ Большеротый.
2. Ғәйбәтсе. □ Сплетник.
АЛТМЫШ [боронғо төрки алтымыш} (Р: шестьдесят; И.: sixty; T.: altmış) төп һ.
1. Алты тиҫтә, 60-ҡа тиң иҫәп. □ Шестьдесят. Алтмыш саҡрым. • Аҡылһыҙ кеше алтмышта ла йәш була, аҡыллы алтыла ла баш була. Мәҡәл. Арпа алтмыш көндә өлгөрә. Әйтем.
2. Күплек символы. □ Символ множества. ■ Эй Хоҙай, ошо кешенең ҡыҙын миңә ғашиҡ ҡыл, өс йөҙ алтмыш өс таҫыл менән әүрәт, йөҙ ҡырҡ рәт әүрәт... Халыҡ ижа-
254