АЛТЫН
дынан. • Алтмыш ҡолон ат булмаҫ. Мәҡәл. Дошман алтмыш булһа, дуҫтар етмеш. Мәҡәл.
АЛТМЫШАР (Р.: по шестидесяти; И.: sixty each; T.: altmışar) бул. һ.
Һәр бере алтмышҡа тиң. □ По шестидесяти. Алтмышар һум аҡса. Алтмышарҙан булеу.
АЛТМЫШ АЯҠЛАУ (Р: бежать вприпрыжку; И.: run hopping; T.: ziplaya ziplaya koşmak) ҡ. диал.
һикереп-һикереп йүгереү. □ Бежать вприпрыжку.
АЛТМЫШҠОЛАҠ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-айлинцев.
АЛТМЫШЛАП (Р: около шестидесяти; И.: about sixty; T: altmış civarında) сама һ.
Алтмыш тирәһе, алтмышҡа яҡын. □ Около шестидесяти, приблизительно шестьдесят. Алтмышлап ҡеше.
АЛТМЫШЫНСЫ (Р: шестидесятый; И.: the sixtieth; T.: altmışıncı) рәт һ.
Урын тәртибе 60 менән билдәләнгән. □ Шестидесятый. Алтмышынсы булмә. Алтмышынсы йыл.
АЛТӨРӘН (Р: предплужник; И.: со(и) İter; T.: saban bıçağı) и.
Һабандың ҙур төрәне алдына ҡуйыла торған бәләкәй төрән (кәҫтең ҡыртышын һыҙырып бара). □ Предплужник. ■ Алторән ҡуйып, 30 сантиметрға еткереп һөрөлә ер. Яр. Вәлиев.
АЛТЫ [дөйөм төрки алты] (Р: шесть; И.: six; T.: altı) төп һ.
1. Биштән һуң килгән һандың, 6, VI цифрҙарының һаны. □ Шесть.
2. 6-ға тиң иҫәп. □ Шесть. Алты ай. Алты йөҙ. Алты кило. ■ Буҙәнә ҡысҡырһа, атай: «Биш ҡысҡырһа, әуендән биш бот, алты ҡысҡырһа, әуендән алты бот, ете ҡысҡырһа — ете бот», — ти торғайны. Халыҡ
ижадынан. Ғаиләлә нур өҫтөнә нур өҫтәп алты бала донъяға килә. Г. Ситдиҡова. • Алты йәшәр илдән килһә, алтмыш йәшәр ҡаршы сығыр. Мәҡәл. Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара. Мәҡәл.
АЛТЫЛАП (Р: около шести; И.: about six; T.: altı civarında) сама һ.
Алты тирәһе, алтыға яҡын. □ Около шести, приблизительно шесть. Алтылап баш һарыҡ. Алтылап кеше.
АЛТЫМӨЙӨШ (Р: шестиугольник; И.: hexagon; T.: altıgen) и. мат.
Алты мөйөшлө геометрик фигура.
□ Шестиугольник.
АЛТЫН I [дөйөм төрки алтын, алтун] (Р: золото; И.: gold; T.: altın) и.
1. Химик элемент, һары төҫтәге йомшаҡ затлы металл (ҡиммәт берәмеге булып хеҙмәт итә). □ Золото. / Золотой. Алтын йыуыу. Алтын ятҡылығы. Алтын ялатыу.
■ Бөтә кеше талаша-һуғыша уҙәк буйына ябырылды. Унда бөртөклө алтын сыҡҡан ояларҙы куреу менән барыһы ла онотолдо. Я. Хамматов. • Алтын юлдан яҙҙырыр. Мәҡәл. Алтынды эҙлә таштан, аҡылды эҙлә баштан. Әйтем. Алтынды тут алмаҫ, һыуҙы ут алмаҫ. Әйтем.
2. иҫк. Өс тингә торошло боронғо аҡса берәмеге. □ Монетка достоинством в три копейки. Бер алтын. Биш алтын.
3. Алтындан ҡойолған өс һумлыҡ, һуңғараҡ — биш, ун һумлыҡ аҡса. □ Трёх, пяти, десятирублёвые золотые монеты. Алтын менән тулэу. ■ [Ныязғол:] Ер банкыһындасы йөҙ егерме алты мең алтын минең ҡулда буласаҡ, Алла бирһә. һ. Дәүләтшина.
4. кусм. Байлыҡ, дәүләт. □ Богатство, состояние. Алтын валюта. Алтын фонды.
■ Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең. Р. Ғарипов. Алтын матур, алтын ҡиммәт, тик алтын була һалҡын, һин дә алтындай бул, ләкин әсеңдә булһын ялҡын! Р. Назаров. • Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын. Мәҡәл. Сабыр төбө — һары алтын. Мәҡәл. Һуҙең көмөш булһа, тик тороуың алтын. Мәҡәл.
255