Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 256


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛТЫН
АЛТЫН II (Р.: золотой; И.: gold; T.: altın) с. мәғ.
1. Алтындан, металдан эшләнгән. □ Золотой. Алтын аҡса. ■ Бер ҡыҙ шишмәгә һыуға килә. Һыуға эйелһә, ялтырап алтын балдаҡ ята. Әкиәттән.
2. Бик яҡшы сифаттары менән айырылып торған, ҡиммәтле. □ Ценный. Алтын хәрефтәр менән яҙылыу. Алтын фондҡа ингән әҫәр. ■ Фәриҙә Ҡудашева үҙенең йырҙары менән Башҡортостан ғына тугел, ә Рәсәй йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән шәхес. «Башҡортостан», 21 декабрь 2010.
3. күсм. Яҡшы, һәйбәт, затлы, аҡыллы.
□ Хороший, мудрый. Алтын һүҙҙәр. ■ Аҡһаҡалдар бирҙе алтын аҡыл, сая атынма тип тағанда. М. Басыров. Һынды илдең хәсрәт көмбәҙҙәрен терәп торған алтын бағанаһы. М. Ямалетдинов.
4. күсм. һары төҫтәге. □ Золотой, золотистый. Алтын балыҡ. Алтын бөрмәкәй. Алтын кәрешкә. Алтын ҡырҙар. Алтын нурҙар. Алтын сәс. ■ Алтын көҙҙө һағынғайным, килде бит алтын көҙөм. Р. Бикбаев. Дала иңдәрендә — иген ҡыры, тыуған ерҙең алтын диңгеҙе. Р. Шәкүр.
5. миф. Яҡтылыҡ, ҡояш, көс, байлыҡ, матурлыҡ, хакимлыҡ, өҫтөнлөк символы; яман көстәрҙән һаҡлай, көс, ҡеүәт бирә, ауырыуҙарҙан дауалай торған мифлашты-рылған металл. □ Мифологизированный металл, символ света, солнца, постоянства, величия, силы, власти, богатства, красоты; охраняет от злых сил, даёт силу, могущество, излечивает от болезней. ■ Йөрәге ауыртҡандар алтын имәләр ине. М. Ғиззәтуллина.
6. эйл. ф. Алтыным. Яратып өндәшеү һүҙе.
□ Золотко моё. ■ Егет булһаң, бул алтыны, ҡыҙҙар алтыным тиһен. М. Хәй. Ашыҡма, килсе әле, алтынҡайым, тамағыңды йылытып ал! — Мөхлисәнең тауышы ҡабат йомшарып, шыма ебәктәй үҙәк буйынан сыҡты, Моталды албырғатты. Й. Солтанов.
АЛТЫН АҒАС (Р: аукуба; И.: aucuba; T.: aküba) и. бот.
Декоратив ҡыуаҡлыҡ. □ Золотое дерево, аукуба (лат. Aucuba).
АЛТЫН БАҒАН (Р: золотко моё; И.: darling; T.: canım) и.
Яратып өндәшеү һүҙе. □ Золотко моё. ■ Арыҫлан һынлы бул, алтын баған бул, алты быуының һау булһын! Алғыш. Мирза инең яҡшы һүҙен һындырмаған, өйөндә туғаны кемдең алтын баған. М. Аҡмулла. Ҡәйнәм — алтын бағаным, мин уға таянам. «Йәшлек», 7 март 2009.
АЛТЫН БАЛЫҠ (Р: золотая рыбка; И.: goldfish; T.: Japon balığı) и.
1. зоол. Балыҡ төрө. □ Золотая рыбка (лат. Carssius auratus auratus).
2. миф. Мифик балыҡ. □ Золотая рыбка (мифическая рыба). ■ Ул алтын балык кеше тауышы менән: — Мине үлтермә, егет! Бер көнөңә ярармын, — тигән. Әкиәттән.
АЛТЫНБАШ (Р: золотарник обыкновенный; И.: golden rod; T.: altınbaşak) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән. Сәскәһе һары төҫтә. 100-гә яҡын төрө бар. □ Золотарник обыкновенный, золотая розга (лат. Solidago vir-gaurea). ■ Их, ошо ялан беҙҙең ауыл янында булһа, кис һайын килеп, алтынбаштарҙың таждарын ябып йоҡоға китеүҙәрен, иртәнсәк уянып, ысыҡлы керпектәрен асыуын күҙәтер инем. Д. Шәрәфетдинов.
АЛТЫНГҮҘ (Р: златоглазка; И.: green lacewing; Т.: bit arslam) и. зоол.
Үлән беттәрен ашаусы файҙалы бөжәк. □ Златоглазка (лат. Chrysoperla сатеа).
АЛТЫНҒОШ (Р: розовый скворец; И.: Rosy Starling; T.: ala sığırcık) и. зоол.
Башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө матур алһыу төҫтә булған сыйырсыҡ ҙурлығындағы ҡош; ялан сыйырсығы, алһыу ҡош. □ Розовый скворец (лат. Stumus roseus). ■ Ama алтынғоштоң башында йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара бүрке бар. Э. Ишбирҙин.
256