Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 257


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛТЫН СӘСКӘ
АЛТЫН-КӨМӨШ (Р.: драгоценности; И.: jewels; T.: altın ve gümüş) и. йыйн.
Затлы металдар һәм уларҙан эшләнгән ҡиммәтле нәмәләр. □ Драгоценные металлы, драгоценности. М Алтын-көмөш яуып торғанда ла, бутон ерҙәр тыуған ил булмай. Халыҡ йырынан. Алтын-көмөшкә лә сумманым, затлы тиреләргә лә төрөнмәнем — шулай ҙа уҙемде кешенән кәм тоймайымсы. Т. Ғарипова. • Алтын-көмөш сыҡҡан ерендә ҡәҙерле. Әйтем.
АЛТЫН ҠАҘЫҠ ЙОНДОҘО и. ҡар. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо.
АЛТЫН ҠУЛЛЫ (Р.: золотые руки; И.: clever fingers; T: elinden hiç bir şey kurtulmaz) с. кусм.
Һәр эште еренә еткереп, матур, сифатлы итеп эшләгән, эшкә булдыҡлы, һәнәрле. □ Золотые руки. ■ [Әбей:] Доктор ҡыҙыбыҙҙың ҡулдары алтын икән, балаларыбыҙ алма кеуектәр. Ф. Әсәнов.
АЛТЫН ҠУҢЫҘ (Р: златка; И.: jewel beetle; T.: altın böcek) и. зоол.
Ҡорттары урмандарға, баҡсаларға зарар килтерә торған, металл төҫлө ялтырауыҡ ваҡ ҡуңыҙҙар. □ Златка (лат. Buprestidai). Ҡарама алтын ҡуңыҙы. Ҡарағас алтын ҡуңыҙы. Ерек алтын ҡуңыҙы. Ҡарағай алтын ҡуңыҙы. Йукә алтын ҡуңыҙы. Үҙағас алтын ҡуңыҙы.
АЛТЫН ҠУЯН (Р: заяц золотой; И.: common agouti; T.: aguti) и. зоол.
Американың үҙәгендә һәм көньяғында йәшәгән, ите ашарға яраҡлы кимереүсе йәнлек. □ Заяц золотой, агути (лат. Dasyp-rocta aguti).
АЛТЫНЛАНЫУ (алтынлан-) (P: золотиться; И.: become golden; T.: altın kaplamak) ҡ.
1. төш. ҡар. алтынлау, страд, от алтынлау. ■ Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ — Полковник Тәфтиләу яу урыны. Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас, алтынланды уның яурыны. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Алтын төҫөнә инеү; һарғайыу. □ Золотиться. ■ Ағас япраҡтары алтын
ланып, көҙ йырҙарын йырлай урманда. Ғ. Мәсғүт.
АЛТЫНЛАТЫУ (алтынлат-) ҡ. йөкм. ҡар. алтынлау, понуд. от алтынлау.
АЛТЫНЛАУ (алтынла-) (Р: золотить; И.: gild; T.: altın kaplama) ҡ.
1. Алтын ялатыу, алтынға маныу. □ Золотить, позолотить, вызолотить что. ■ Алты мыҫҡал алтын алдым беләҙек алтынларға. Халыҡ йырынан.
2. Алтын менән йәки алтын ҡатыштырып биҙәү. □ Украсить золотом.
3. кусм. Алтын төҫкә индереү, һарғайтыу. □ Окрашивать в золотистый цвет. Сентябрь урмандарҙы, ҡырҙарҙы алтынлаған.
АЛТЫНЛЫ (Р.: золотоносный; И.: gold-bearing; T.: altınlı) с.
Алтыны булған. □ Золотоносный. Алтынлы мәғдән. К Ҡумырыҡтан өҫкә һәм аҫҡа киткән һайын, алтынлы пласт юғалды. Я. Хамматов. Әммә беҙҙең төбәктә, Мулдаш, Ҡөсөк, Һөйөндөк, һөләймән, Мулдаҡай ерҙәрендә, Ирәмәл йылғаһы буйында Таш-ҡутарған тигән ерҙән башланған Рәсәйҙең алтын биҙгәге — алтын йыуыуҙар бик куп ҡурғандарҙы юҡҡа сығара, сөнки улар бөтәһе лә тиерлек алтынлы йылға буйҙарында була. С. Ильясов.
АЛТЫНСЫ I (Р: ювелир; И.: jeweller; T.: kuyumcu) и.
Алтын менән эш иткән кеше; алтын оҫтаһы; зәргәр. □ Ювелир, золотых и серебряных дел мастер, золотарь.
АЛТЫНСЫ II (Р: шестой; И.: the sixth; T.: altıncı) рәт һ.
Урын тәртибе 6 менән билдәләнгән. □ Шестой. Алтынсы класс. Алтынсы урын. I Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән, сабыр кеше моратын табыр, тигән. М. Аҡмулла.
АЛТЫН СӘСКӘ (Р: крестовник обыкновенный; И.: senecio; T.: kanarya otu) и. бот.
Таж япраҡтары ҡара-ҡаршы урынлашҡан ҡыҙғылт һары өйкөм сәскәле ҡый үләне; әүернә сәскә. □ Крестовник обыкновенный
9-1.0151.11
257