АЛТЫН ТАМЫР
(лат. Senecio vulgaris). Урман алтын сәскәһе. Болон алтын сәскәһе.
АЛТЫН ТАМЫР (Р.: золотистый корень; И.: rhodeola; T.: altın kök) и. бот.
Күп йыллыҡ үҫемлек, дарыу үләне. □ Золотистый корень, родиола (лат. Rhodiola rosea). Ирәмәл алтын тамыры.
АЛТЫН ТӨҪ и. миф. ҡар. бетеү.
АЛТЫН ТУЙ (Р.: золотая свадьба; И.: golden wedding; T.: 50. evlilik yıldönümü) и.
Ир менән ҡатындың илле йыл бергә ғүмер итеүенә арналған ғаилә байрамы. □ Золотая свадьба (пятидесятилетие совместной супружеской жизни). Алтын туйҙы байрам итеу. Алтын туй менән ҡотлау.
АЛТЫН ШӨҢГӨР (Р: купальница; И.: double buttercup; T.: altıntop) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған һары сәскәле эре ҡый үләне. □ Купальница (лат. Trollius).
АЛТЫН ЭЙӘҺЕ (Р: дух золота; И: spirit of gold; T.: altının ruhu) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, алтын ятҡылығын һаҡлаусы хужа. □ Дух золота (по поверьям башкир, живёт в рудниках). ■ Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ныҡ ышанған Хәйретдин аҡсаны аҙ биргән өсөн тугел, ә, аҡсаны алһа, алтын эйәһе улем алдында ятҡан улын ултереуҙән ҡурҡты. Я. Хамматов.
АЛТЫШАР (Р: по шесть; И.: six each; T.: altışar) бул. һ.
һәр береһе алтыға тиң. □ По шесть. Алтышар бот иген. Алтышар кило. ■ Алтышар башлы дурт йылан асҡыс һөйрәй икән, ти. «Урал батыр».
АЛТЫШАРЛАУ (алтышарла-) (Р: делить по шесть; И.: divide into six; T.: altıya bölmek) ҡ.
Алтышар-алтышар итеү, алтышар-алты-шар булыу. □ Делить по шесть, на шесть частей. Алтышарлап булеу.
АЛТӘКМӘК (алтәкмәге) (Р: передок телеги; И.: detachable front; T.: arabanın cephesi) и. диал.
Арбаның кендектән һурыла торған алғы өлошө. □ Передок телеги.
АЛФАВИТ [рус. < гр. а+р] (Р: алфавит; И.: alphabet; T.: alfabe) и.
Теге йәки был телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы; азбука. □ Алфавит. Башҡорт алфавиты. ■ Беҙҙең алфавит хәрефтәрҙең график һурәтләнеше яғынан — уңышлы алфавит. Ә. Харисов.
АЛХИМИК [рус.] (Р: алхимик; И.: alchemist; T: simyager) и.
Алхимия менән шөғөлләнеүсе. □ Алхимик. ■ Тора-бара ялған алтын кубәйеп киткән. Шул сәбәпле алхимиктарҙы ғәйепләп язалай башлағандар. М. Моталов.
АЛХИМИЯ [рус. < ғәр. al-kimia < гр. сһёте1а < сһеб\ (Р: алхимия; И.: alchemy; T.: simya) и.
Урта быуаттарҙа затһыҙ металдарҙы аҫыл таштарға әйләндереү маҡсатында башҡарылған эҙләнеүҙәр. □ Алхимия.
АЛХӘБӘР (Р: анонс; И.: announcement; T: duyuru) и.
Буласаҡ гастроль, спектакль, концерт, яңы сығасаҡ тауарҙар, хеҙмәттәр тураһында яһалған белдереү. □ Анонс.
АЛ ҺАЙЛАУ (Р: праймериз; И.: primaries; T: ön seçim) и.
Алдан үткәрелгән һайлау. □ Праймериз.
АЛ ҺАН (Р: передняя часть туши; И.: front of the animal carcasses; T.: hayvanın vücudunun ön kısmı) и.
Хайуандар кәүҙәһенең алғы өлөшө.
□ Передняя часть туши.
АЛҺЫҘ-ЯЛҺЫҘ (Р: не переставая; И.: incessantly; T.: durmadan) р.
һис туҡтауһыҙ. □ Не переставая, беспрестанно, непрестанно; бесперерывно, непрерывно; без отдыха. Алһыҙ-ялһыҙ эшләу. ■ Ауыл хеҙмәтсәндәре ваҡыты менән иҫәпләшмәй, алһыҙ-ялһыҙ, ҡара таңдан ҡара төнгә тиклем әсе тир тугеп эшләй, улар
258