Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 259


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЪЯЛҒАУ
шуға өйрәнеп тә бөткән, эштән ҡурҡмайҙар. «Башҡортостан», 6 май 2011.
АЛҺЫУ (Р.: розоватый; И.: rosy; T.: pembe) с.
1. Аҡһыл ал. □ Розоватый, алый. Алһыу таҫма. ■ Ҡояш офоҡ ситендәге аҡһыл болоттарҙы алһыуға манып Ирәндек артына инеп бара ине. Ф. Әсәнов.
2. Ҡыҙарып торған. □ Румяный. Алһыу ирендәр.
АЛҺЫУЛАНДЫРЫУ (алһыуландыр-) (Р: делать розоватым; И.: make rosy; T.: pembeleştirmek) ҡ.
Алһыу төҫкә индереү, алһыу итеү. □ Делать розоватым, алым; делать румяным, румянить. Кук йөҙөн алһыуландырып таң атты. ■ Был тарафтарҙа ҡояш офоҡтоң ситенә яҡынлашҡас, бурысын утәй алмағаны өсөн оялғандай, нурҙарын алһыуландырып, оҙаҡ ҡып-ҡыҙыл булып, байый алмай тик торасы. «Йәшлек», 15 июнь 2010.
АЛҺЫУЛАНЫУ (алһыулан-) (Р: становиться розоватым; И.: get rosy; T.: pembeleşmek) ҡ.
Алһыу төҫкә инеү, алһыуға әйләнеү; алланыу. □ Становиться розоватым, алым; румяниться, розоветь. Алһыуланып таң ama. Офоҡ алһыулана. ■ Маянһылыу нескә билле, зифа буйлы, ап-аҡ туңәрәк йөҙлө булып, ике бите алһыуланып, куҙҙәре янып, кукрәге ҡалҡып тора, тауышы ла йөрәкте елкендергәс булып яңғырай. Әкиәттән. Таңым тыуҙы ихлас нурҙай алһыуланып, Уралҡайым иңен хозурлыҡҡа манып. Төнгө сағыу йондоҙ баҡты тылсымланып, шишмә аҡты ер-кук биргән көстө алып. М. Һибәт.
АЛҺЫУЛАТЫУ (алһыулат-) ҡ. ҡар. алһыуландырыу.
АЛҺЫУЛАУ (алһыула-) (Р: придавать розоватый алый оттенок; И.: add a rosy hue; T.: pembeleştirmek) ҡ.
Алһыу төҫкә индереү, алһыу итеү; алһыуландырыу. □ Придавать розоватый алый оттенок. Таң ҡыҙыллығы ерҙе алһыулай.
АЛҺЫУЛЫҠ (алһыулығы) (Р: розоватость; И.: rosyness; T.: pembelik) и.
1. Алһыу төҫ. □ Розоватость.
2. Йөҙҙөң алһыу төҫкә инеүе. □ Румянец. Биттең алһыулығы. ■ Ҡыҙҙар йөҙөнә алһыулыҡ йугерҙе, шул уҡ ваҡыт тәндәре сымырлап та ҡуйҙы. Ә. Чаныш. Ҡайныһы хәбәр һөйләгән арала, бит остарына эҫе алһыулыҡ йугергән Дарья командирҙың уҙенә төбәлгән уткер ҡарашын тоя. «Йәшлек», 9 февраль 2008.
АЛШАРТ (Р: исходный пункт какого-н. рассуждения; И.: initial point; T.: ön şart) и.
1. Берәй фекерҙең сығанағы. □ Исходный пункт какого-н. рассуждения.
2. Алдан ҡуйылған шарт. □ Предпосылка. ■ [Башҡорт прозаһы хаҡында] .. һуҙ сыҡҡанда, бик куп алшарттарҙы иҫәпкә алыу һәм анализлау ихтыяжы тыуа. Ә. Вахитов. Ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеу өсөн ал-шарттар бар. Уларҙы файҙаланырға ғына кәрәк. «Ағиҙел», № 9, 2009.
АЛЪЮҪЫҠҠА (Р: напрасно; И.: in vain; T.: boşuna) р.
1. Һис бер эш-шөғөлһөҙ; буштан-буш, бушҡа. □ Напрасно, попусту, без дела, зря. ■ Былай өндәшмәй-нитмәй алъюҫыҡҡа йө-рөу бик уңайһыҙ бит инде. Т. Йәнәби.
2. Һис сәбәпһеҙгә; бер ҙә юҡҡа, ерле юҡҡа. □ Зря, напрасно, понапрасну, без причины. Алъюҫыҡҡа килмәгәндер, йомошо барҙыр. ■ Ирҙең алъюҫыҡҡа тиреһенә һыйыша алмайынса шулай ҡыланыу ы бер кемгә лә оҡшаманы. Ғ. Вәлиев. [Зилә — Раянға:] Алъюҫыҡҡа борсолма. Берәй рәте табылыр әле. Ш. Бикҡол.
АЛЪЯБЫУ (Р: передник; И.: apron; T.: önlük) и. диал.
Алъяпҡыс. □ Передник, фартук. ■ Әсәкәйем биргән алъябыу ун ике лә төрлө ҡайыулы. Бәйеттән.
АЛЪЯЛҒАУ (Р: префикс; И.: prefix; T.: ön ek) и. лингв.
Һүҙҙең алдына ҡушыла торған ялғау. □ Префикс.
9*
259