Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 260


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЪЯПҠЫС
АЛЪЯПҠЫС (Р.: передник; И.: apron; T.: önlük) и.
Өҫ кейеме бысрамаһын өсөн, алға бәйләй торған япма. □ Передник, фартук. Сигеуле алъяпҡыс. Алъяпҡыс кеҫәһе. ■ Кукрәк-сәле аҡ алъяпҡыс уның билен өҙөп тора. Р. Ғабдрахманов. Малайҙарҙың бөтәһе лә ҡара салбар, аҡ кулдәк кейеп, ҡыҙҙар көрән кулдәк өҫтөнә аҡ алъяпҡыс бәйләп, байрамса кейенеп килгән. 3. Биишева.
АЛЫМ I (Р: обхват; И.: coverage; T.: çevre) и.
1. Ниҙер эшләгәндә бер иңләп үтерлек ара; ал, алдырым. □ Обхват, охват, захват (при жатве, прополке, пахоте)', размах (при косьбе). Алым кицлеге. ■ [Корбандың атаһы:] Әйҙә, тиҙерәк китәйек, юҡ нәмәне көтөп, бер алым урырлыҡ ваҡытты әрәмгә уткәрҙек. С. Ҡудаш.
2. Ниҙеңдер иңе, киңлеге (аҙымдың, куҙ-ҙең). □ Ширина (ход), обозримое пространство (взгляда). ■ Айғырҙың алымынан билдәле, тигәнде ишеткәне бар ине Кәбир -ҙең. Яр. Вәлиев. Куҙ алымы ерҙән куренеп ята Урал тауҙарының кук ташы. М. Тажи.
АЛЫМ II (Р: метод; И.: method; Т: ше-tod) и.
Ниҙелер башҡарыу, үтәү юлы; ысул. □ Приём, способ, метод; манера. Бейеу алымы. Методик алым. Әҙәби алым. Эш алымы. Яҙыу алымы. И Яҙыусының төп әҙәби алымдары тормоштағы ыңғай герой образын курһәтеугә йунәлдерелгән. М. Ғәйнуллин.
АЛЫМ III (Р: взятка; И.: bribe; T: rüşvet) и.
Йомошо төшкән кешенән тейешһеҙгә алынған йәшерен хаҡ; ришүәт. □ Взятка. Алым алыу. Алым биреу.
АЛЫМ АЙЫ и. ҡар. яҙ.
АЛЫМЛАУ (алымла-) (Р: работать, обрабатывать захватом; И.: capturing; T.: çalışmak) ҡ.
1. Алым-алымға бүлеү (берәй нәмә эшләгәндә). □ Работать, обрабатывать захватом. Алымлап урыу. Алымлап утау.
2. Киң итеп иңләү. □ Охватить широким захватом, широким шагом. Алымлап атлау.
АЛЫМЛЫ (Р: широкий; И.: far-reaching; T.: geniş) с.
1. Киң иңләп ала торған. □ С хорошим (большим, широким) захватом, широкозахватный, широкий. Алымлы аҙым. Алымлы салғы.
2. Йөрөшлө, йөрөмлө, атламлы. □ Ходкий. Алымлы ат.
АЛЫМСАҠ (алымсағы) (Р: помолвленная девушка; И.: bride since girlhood; T.: nişanlı) и.
Балалар бәләкәй саҡта уҡ ата-әсәһе тарафынан һөйләшеп, улыбыҙға кәләшлеккә аласаҡбыҙ, тип килешеп, йәрәшеп ҡуйылған ҡыҙ. □ Девушка помолвленная в детстве. ■ Борондан ҡалған йола буйынса, уның да [Кинйәнең] ағаларыныҡы һымаҡ, бәләкәй сағында уҡ Тәлтем-юрматылары ерендә ата-әсәһе тарафынан һөйләшеп һуҙ ҡуйышҡан Төҙөнбикә исемле алымсағы бар. Ғ. Ибраһимов.
АЛЫМСЫ (Р: взяточник; И.: bribetaker; T.: rüşvetçi) и.
Алым (III) ала торған кеше; ришүәтсе. □ Взяточник.
АЛЫН и. диал. ҡар. ал II.
АЛЫНАРБА и. диал.
1. ҡар. алтәкмәк.
2. Балаларҙы йөрөтә торған ике тәгәрмәсле арба. □ Двухколёсная детская коляска.
АЛ ЫН Л АУ (алынла-) ҡ. диал. ҡар. алымлау.
АЛЫНМА с. ҡар. алынмалы.
АЛЫНМАЛЫ (Р: съёмный; И.: insert; T.: eklenti) с.
Алына торған; алып кире ҡуймалы; алмалы (II), алынма. □ Съёмный, вставной. ■ Умартаның төбө .. алынмалы була. 3. Байбурин.
АЛЫНЫУ (алын-) ҡ. төш. ҡар. алыу. страд, от алыу. ■ [Ғәбит] унды ауылда тамамлап, армияға алынды. Ә. Әминев.
260