Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 261


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЫП КИТЕҮ
АЛЫП I [дөйөм төрки алып, алп] и. ҡар. алп.
АЛЫП II (Р.: с; от; И.: since; T.: itibaren) бәйл.
Сығн. клш. һүҙҙәр менән ваҡыт йәки урындың башланғыс сиген белдерә. □ С; от (послелог с исх. п.) Бөгөндән алып. ■ [Кул батшаһы:] Заятуләк, һин бөгөндән алып уҙеңә баш. «Заятүләк менән һыуһылыу». Инә айыуҙың эшелер. Үткән яҙҙан алып куп-ме һыйырҙың башына етте, нисәмә ҡолондо имгәтте. Г. Әхмәҙишина.
АЛЫП БАРЫУ (алып бар-) (Р.: брать; И.: give; T.: almak) ҡ.
1. Үҙең менән бергә алыу. □ Брать, взять с собой. Театрға алып барыу.
2. Транспортта илтеп ҡуйыу. □ Довозить, доставлять кого-что. Машинала алып барҙым.
3. Берәр хәлгә килтереп еткереү, дусар итеү. □ Доводить до какого-то состояния. Ялҡаулыҡ ошо хәлгә алып барып еткерҙе.
4. Юл күрһәтеп артыңдан эйәртеү; әйҙәү.
□ Вести, отвести, довести кого (до какого' то места). Таныш булмаған урамдан алып
барҙы.
5. Берәр эште башҡарыу, етәкселек итеү.
□ Управлять, заведовать чем, вести что. Хужалыҡ эшен ул алып бара. Концертты алып барыу.
АЛЫП БАРЫУСЫ (Р: ведущий торжества; И.: master of ceremonies; T.: yönetici) и.
Тантаналы йыйылыш, концерт, тамаша һ.б. сараларҙы алып барған кеше. □ Ведущий торжества, праздника. ■ Һабантуйҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы: матур һәм зауыҡлы итеп биҙәлгән сәхнә, алып барыусыларҙың оҫталығы, артистарҙың һунмәҫ дәрт, илһам менән тамашасыларҙы тоҡандырыры бик шатландырҙы. «Йүрүҙән», 10 август 2011.
АЛЫП БИРЕҮ (алып бир-) (Р: подать; И.: pass; T: vermek) ҡ.
1. Нимәнелер урынынан ҡуҙғатып ҡул менән тапшырыу. □ Подать, передать. // Пода
ча, передача. М Унан Емеш ҙур ағас табаҡҡа алып биргән иттәрҙе өлөшләп булергә, һалма өсөн турарға кереште. 3. Биишева.
2. Аҡса биреп һатып алыу. □ Купить. // Покупка. М [Рәмзил] атаһы алып биргән резина кәмәһен кутәргән дә килгән. Д. Бүләков. Кинйәнең дә әҙернә яны, атаһы алып биргән һуғыш яраҡтары, эйәр-өпсөндәре бар. Ғ. Ибраһимов.
АЛЫП ИНЕҮ (алып ин-) (Р: занести;
И.: to place; T.: getirmek) ҡ.
1. Үҙең менән бергә берәй ерҙең эсенә алыу, индереү. □ Занести, ввести. ■ Бер көндө Ғәбдессәләм дәрескә ҡара тышлы ҙур ғына бер китап алып инде. Ғ. Ибраһимов. Табаҡ менән аш алып ингән Азат олата-һындағы уҙгәрешкә аптыраны: тушәккә һуҙылып ятып алған, ауыр итеп йыш-йыш тын ала, куҙҙәре сәйер яҡтылыҡ менән яна. Т. Ғарипова.
2. Ситкә тайпылдырыу, таныш булмаған ергә килтереү. □ Завести. ■ Юл Сөнәғәтте урманға алып инде. Ж. Кейекбаев.
АЛЫП КИЛЕҮ (алып кил-) (Р: принести; И.: bring; T: getirmek) ҡ.
1. Үҙең менән бергә килтереү. □ Принести, привезти. Яңылыҡ алып килеу. И Әсәйем .. ҡыпсаҡ далаһынан алып килгән ғөрөф-йолаһын, ыласын саңҡыуын хәтерләтеусе, хикмәтле-нағышлы телен ташламаны. Ә. Хәкимов. Таңда етеп туҡтар каруан Арҡайымға алып килә ята уланының ҡыҙын. Т. Ғәниева. Кискелеккә беҙгә барырбыҙ. Тарпан, һин дә киленде алып кил, Дәуләтбай-ҙарға ла тауыш итербеҙ. Н. Мусин.
2. Ағым, ел көсө менән берәй ергә еткереү. □ Доставлять куда-либо силою течения, ветра.
3. Сәбәп булыу, һөҙөмтә биреү. □ Быть причиной, давать результат. Яңы заман яңы талаптар алып килде.
АЛЫП КИТЕҮ (алып кит-) (Р: унести;
И.: take away; T.: alıp götürmek) ҡ.
1. Киткәндә үҙең менән бергә алыу. □ Унести, увести. М Сөнәғәт иртән ҡояш
261