Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 262


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЫП ҠАЛЫУ
менән бергә ҡуҙғалып малдарҙы яланға алып китә, кис, ҡояш байыр алдынан алып ҡайта. Ж. Кейекбаев. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡты Хәким менән хужалыҡ рәйесе «Алға» биләмәләре буйлап алып китте. Ә. Әминев.
2. Берәйһен йәки берәй нәмәне ҡалдырғанда тәьҫораттар, хәтирәләр, тойғолар һаҡлау. □ Унести. Мин бынан тик яҡшы хәтирәләр алып киттем.
3. Һиҙҙермәйенсә алыу, урлау. □ Взять тайком; украсть. ■ Никахтан һуң эштең былай килеп сығыуына, [Гөлйөҙөмдө] Айбулат алып китеүенә Әхмәҙи ҡаты ғәрләнде. Һ. Дәүләтшина.
4. Башлау. □ Начинать. ■ Янарал .. балаларын өйрәтеүсе атайҙай йыуаш тауыш менән һөйләп алып китте. Б.Рафиҡов.
5. Хәрәкәт йәки ағым көсө менән урынынан күсереү. □ Унести. Йылға бысраҡтарҙы алып китә.
АЛЫП ҠАЛЫУ (алып ҡал-) (Р.: оставить (у себя); И.: give up; T.: bırakmak) ҡ.
1. Нимәнелер үҙеңә алып ҡалыу, тотоу. □ Оставлять у себя, не отдавать чего. ■ Һеҙ [бәндәләр] үҙ ваҡытында, хатта ваҡытынан да мөлкәт, маҡтау, бүләк алып ҡалырға тырышаһығыҙ. М. Кәрим. Айырата яҙ ныҡ ҡотора, әйтерһең, ошо мәл үҙенә тейешле йыллыҡ көстө, ғәйрәтте алып ҡалырға тырыша. Р. Солтангәрәев.
2. Берәй насар хәл-әхүәлдән аралау, һаҡлау. □ Выгораживать, выгородить кого. ■ Ул сағында сәсәнде һөргөнгә ебәреүҙән [Арыҫлан батыр] үҙ ҡарамағына ышандырып алып ҡалды. Ғ. Ибраһимов.
АЛЫП ҠАСЫУ (алып ҡас-) (Р: похитить; И.: kidnap; T.: kaçırmak) ҡ.
1. Урлап, ирекһеҙләп алып китеү. □ Похитить, увести. ■ Иҫәпле ваҡыт үтеп, өйҙәгеләр Әлебайҙы көтөп кенә ултырғанда, уйламаған ерҙән быларҙы ҡаҙаҡтың бынамын тигән ете батыры килеп баҫҡан да, ҡарттарҙы сыр-сыу килтереп, Һырбикәне алып ҡасҡан. Әкиәттән.
2. Баш бирмәй, сабып сығып китеү (еккән йәки менгән малға ҡарата). □ Поне
сти кого, ускакав (о лошади). ■ Аҡ күбеккә төштө атым, ауыҙлығын сәйнәп, сөнки китте ҡотороноп, ярһып алып ҡасты. Р. Назаров.
АЛЫП СЫҒЫУ (алып сыҡ-) (Р: вынести; И.: take out; T.: çıkarmak) ҡ.
1. Ҡайҙан да булһа нимәнелер тышҡа үҙең менән алып сығыу йәки берәй нәмә аша сығарыу. □ Выносить, вынести кого-что. Өҫтәлде бүлмәнән алып сығыу. ■ Азамат шофёрҙы ҡултыҡлап ярға алып сыҡты ла, имен-аман икәнлегенә ышанғас, тегеләр яғына ҡараны. Р. Солтангәрәев. Сеңләүҙе башҡарған еңгәләр уны [Миңлебикәне] ике яғынан ҡултыҡлап алып сыҡтылар. К. Мәргән.
2. Берәй йүнәлеш биреү, илтеү. □ Выводить, вывести кого. ■ Алдарҙы ауыр, үлемесле яу юлдарына алып сыҡҡан, оло мөхәббәте менән дә ҡауыштырған, уны ысын ир иткән йыл да артта ҡалды. Н. Мусин.
АЛЫП ТОРОУ (алып тор-) (Р: брать, взять на себя временно; И.: take; T.: almak) ҡ.
1. Ваҡытлыса файҙаланырға алып тороу. □ Брать, взять на себя временно. Иртәгә тиклем аҡса алып тороу. ■ Оло инәйем дә инде. Иртәгә саҡлы күршенән генә берәр ҡап үтескә алып тороп булмайҙыр шул! М. Кәрим.
2. Нимәнелер үҙ эсенә алыу, биләү. □ Владеть, обладать; включать в себя.
АЛЫПҺАТАР (Р: перекупщик; И.: dealer; T.: madrabaz) и.
Арзанға алып, ҡиммәткә һатып йөрөгән кеше; сауҙагәр. □ Перекупщик, спекулянт. ■ Алыпһатар, талпан булып, ҡаҙала ил тәненә. М. Ямалетдинов.
АЛЫРЫМҒОШ (Р: мифическая птица; И.: mythical bird; T.: mitolojik bir kuş) и. миф.
Балаларҙы һаҡлаусы, яҡлаусы мифик ҡош. □ Мифическая птица, покровительница детей. ■ Алырымғош, бирмәмғош. Балалар уйынынан.
АЛЫҪ [алтай ғаиләһе телдәренән] (Р.: далёкий; И.: far-off; T.: uzak) с.
262