АЛЫУ
19. Нимәнелер тотош таралып биләү, тотош ҡаплау. □ Покрывать. Ҡуҙен ҡан алған. Тимерҙе тут алған. Бар ерҙе һыу алған. Йортто ут алған. • Донъяны һыу алғандан ойрәҡкә ни ҡайғы. Мәҡәл.
20. кусм. Бөтә тәнде йәки күңелде биләү, солғау. □ Охватывать, овладеть. Тәнде һыуыҡ алған. Ҡайғы алған, һағыш алды. Шом алды. Уй алды. Ләззәт алыу.
21. Кос етеү. □ Осиливать, осилить что. Бәке насар ала. Корәк ала алмаҫлыҡ ҡаты ер. • Иртә сыҡҡан юл алыр. Әйтем.
22. Ҡорал-ҡорамалдың нимәгәлер тейеү, тейҙереү мөмкинлеге. □ Брать, поражать {об оружии и т.п.). Бурене ваҡ йәҙрә алмай. Ҡуҙ куреме ерҙән ала торған мылтыҡ.
23. Дарыу, төрлө матдәләрҙең тәьҫир итеүе. □ Действовать, подействовать (о лекарствах, различных средствах и т. п.). Был тапты кислота алмай.
24. Эшләй йәки уҡый торған урынға ҡабул итеү. □ Принимать. Университетҡа алыу. Фабрикаға алыу. Заводҡа эшкә алыу. Һатыусы итеп алыу.
25. Әйләнеү. □ Жениться, брать в жёны. Бисә алыу. Кәләш алыу. Ҡатын алыу. ■ [Һылыубикә:] Бына, бер аҙ хәл йый, аяғың арыулана төшһон, унан һуң кәләш ал да ебәр. 3. Ғәлимов. Иптәшеңдең уксәһе-нә, эҙенә баҫырға ярамай — уның ҡатынын алаһың, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
26. Хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү. □ Брать, призывать, привлекать. Армияға алыу. Хәрби хеҙмәткә алыу. Һалдатҡа алыу.
27. Берәй ойошма йәки төркөмгә ағза итеп ҡабул итеү. □ Принимать. «Берҙәм Рәсәй» партияһына ағза итеп алдылар.
28. Ҡайҙалыр теркәү. □ Включить, зачислить. Исемлеккә алыу. Штатҡа алыу. Иҫәпкә алыу.
29. Яулау. □ Брать, взять, захватывать, завладевать. Ҡаланы һөжум менән алыу. Әсирҙәр алыу. Аманат алыу. Һаҡ аҫтына алыу. Яулап алыу. Үрҙе алыу.
30. Тәғәйенләнгән урынды биләү. □ Занимать (место, должность). Сират алыу. Турҙән урын алыу. Директор вазифаһын алыу.
31. Ярышта, көрәштә ниндәйҙер урын яулау. □ Занимать. Өсөнсө урын алыу. Беренселекте алыу. Өҫтөнлөк алыу.
32. Берәйһенең урынын, әйберен һалдырып эйә булыу. □ Отнимать, отбирать. • Төймә алһаң да — бурлыҡ, дөйә алһаң да — бурлыҡ. Мәҡәл.
33. Эләктереү, тотоу (китеп, осоп барғанда, юлда). □ Захватывать, перехватывать. ■ Төлкө тауыҡты эләктереп алып та китә. Әкиәттән.
34. Нимәнелер һайлау. □ Принимать, выбрать; выбор. Псевдоним алыу. Девиз алыу.
35. Эшкәртеп, айырып сығарыу. □ Получать, добывать. Диңгеҙҙән тоҙ алыу. Нефттән бензин алыу.
36. Нимәгәлер тоташҡан, береккән йәки тейеп торған нәмәне айырыу. □ Снимать, выставлять. Арбаның тәгәрмәсен алыу. Стенанан картинаны алыу. Тәҙрәне алыу.
37. Ниҙәндер йәки ниҙеңдер эсенән бер нәмәһен йәки бер өлөшөн сығарыу. □ Вынимать, вытаскивать, доставать, черпать. Ҡумтанан ҡурай алыу. Сумканан китап алыу. Ҡындан хәнйәр алыу. Һыу алыу.
38. Нимәнелер киҫеү, ҡырҡыу. □ Вырезать, удалять, стричь. Бер бөйөрөн алыу. Теште алыу. Сәс алыу.
39. Көс, ваҡыт сарыф итеү. □ Отнимать, занимать. Ҡуп энергияны ала торған мәшәҡәт. Ваҡытты куп ала торған эш.
40. Ниндәйҙер сифатты, хәл-торошто юғалтыу. □ Отнимать, лишать чего (какого-л. душевного состояния, качества). Тыныслығын алыу. Ҡурҡыу уның ҡыйыулығын алды.
41. Нимәнелер кире ҡағыу. □ Отменять, снимать, аннулировать. Сикләүҙәрҙе алыу. Ҡон тәртибенән һорауҙы алыу.
42. Урынынан ситкә ҡуҙғатыу, төркөм эсенән сығарыу, ситкә ҡуйыу. □ Сдви-
265